Бөтә яңылыҡтар

Ауыл старостаһы - ауыл тотҡаһы

21 апрель - Урындағы үҙидара көнө Староста булараҡ, районда иң уңышлы эшләүселәрҙең береһе ул Ибрай ауылынан Зөфәр Иҙрисов. Уның был йәмәғәт вазифаһын башҡарыуына оҙаҡламай биш йыл була. Ошо арауыҡта ауылда байтаҡ эштәр башҡарылған. Иң беренсе, йыйылыш үткәреп, һәр араның (фамилия вәкилдәренән) ҡор баштары билдәләнгән. Хәҙер ауылға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә староста иң тәүҙә ҡор баштарын йыя. Ниндәйҙер уртаҡ фекергә килгәс, мәсьәләне хәл итеү өсөн сходҡа сығаралар. – Ҡор баштары менән эшләүе күпкә еңелерәк. Сөнки ҡор башы итеп һәр бер араның иң абруйлы, кеше араһында һүҙе үтерлек ир-егете һайлана, – ти Зөфәр Мөхәррәм улы.  Ейәнсура районы Ибрай ауылы старостаһы Зөфәр Иҙрисов тураһында мәҡәлә менән сайтта һәм "Ейәнсура таңдары" биттәрендә танышырһығыҙ.

Ауыл старостаһы - ауыл тотҡаһы
Ауыл старостаһы - ауыл тотҡаһы

Староста – урындарҙа үҙидара органдарының беренсе ярҙамсылары. Ауылда төҙөкләндереү, йәмәғәт тәртибе урынлаштырыу, спорт һәм мәҙәни саралар ойоштороуҙа әүҙем генә түгел, башлап йөрөүсе лә улар. Бығаса улар төрлә йәмәғәт эштәрен биләмә башлыҡтары менән бергә, халыҡты йәлеп итеп башҡарған булһа, быйылдан старосталарҙың вәкәләттәре арттырылды. Улар ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкин. Старосталар ауыл советы ултырышында кәңәшләшеү тауышына эйә.

Староста булараҡ, районда иң уңышлы эшләүселәрҙең береһе ул Ибрай ауылынан Зөфәр Иҙрисов. Уның был йәмәғәт вазифаһын башҡарыуына оҙаҡламай биш йыл була. Ошо арауыҡта ауылда байтаҡ эштәр башҡарылған. Иң беренсе, йыйылыш үткәреп, һәр араның (фамилия вәкилдәренән) ҡор баштары билдәләнгән. Хәҙер ауылға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә староста иң тәүҙә ҡор баштарын йыя. Ниндәйҙер уртаҡ фекергә килгәс, мәсьәләне хәл итеү өсөн сходҡа сығаралар.

– Ҡор баштары менән эшләүе күпкә еңелерәк. Сөнки ҡор башы итеп һәр бер араның иң абруйлы, кеше араһында һүҙе үтерлек ир-егете һайлана, – ти Зөфәр Мөхәррәм улы. 

Әйткәндәй, Ибрайҙа һәр ара тәғәйен эшкә яуаплы. Мәҫәлән, Аҡбутиндар йыл да Оло Һүрәм йылғаһы аша аръяҡҡа күпер һала. Иҙрисовтар менән Ҡыҙрасовтар – беседкалар, ә Иҫәнсуриндар зыяратта үҙҙәре төҙөп ҡуйған эш ҡоралдары һаҡланған бәләкәй йорт төҙөклөгө өсөн яуаплы. Дауытовтар менән Шәмсетдиновтар иһә көтөүселәргә ял һәм тамаҡ ялғау урынын булдырып, уны төҙөкләндерә. Ә Күсәрбәевтар һыу инеү урындарын тәртипкә килтерә. Ауыл халҡы иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ойошторолған бөтә өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Урам, йылға буйҙарын тәртипкә килтереү һәр кем үҙ өлөшөн индерә.

Ибрайҙарҙың урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаларында әүҙем ҡатнашыуы ла туранан-тура старостаның һәм ҡор баштарының әүҙемлегенә бәйле. Был программа сиктәрендә ауылда төрлө йылдарҙа байтаҡ әһәмиәтле эштәр башҡарылған да инде: Урмансы урамына асфальт түшәлгән, ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы алыштырып ябылған, әрүахтар йорто яңыртып кәртәләнгән. Быйылға иһә Бәләкәй йылға аша тимерҙән күпер һалырға, шулай уҡ “Яратам Ибрайҙы” арт-объекты урынлаштырырға ниәтләйҙәр. Был проекттар тулыһынса ауылдаштарҙың үҙҙәре йыйған һәм ауыл биләмәһе хакимиәте бүлгән аҡсаға эшләнәсәк.

Бер ниндәй түләү ҙә ҡаралмаған староста вазифаһында тыуған ауылы йәшәйешенә битараф булмаған, көн тип, төн тип тормай, йорт эштәрен ташлап, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, ауылы һәм ауылдаштары мәнфәғәтен ҡайғыртыусы кеше генә эшләй ала. Зөфәр Мөхәррәм улы тап шундайҙар иҫәбенән. Мәктәптә  уҡыусыларға тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәрен алып бара. Төштән һуң волейбол, баскетбол түңәрәктәре үткәрә. Уҡыусылары ла тырыш уҡытыусыны һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. 2007-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында үткәрелгән волейбол ярыштарында тәүҙә – район, унан зона буйынса беренсе урын алһалар, Борай районында үткән республика этабында 12 команда араһында 5-се урын яулағандар.  

Тормош иптәше Зилбәр Ғәрифйән ҡыҙы менән өс ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҙурҙары Зөһрә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, ике ҡыҙ һәм бер ул үҫтерә. Зөлфиә лә Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Кинйәкәйҙәре Заһиҙә Ибрай мәктәбенең 9-сы класында уҡый. Зилбәр апай крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Мәрйәм Бураҡаева башлап ебәргән талҡан етештереү эшен уңышлы дауам итә.

Өлгөлө ғаилә башлығы, эшендә тырыш хеҙмәткәр булыуына өҫтәп, ауыл яҙмышы өсөн янып-көйгән Зөфәр Мөхәррәм улы кеүек ир-егеттәр күберәк булһа, ауылдарҙың киләсәге лә яҡты булыр.

Зәлиә Байғусҡарова.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: