Бөтә яңылыҡтар

"Мөбәрәкямал" ҡасан асылыр?

Юлдыбай ауылында 2019 йылдың 9 июнендә мәсеттең тәүге нигеҙ ташы һалынғайны.

"Мөбәрәкямал" ҡасан асылыр?
"Мөбәрәкямал" ҡасан асылыр?

Ике залдан, дини саралар үткәреү һәм имам бүлмәләренән, китапхананан торасаҡ мәсет Айҙар Зәкир улы Әбүбәкиров башланғысы менән "Атайсал" проекты сиктәрендә төҙөлә. Әле ауыл йәме булып ҡалҡып сыҡҡан "Мөбәрәкямал" мәсетен эстән йөҙләү, йылылыҡ, канализация, һыу үткәреүгә, тәҙрә монтажлау, тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн 3 000 000 һум самаһы аҡса етмәй.

Әгәр яҡташтар был изге эшкә, матур төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерергә теләй икән, "Атайсал" проекты сайтына инеп, ҡушыла ала. 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: