Бөтә яңылыҡтар

Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Был башланғысты ауылда йәшәүселәр ҙә, ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа дәррәү күтәреп алғандар. 

Күмәкләгән - яу ҡайтарған
Күмәкләгән - яу ҡайтарған

Үткән ай аҙағында ғына Буранғол ауылы халҡы йыйылышта "Атайсал" проекты сиктәрендә аҡса йыйып зыярат өсөн төрлө ҡоролмалар алыу кәрәклеге тураһында һәйләшеп үткәйнеләр. Был башланғысты ауылда йәшәүселәр ҙә, ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа дәррәү күтәреп алғандар. 

Барлығы 200-ләп кеше аҡсалата ярҙам күрһәткән. Финанс йыйыу эштәрен Буранғол ауылында йәшәүсе Илдус Ҡаҙаҡбаев алып барған. Әлеге көндә әрүахтар йорто өсөн ҡәбер ҡаҙыу ҡоролмаһы (отбойный молоток), көслө бензин генераторы һатып алынған да инде. 

Ҡалған аҡсаны ла зыяраттың ҡапҡаһын яңыртып, буяу эштәре үткәрергә тотонорға уйлайҙар. Бынан тыш та ниндәйҙер суммала аҡса ҡаласаҡ тиҙәр буранғолдар, уныһын ауыл эргәһендәге матур "Һаҙ" шишмәһен төҙөкләндереүгә тотонорға ҡарар иткәндәр.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: