Бөтә яңылыҡтар
Аш-һыу Рецепты
8 Ноябрь 2025, 10:35

ҠАҘ ҠАҠЛАУ

Рәхилә Зәйнуллинанан ҠАҘ ҠАҠЛАУ рецебы

ҠАҘ ҠАҠЛАУ
ҠАҘ ҠАҠЛАУ

“Ҡаҙҙы төрлөсә тоҙлап ҡараны: тоҙға батырып та, эсенә тоҙ тултырып та. Оҡшаманы. Тоҙға батырғаны – тишкеләнде, ә тултырғаны таҡта кеүек ҡатты. Эҙләнә торғас, бер башҡорт апайына юлыҡтым. Ентекләп өйрәтте, рәхмәт яуғыры. Уксуслы сепрәк еҫләнергә юл ҡуймай, ә борсаҡ форманы һаҡлай, артыҡ бүленеп сыҡҡан дымын һеңдерә. Ошолай эшләгәндә ҡаҙ кипмәй. Йомшаҡ, тәмле була”, – тип яҙа Рәхимә апа. Уның рецебын һеҙгә лә еткерәбеҙ.

Ҡаҙ ите ҡаҡлар өсөн дә, тоҙлар өсөн дә 12 сәғәт етә. Тәме сыға торған иң яҡшы ваҡыт – 12 сәғәт.

Ҡаҙҙы таҙартҡандың икенсе көндөндә ҡаҡлайым. Бар ерен дә яҡшылап тоҙ менән ыуам. Шунан эсенә алдан уҡ йыуып киптерелгән борсаҡ тултырам. Унан башта – уксуслы сепрәккә, унан һары крафт ҡағыҙға яҡшылап төрөп, ашлыҡ эсенә тығам. Шунда 2-3 ай торғас, ҡаҙҙың сепрәк-ҡағыҙҙарын алып, тоҙҙарын таҙартып, борсағын бушатып, ҡайнар һыуҙа ҡойондороп алам. Ҡаҙ матурланып, күпереп китә. Шунан ҡояш булһа, урамға ҡояшҡа, булмаһа, 1-1,5 тәүлеккә мунсала ҡалдырабыҙ. Ҡаҙ матур, үтә күренмәле булыуға, ҡабат төрөп ҡуябыҙ.

Ә һеҙ ҡаҙҙы нисек ҡаҡлайһығыҙ? Үҙегеҙҙең рецепт менән дә бүлешегеҙ.

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас