+25 °С
Болотло
Бөгөн 22 апрелдә Өфө ҡалаһында үткәрелгән "Защитники, вперед!" республика спорт уйындарында район этабында беренсе урын яулаусы Ф.Солтанов исемендәге мәктәп уҡыусылары командаһы ла ҡатнашты. Конкурс Ленин исемендәге паркта үткәрелгән.
Республиканың 8 ҡала һәм райондар командалары араһында беҙҙең "Йәш олимпиецтар" һөҙөмтәләр буйынса иң яҡшы команда булып - беренсе урын яуланы!
Конкурс 8 этаптан торҙо: крайҙы өйрәнеү, ҡаршылыҡтар полосаһын үтеү, командирҙар конкурсы, робототехника, ориентир тотоу, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү, экология һәм әйҙәүселәр конкурсы.