Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Сентябрь , 22:52

Оятын ҡайҙа ҡуяйым? (булған хәл)

 Иренең «гонаһлы сәфәрен» бик тиҙ ишеттерәләр Фәриҙәгә. Иренең был ғәҙәте кире ҡайтыуын ауыр кисерә ул. Ҡартайғас башҡасараҡ ҡарайһың икән ул хыянатҡа. Күңелде бысаҡ менән телгеләй икән ул. Кешенән битәр, балалары алдында оят.Уларға ла ишеттерерҙәр, тип борсола. 

Оятын ҡайҙа ҡуяйым? (булған хәл)
Оятын ҡайҙа ҡуяйым? (булған хәл)

Йәш саҡта юл йөрөүҙәр күп булды. Ул саҡта такси хеҙмәте юҡ ине әле. Оло юлға сығып, үткән-һүткән машиналарға ҡул күтәреп тора инек. Туҡтап ултыртҡан кешеләргә ҡат-ҡат рәхмәт әйтеү, машинаһы буш булһа ла, ултыртмай киткәндәргә асыуланып  ҡалыуҙар онотолмаҫ инде ул. Бер мәл ауыл осонда дүрт сәғәт китә алмай интегеп баҫып торғанда, машина йөрөтә башлаһам, юлда ҡул күтәреп торған һәр кешене ултыртыр инем, тип һүҙ биргәйнем.

Мин машина һатып алыр дәрәжәгә еткәндә, бөтөн кеше руль артына ултырып бөткәйне инде. Әйткән һүҙемде онотмаһам да, юлда туҡтап бер кеше ултыртырға тура килмәне. Сөнки «ултырт әле, ағай» тип йөрөүселәр бөттө, тип әйтергә мөмкин. Хәҙер бар кешелә машина, йә ҡапҡа төбөнә такси саҡырта.

Әсәй янына ауылға ҡайтҡанда оло юлдан ауылға табан боролғайным, юл ситенән бер ҡатындың атлап барғанын күреп ҡалдым. Әле ауылға тиклем арыу уҡ, йәйәү ҡайтырға  булды микән, тип уйлап ҡуйҙым. Йә теләһә ниндәй машинаға ултырырға ҡурҡалыр, йә ҡул күтәреп баҫып торорға ҡыйынһыналар, тигән уй уҙҙы. Янына барып етәрәк машинамдың тиҙлеген кәметеп, тәҙрәмде астым.

– Апай, әйҙәгеҙ, ултырығыҙ. Эҫе көндә йәйәү йөрөү рәхәт түгел бит.

- И, рәхмәт, йәйәү генә атлайым әле тип таксиҙан төшөп ҡалғайным. Көндөң эҫелеген онотоп ебәргәнмен, бик кибектем. Ултырып ҡайтайым әле, рәхмәт яуғыры, – тип апай машинаға кереп ултырҙы.

Кеше исемен хәтерләмәһәм дә, күргән бер йөҙҙө хәтеремдә ҡалдырам. Юлдашымды ла таныным, беҙ мәктәптә уҡығанда күрше ауылдарҙың береһендә кибеттә һатыусы булып эшләй ине ул. Йәп-йәш сибәр ҡатын ине. Ҡартайған! Ә ҡатын-ҡыҙ йәше барғанға ғына ҡартаймай ул, уны күберәк борсолоу ҡартайта. Тыныс тормошта йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар башҡа төрлөрәк ҡартая. Улар күҙҙәрендәге матурлыҡтарын, дәртен, рух күтәренкелеген юғалтмай. Ҡараштары башҡа  төрлөрәк була. Башы аҫҡа эйелмәй ундайҙарҙың. Ә юлдашым башын аҫҡа эйеп бара ине...

– Балаларығыҙ янына ҡалаға барҙығыҙмы, әллә дауаханағамы?
Ауылда йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар йәй уртаһында ҡалаға сығып китмәй инде ул. Бының өсөн етди сәбәп булырға тейеш. Ә ул сәбәп: йә балалар, йә ауырыу. Район дауаханаһында эш сыҡмағанын белгәндәр ҡала табиптарына барып күренергә тырыша. 

– Ялға ауылға ҡайтам әле. Күрше-күләнде, таныш-белештәрҙе күрергә. 
– Бәй, ҡалаға күсендегеҙме ни?
– Күсендем тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ инде ул. Ҡалаға киттем. Дөрөҫөрәге, китергә мәҗбүр булдым. 

Юлдашым тәҙрәгә боролдо ла, иген ҡырҙарын ҡарап ҡайта башланы. Күҙ сите менән генә күрәм: бармаҡ остарын битенә тейҙереп-тейҙереп ала. Илай...
Бер ни тиклем барғандан һуң, яйлап ҡына: «Һөйләһәгеҙ, еңелерәк булып китмәҫме?» – тип әйтеп ҡуйҙым. Зарыңды сит кешегә һөйләһәң, бушанаһың бит ул.
– Һин күрше ауылдан түгелме һуң? Беҙҙең тарихты белмәй ҡалмағанһыңдыр. Бөтә ауыл шауланы бит инде. Әсәйең һөйләгәндер, – тине юлдашым һаман иген ҡырҙарынан күҙен алмайынса.

– Әсәй менән күрше ауыл хәлдәрен һөйләшкән юҡ беҙҙең...
– Тормош бер алдын, бер артын күрһәтә икән ул... Ғүмер йәшәгән ауылыма ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөрмөн, тип уйламаған да инем...

Ана шулай юлдашымдың быуаһы йырылды. Ә мин, байтаҡ ҡатын-ҡыҙ тарихтарын уҡыған, ишеткән кеше, шаҡ ҡатып тыңлап барҙым. 

Фәриҙә апай (исеме, билгеле, үҙгәртелде) күрше ауыл һатыусыһы тип әйттем инде. Ире, ике балаһы бар ине. Ғүмер  тиҙ үтә бит ул. Беҙ мәктәптә уҡығанда балалары әле бик кескенә ине, инде улар үҫеп, ҡалаға сығып киткәндәр. Береһе ғаиләле, икенсеһе институтта уҡый икән. Ана шул институтта уҡыған ҡыҙы менән ҡалала фатир арендалап йәшәйҙәр икән. Ауылдан сығып киткәненә бер йыл булған. Ҡалала һатыусы ла, иҙән йыуыусы ла булып эшләй. Бер эш хаҡына ғына  йәшәп булмай икән ҡалала, тип һығымта сығарған. Ҡайтмайым, тип сығып китһә лә, торған ере һағындырған, ояла-ояла булһа ла ҡайтырға булған.

Ул күрше ауыл ғүмер-ғүмергә йөрөмтәл халҡы менән тирә-яҡта дан тотто.  Ҡатыны йә ире өҫтөнән йөрөү был ауыл өсөн ғәҙәти хәл кеүек ине, тиһәм дә яңлышмам. Ауыл кешеһе ғәҙәттә кеше һүҙенән ҡурҡыбыраҡ йәшәй, ә был ауылда бындай ҡурҡыу ҙа юҡ ине булһа кәрәк. Ире йәки ҡатыны йөрөгән кеше үҙ хәлен үҙе генә белгәндер. «Ир бирмәк – йән бирмәк» тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер.

Фәриҙә апайҙың да ире йәш саҡта ужымға сығып кергеләштергән булған. Был хаҡта ишетмәй ҡалмаған, билдәле. Ауыл халҡы ситләтеп булһа ла ирештерә инде ул. Балалары өсөн түҙеп йәшәй Фәриҙә апай. Башҡа кешенең ирҙәре асыҡтан-асыҡ йөрөй әле, минеке ара-тирә генә, тип йыуата үҙен. Унан һуң, балалары өсөн үлеп тора. Уларҙы нисек аталарынан күрәләтә мәхрүм итәһең. Балалары буй еткергәс, иренең был ғәҙәте  бөткән кеүек була. Тынысланды, тип уйлай Фәриҙә апай. Инде ҡартлыҡ көнөн тигеҙлектә үткәрергә яҙһын, тип теләй. Туйҙар уҙҙырып, ҡыҙҙарын кейәүгә бирә. Ейән һөйөр саҡтары етә.

Тик сир китә, ғәҙәт китмәй, тиеүҙәре хаҡ була. Ире, ситтән ҡайтып, ата-әсәһенең ҡаралты-ҡураһын яңыртып йөрөгән күрше ауылдағы ҡатынға эйәләшә. Төндәрен генә барып йөрөһә бер хәл, унда көндөҙ ҙә барып  эшләшеп йөрөй. Иренең «гонаһлы сәфәрен» бик тиҙ ишеттерәләр Фәриҙәгә. Иренең был ғәҙәте кире ҡайтыуын ауыр кисерә ул. Ҡартайғас башҡасараҡ ҡарайһың икән ул хыянатҡа. Күңелде бысаҡ менән телгеләй икән ул. Кешенән битәр, балалары алдында оят.Уларға ла ишеттерерҙәр, тип борсола. 

Ире менән һөйләшеп ҡарарға теләй. «Урам буйлап ғәйбәт йыйып йөрөмәһәң, эшең бөткәнме әллә!» – тип кенә екеренә ире. Ә көндәрҙән-бер көндө ҡайта ла һөйәркәһе  менән никах уҡытыуҙары тураһында әйтә. Бына шулай яп-ябай итеп. Йәнәһе лә, ҡатын өҫтөнән никах уҡытыу ғәҙәти хәл. «Ике ҡатын менән йәшәйҙәр әле. Миңә ниңә йәшәмәҫкә? Егәрлегем бар. Һеҙ икегеҙ ике ауылда. Элек, ана, йәш ҡатындарҙы бер өйгә алып ҡайтып та йәшәгәндәр», – тип әйтә ире. Фәриҙә һүҙһеҙ ҡала. Күтәрелеп бер нәмә лә әйтә алмай.

Атайҙарының никахы тураһында белгән ҡыҙҙары, әсәйҙәрен үҙҙәре менән ҡалаға китергә өндәй. Улар был хыянатты кисерә алмай. «Ауыл да, үҙе лә кәрәкмәй, китәйек», – ти улар. Бәлки, ҡыҙҙарын күндергән дә булыр ине, ауылдағы һүҙҙәргә түҙә алмай ул. Кем генә ҡаршы осраһа ла: «Һинеке кәнтәйе менән никах  уҡытыуы ысынмы һуң ул, ғәйбәт кенәме?» – тип һораштырыуҙар йәнгә тейә. Араларында йәлләүселәрҙән бигерәк,  аҫтан көлөүселәр, шатланыусылар барын да аңлай.

Тәүәккәләп ауылдан сығып китә ул. Бер йыл ҡайтмай. Шулай ҙа иренең ике йортҡа йәшәүен, һөйәркәһе янына  барып йөрөүен ишеттереп торалар.

Һағыныуына түҙә алмайынса, ҡыҙҙарына өндәшмәйенсә генә ауылға ҡайтырға була.

–Хәҙер ирегеҙ янына ҡайтып керәһегеҙме инде? – тип һорайым.

– Юҡ, атайымдың энеһенә ҡайтам. Иремдең өйөн ул үлгәс тә атлап кермәйәсәкмен, – тине Фәриҙә инәй.

Күңел яралары бик  тәрән була шул ул. Ул яраны кеше һүҙҙәре ҡамсылап торһа, тоҙ һалған кеүек әрней. Ә һағыш... Һағыш күңелгә  бойһонмай. Уны яра ла, оят та, күңелдең әрнеүе туҡтата ла алмай...

Ғ.Әхмәтова.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас в