Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
24 Апрель , 12:44

Тәмле генә гуляш

Уны әҙерләү өсөн ярты килограмм йөрәк ите, ике аш ҡалағы он, ике аш ҡалағы көнбағыш майы, бер стакан ит һурпаһы, бер баш һуған, бер кишер, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, лавр япрағы кәрәк. Ғәҙәттә, һыйыр малының йөрәгенән бешерелә. Әммә ваҡ малдыҡынан да, хатта ҡош-ҡорттоҡонан да тәмле килеп сыға.    

Тәмле генә гуляш
Тәмле генә гуляш
Тәүҙә йөрәкте йыуып, таҙартып, турап, тоҙлап, борослап, онға әүәләйбеҙ. Табала көнбағыш майы һалып туралған һуғанды, кишерҙе ҡыҙҙырабыҙ. Томат пастаһы өҫтәйбеҙ ҙә кәстрүлгә бушатабыҙ. Шул уҡ табала йөрәкте ҡурып алабыҙ ҙа кәстрүлгә оҙатабыҙ. Ҡатнашмаға тәмләткестәр, ит һурпаһы йәки ҡайнаған һыу һалып ҡайнатабыҙ. Шунан талғын утта ярты сәғәт тирәһе бешерәбеҙ. Әҙер риҙыҡты өҫтәлгә йәшел һуған йәки әнис менән бирергә була.
 
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: