Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Август , 17:10

Күңелендә моң даръяһы ине...

Кисә, 5 августа, Үтәғол ауылы мәсетендә, сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин рухына бағышлан аят ойошторолдо. Унан алда мәрхүмдең улы Салауат, туғандары һәм яҡындары менән Сөләймән Әйүп улының ҡәберенә зыярат ҡылдылар, сәскәләр һалдылар. Салауат Сөләймән улы инде 21 йыл Португалияла йәшәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә.  Улы, туғандары, бөйөк йырсыны яҡындан белгән ауылдаштар уның тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште. 

Күңелендә моң даръяһы ине...
Күңелендә моң даръяһы ине...
Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 1928 йылдың 15 авгусында Ейәнсура районының Үтәғол ауылында тыуған.

Сәхнәгә башҡорт халыҡ йырҙарын башлап алып сығыусыларҙың береһе. Бөтә ғүмерен ошо эшкә арнап, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар быуынына башланғыс һалыусы, юл ярыусы шәхес.

Ижади юлы «Ҡаҫмарт буйы» йыры менән башланып китә. 1948 йылда Өфөгә килеп, радио аша ошо тыуған еренә арналған йырҙы башҡарып, атаһының һуғышҡа китер алдынан әйтеп ҡалдырған аманатын үтәй.

Лирик тенорға эйә булға көслө тауышлы егетте (микрофонһыҙ ҙа йырлай алған) Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. 26 йыл филармонияла солист һәм концерт бригадаһының алыштырғыһыҙ етәксеһе була. Тиҙ арала халыҡ ихтирамын яулап данлыҡлы йырсы булып китә.
Репертуарында алтмыштан артыҡ халыҡ йыры була. Шулар иҫәбендә «Мәҙинәкәй», «Зәлифәкәй», «Әрме», «Буранбай», «Урал», «Һырдаръя», «Кәмәлек», «Таштуғай», «Артылыш», «Шафиҡ», «Порт-Артур», «Ҡара ат», «Илсе Ғайса».

Бынан тыш Ейәнсура ерлегендә тыуған «Ҡаҫмарт буйы», «Хисам», «Ҡара сурай», «Ергәйеш», үҙе ижад иткән «Ҡайынғабаҡ» йырҙары ла бар".

Йырҙың тарихын белеп, эстәлеген йөрәге аша үткәреп йырлауы һәр йырҙы музыкаль әҫәр итеп балҡыта. Тамашасы күңелендә танһыҡ бер моң булып уйылып ҡала.
1986 йылда «Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

Сөләймән Әйүп улы Абдуллин 2002 йылдың 11 мартында 73 йәшендә Өфөлә вафат була. Тыуған ауылында ерләнгән.

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас в