Бөтә яңылыҡтар

Хәтер – мәңгелек

Быйыл райондашыбыҙ, күренекле дәүләт эшмәкәре Фәйзулла Вәли улы Солтановҡа 100 йыл тула. Халҡыбыҙ арҙаҡлы улын онотмай, уның хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эштәр башҡара. Район үҙәгенең бер урамы уның хөрмәтенә аталды һәм был урамда төҙөлгән мәктәп Фәйзулла Солтанов исемен йөрөтә. Мәктәптә арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың музейы булдырылды. Тулыраҡ сайтта.

Район хакимиәтендә Фәйзулла Солтановтың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләү саралары буйынса махсус ҡарар ҡабул ителде. Шәхестең исемен йөрөткән мәктәптең дөйөм йыйылышы булды. Унда 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан, мәктәп янында Фәйзулла  Солтановҡа бюст ҡуйыу тураһындағы тәҡдим ҡаралды. Мәктәп коллективы тәҡдимде бер тауыштан хупланы. Был эште ойоштороу буйынса С. Ф. Солтанова, М. В. Ваһапов, Р. А. Иҙелбаева, Л.К. Ғүмәрова, М. С. Түләбаев составындағы комиссия раҫланды. Эш йәмәғәт ойошмалары, бағыусылар иҫәбенә башҡарыла. Мәктәп музейында асылған журналда бюст төҙөүҙә ярҙам күрһәткән ойошмалар, кешеләрҙең исеме яҙыласаҡ.

Әле бюстың макеты эшләнгән, скульптор менән килешеү төҙөлгән. Фәйзулла Вәли улына бюсты 1 сентябрҙә асырға планлаштырыла.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: