Атайсал
16 Июнь 2022, 09:55

Хәтер - мәңгелек

15 июндә Түбәнге Һарыбил ауылы зыяратында 104 яугирҙың иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы булып үтте.

Хәтер - мәңгелекХәтер - мәңгелек
Хәтер - мәңгелек

Хәтер – мәңгелек Әле бер урамдан ғына торған Түбәнге Һарыбил ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында 104 яугир илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Тәнен, йәнен аямай немец окупанттарына ҡаршы алышҡан яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Тамырҙары менән ошо ауылдан булған, әле Гай ҡалаһында йәшәүсе Василий Ключников та олатайҙарының батырлыҡтары менән сикһеҙ ғорурланып, ауылдаштарының ҡаһарманлыҡтарын мәңгеләштереү уйын тормошҡа ашырған. 15 июндә Түбәнге Һарыбил ауылы зыяратында 104 яугирҙың иҫтәлегенә мемориал асыу тантанаһы булып үтте. Василий Михайлович ауыл халҡы менән кәңәшләшеп, архив документтарына таянып, бик тиҙ арала был изге эште башҡарып ҡуя алған. Әлбиттә, һарыбилдәр ҙа был эштән ситтә ҡалмағандар, аҡсалата өлөш индергәндәр һәм ҡул ярҙамы ла күрһәткәндәр. Мемориалды Ейәнсура районы Советы секретары Рәмил Мырҙабулатов һәм Таҙлар ауыл биләмәһе башлығы Илгиз Йылҡыбаев асты. Сара Ейәнсура районы ҡорамы башлығы Владислав Наумкин тарафынан доға ҡылыу һәм изгеләштереү менән тамамланды.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас