Бөтә яңылыҡтар

Яңғыҙаҡ(хикәйә)

- Ғәлиә еңгәй үпкәләмә инде, һеҙҙе ҡыҙымдың ижәбенә саҡырмайбыҙ, киленең менән яңғыҙаҡттарҙы алмайбыҙ тип һөйләштек, - тигән һүҙе йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды.- Яңғыҙаҡ тип ней, мин үҙем теләп түгел бит, хоҙай тәғәлә беҙҙе айырҙы бит, - тип әйтмәксе булып һөйләй башлағайны, ҡәйнеше телефонды һүндереп тә ҡуйҙы.Шул балаға тип көҙ һуйған ҡаҙҙарының мамығын әҙерләп йомшаҡ булһын тип, ҡаурыйҙарын һыҙырып , йәтеш ике мендәр эшләп маташа ине.

Яңғыҙаҡ(хикәйә)
Яңғыҙаҡ(хикәйә)
Ҡаҙ мамығын мендәр эслегенә тултырып йөрөгән Ғәлиә әбей, кеҫә телефонының йырлауына һиҫкәнеп китте.
- Эй , рәхмәт яуғыры ошо алайҙа кеҫә телефоны уйлап таптылар, тапҡан кешеһенә мең рәхмәт, һәйкәл ҡуйырға кәрәк. Өйрәнә алмаҫмын был нәмәгеҙгә тип, - балаларына һуҡранып алһала, тәмен тиҙ белеп алды. Балалары, әхирәттәре, туғандары менән рәхәтләнеп сәғәттәр буйына һөйләшеп ала. Ауыртҡан аяҡтарың менән өҫтөрәлеп әллә ҡайҙа бараһы ла түгел.
Марат ҡәйнеше шылтырата икән.
- Ғәлиә еңгәй үпкәләмә инде, һеҙҙе ҡыҙымдың ижәбенә саҡырмайбыҙ, киленең менән яңғыҙаҡттарҙы алмайбыҙ тип һөйләштек, - тигән һүҙе йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды.
- Яңғыҙаҡ тип ней, мин үҙем теләп түгел бит, хоҙай тәғәлә беҙҙе айырҙы бит, - тип әйтмәксе булып һөйләй башлағайны, ҡәйнеше телефонды һүндереп тә ҡуйҙы.
Шул балаға тип көҙ һуйған ҡаҙҙарының мамығын әҙерләп йомшаҡ булһын тип, ҡаурыйҙарын һыҙырып , йәтеш ике мендәр эшләп маташа ине.
Ишеткәнен һеңдерә алмай , ҡапыл ауыртҡан башына сыҙамай, өйгә инеп диванға ятты. Үҙенән үҙе эркелеп сыҡҡан күҙ йәштәренә ирек биреп, иланы ла, иланы.
Яңғыҙаҡ... Уның да бар ине бит парлап йәшәгән мәлдәре. Ире менән ҡырҡ йыл бергә йәшәнеләр, өс балаға ғүмер бирҙеләр, уҡытып, ғаиләле итеп башҡа сығарҙылар.
Яңғыҙаҡ... Ире Самат менән танышыуы күҙ алдына килде. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты тәүге күрешеү. Ҡалала магазинда һатыусы булып эшләгән сағы. Ялға ауылға ҡайтырға тип автовокзалға төшкәйне. Билет кассаһына сират алырға тип руссалап:" Кто крайний", - тигәйне." Я "- тип әйләнеп ҡараған егеткә ҡараны ла ҡатты. Тегенеһе лә артына боролған килеш ҡыҙҙан күҙен алалмай, бер- береһенә ҡарап, күҙҙәре менән серләштеләр.
- Нимә аңшайышып тораһығыҙ, сиратығыҙ етте бит, - ирҙәр тауышы менән аҡыртып ҡысҡырған кассир ҡатындың тауышы , уларҙы ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
Самат менән Ғәлиә күрше ауылдан булып сыҡтылар. Быға хәтлем осрашмағандарына аптырашып та алдылар. Юлдары гел киҫешеп торған икән тик йә береһе әҙерәк алдан килеп киткән, йә икенсеһе. Хоҙай тәғәлә ошолай автовокзалда осраштырырға ҡушҡандыр инде.Ошо көндән гел бергә булырға тырыштылар. Самат икенсе ҡалала эшләй, эш сменаһын алыштырып, йә ялһыҙ эшләп Ғәлиәһенә ашыға. Ата - әсәләренең ризалығын алып, өйләнешеп ҡалаға сығып киткәйнеләр ҙә.
Ҡайныһы:

- Кинйә малай беҙҙе ҡарарға тейешһең , - тигәс ауылға ҡайтып төпләнделәр.
Самат кәләшен гел кто крайний, это точно минең кәләшем крайний, минең бәхетем тип яратты. Итәк тулы балалар үҫтерҙеләр, ҡайны - ҡәйнәнелә матур тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттылар. Кинйә булғас ҡырҙа йәшәгән туғандары ла уларға ҡайттылар. Тәүҙә бәләкәй балалы менән ҡайтһалар, һуңынан балаларының балалары, кейәү - килендәре...
Совхоз эшенә егелеп маҡталып эшләнеләр. Тик Саматы ғына хаҡлы ялға сығып, алты ай ғына пенсияһын ашап өлгөрҙө, йөрәк ауырыуынан кинәт кенә вафат булды. Килеп еткән тиҙ ярҙам машинаһынанда файҙа булманы. Һүнеп барған иренең эргәһендә ултырҙы Ғәлиә. Аяғынан һыуына башлаған тәненә ҡағылып ирен саҡырҙы. Башының түбәһе генә оҙаҡ йылынып торҙола, һыуынды.
Яңғыҙаҡ... Ғүмерҙә лә бер китапта ла уҡымаған, бер кемдәндә ишетмәгән ошо һүҙҙе ҡәйнеше еңгәһенә нимә уйлап әйткәндер инде.
- Әллә яңғыҙаҡтарҙы саҡырһам ҡыҙым бәхетле була алмаҫ,- тип уйланы микән.
Ҡәйнешенә асыуы һүрелеп, Ғәлиә урынынан тороп башлаған эшенә кире тотондо.
Эшләп бөтөрөргә кәрәк. Ижәбенә әйтмәһәләр ни, саҡырып алыр, ҡыҙы менән кейәүен. Яҫтыҡтарын бүләк итер, теләктәрен әйтер. Үҙенең бәхетле тормошон һөйләр.
 
Әнүзә Мәжитова.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: