Бөтә яңылыҡтар

Ҡатын(хикәйә)

Синыфташының ирен ситтәре менән мыҫҡыллы йылмайып ултырыуын тик Сәриәнең кәмселеген табыр өсөн генә килгәнлегенә ишаралап була ине. Ҡатынға шулай тойолдо. Юғиһә тегенән сөй табып маташты, бынан семтеп ҡараны, ахыр сиктә сабыйға бәйләнде. "Майға буяп ташлаһаң, эт тә яларлыҡ ерең ҡалмаған", — тисе. Харап, нишләп эт яларға тейеш һуң әле? Йәнәһе, бала табаһың да, бала нәжесе йыуыуҙан бушамайһың, тимәкселер инде. Тапһа ни, кемдең ни эше бар? Һәр кем үҙ ризығы менән тыуа. Ире ҡағылып та өлгөрмәй, түлләнә башлауы һис кенә лә насар түгел. Тимәк, ырыҫлы нәҫел. Уға үкенмәй ҙә Сәриә. Шулай ҙа...

Ҡатын(хикәйә)
Ҡатын(хикәйә)

Шаҡарып тартылған дилбегә ихтыярына башын һауаға сөйөп сапҡан ат, өй тәңгәленә етәрәк, юрта башланы. Аҡыллы хайуан, сананы сөйлөктөрөп ҡуймайым, тигән шикелле, яй ғына ҡапҡаға табан боролдо. Тик ауыҙлығы бушағас ҡына бышҡырырға, ауыҙ-моронона тулған күбектән арынырға форсат тапты. Һуңынан артына күҙ һалды: хужаһы төшөп ҡалмаған, сыбыртҡыһын һелтәй-һелтәй, һөрәнләй бирә. Ат белә, янауы ла, ҡамсыһы ла уға түгел. Шуға йыш-йыш тын алыуын һирәгәйтә төшә, эш көнө бөтөүенә ҡыуанып, тояҡтары менән аяҡ аҫтындағы ҡарҙы сапсый. Мин дә һинең яҡлы, хужам, эштән ҡайтыусыларға һаман ҡапҡа асмайҙар, тиҙерәк булығыҙ, йәнәһе. Шул арала кешнәп ала. Был мәлдә өй тәҙрәһенең пәрҙәһе тартыла, "хәҙер-хәҙер" ишараһы яһап, хужабикәнең башы сайҡала, аҙбар мөйөшөнә бәйле Алабай ҡыуаныслы шыңшый, санала тәм-том ҡайтыуына шатланған кәзә-һарыҡ баҡыра, бошонмай ғына һағыҙын сәйнәгән һыйыр мөңрәй — ихатаға йән инә. — Ас ҡапҡаңды, мин ҡайтыуға бикләнеп ятаһығыҙ. Ҡапҡаңды йәһәтерәк ас!

 
— Хәҙер, ҡартыҡайым, хәҙер. Ай, Аллам, ҡамыр баҫа инем, күрмәй ҡалғанмын, илаһым. — Ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә, Сәриә иннекте алды. — Бөгөн эшеңде тиҙ бөтөргәнһең әле, ҡартыҡайым, бигерәк етеҙһең шул. Фермаға ла өлгөрәһең, йорт-ҡура тирәһенә лә. Мин генә ташбаҡалай ҡыланам, һин ҡайтҡанды ла күрмәй ҡалғанмын.

Аяҡтары ергә баҫыу менән, Ғәзим сайҡалып китте. Тәртәгә тотоноп, ат алдына килде. Фу-у... Яратмай ҙа инде ошо еҫте ерән бейә. Бышҡырып, башын ситкә борҙо.

— Нимә, малҡай, хужаңдың "егет" булғаны килешмәйме? — Ғәзим хайуанҡайҙың сикәһенән үпте. Һуңынан ҡатынына боролдо, бармағын янаны. — Ә һине үбеү юҡ! Ибет, ерәнкәй. Ат менән ҡатынға ышанма, тиҙәр, ә мин атҡа ышанам. Һиңә — юҡ!

— Ярай, ҡартыҡайым, ярай. Әйҙә өйгә инәйек, арығанһыңдыр, хәл алып тор. Ашарға ла бешкән.

— Кәрәкмәй миңә ашарға. Эскәндә мин аш-шамайыым! Әйт әле, Сәриә, һин-н... һин... — Ир ҡатынының ҡулбашына аҫылынды. — Һин миңә хыянат итәһеңме?

— Атаҡ, нишләп хыянат итәйем, ти, мин? Һинән башҡа береһе лә кәрәкмәй, ҡартыҡайым. Әйҙә, өйгә инәйек.

— Йо-оҡ, тәүҙә әйт!

— Әйттем бит инде, ҡартым, әйҙә, өйгә инеп хәл ал, һуңынан мунсаға барырбыҙ... — Сәриә иренең ҡолағына шыбырланы. — Эләүкәгә ятҡырып, р-рәхәтләнеп сабырмын үҙеңде.

— Му-унса-а... Була ул мунса. Тик мин был донъяны вис яндырам! Үлһәм, һиңә ҡалдырмайым-м!

— Яндырырһың, ҡартыҡайым, яндырырһың, әлегә хәл ал. Йонсоп та киткәнһең. Иртәгә яндырырһың.

— М-мин иҫе-рек тү-үгел!

— Нишләп иҫерек булаһың инде, тыуа-тыуғандан бирле ауыр эштәһең, хәйлә белмәй силос аҡтараһың, туң һалам соҡойһоң...

— Беҙ прсиҙәтелде байытабыҙ. Инде мин нисәнсене алыштырам, ә улар байый ҙа китә, килә лә байып китә-ә...

— Шулай шул, Ғәзим, шу-лай... Ипләп, ҡартым, тупһа бейек, яңылыш абынып ҡуйма. Бына шулай, әйҙә, анау диванға ятып тор... Ярай, һалырға аҙапланма, ултыр, үҙем фуфайкаңды систерермен...

— Ә, беләһеңме, С-сәриә, мин бөгөн прсиҙәтелдең иманын уҡыттым!

Ҡатындың ҡото алынды. Бына уның Ғәзиме, силос соҡоронда тирләп-бешеп мал аҙығы тейәгән Ғәзиме эргәһенә ҡара "Волга" килеп туҡтай ҙа ишеге асыла, унан йыуан ҡорһаҡ күренә. Һуңынан аяҡтар алмашлап ергә төшә, урман бесәйе — һеләүһен тиреһенән тегелгән бүрек сыға. Был бәндә — калхуз хужаһы Басир — кирелә, килбәтһеҙ итеп ауыҙын аса, саф һауа һуламаҡсы була. Ләкин үпкәһенә һаҫыҡ еҫ тула. "Соҡонмай тороғоҙ әле, һауаны боҙаһығыҙ!" — тип екерә ул малсыларға. Бөтәһенең дә башы түбән эйелә, һәнәктәр аяҡ аҫтындағы еүеш, сирҡансыҡ силосҡа ҡаҙала. Тик берәүҙең генә ҡарашы бөркөттөкөләй үткер, башы ғорур, һәнәге — ҡулында. Ул — Ғәзим. Бына прсиҙәтел эргәһенә килә. Аяҡ аҫтындағы кукуруз сәкәнен ала ла тегенең танау төбөнә килтерә. "Еҫкә, йәй еҫе килә унан. Беҙ ғүмер буйы мал тиҙәге еҫкәйбеҙ ҙә ошо һауаны һулайбыҙ!" — тип, күҙҙәренә баға. Хужаның итләс бит алмалары өҫтөндәге һыҙыҡтарҙа ап-аҡ шарҙар барлыҡҡа килә, уға йәбештерелгән ҡара төймәләр маңлай тирәһендә әйләнә, йылтыр тештәр араһынан һеләгәйе ағып төшә, мырҡылдатып, тыңҡыш танауын тарта. Ярай әле шуфир егет уны кире машинаһына ултырта. "Волга" ҡуҙғалғас, тәҙрәнән прсиҙәтелдең йоҙроғо оҙаҡ һелкенеп бара...

Үәт, нисек! Бына нәмәгә эскән, ярһыу күңелен баҫҡан бит ире. Ә ул, ҡатын аҡылы менән, әллә нәмәләр уйлап бөттө. Йәнәһе, уның Ғәзиме ферма малдарына тигән фуражды Әҡлимә ҡарсыҡҡа көмөшкә хаҡына осорған. Юҡ, Тәскирәгә силос илтеп бушатҡан. Уныһы, ирен өйөнә алып ингән дә, арт һандарын уйната-уйната бал һоҫорға тип мейес башына менеп киткән. Юрый нығыраҡ эйелгән, оторо эйелгән. Ошо саҡ, башланған ерендә үк тамамланған итәген йыртып, арт һаны ҡабара барған. Фу, ерәнгес күренеш: бына ул эс китәрә торған, өлгөрмәгән балын иренең ауыҙына уҡ һала. Өҫтәмә сепрәк тултырылған күкрәк кейемен Ғәзимдең ҡәҙерләп кенә кейгән фуфайкаһына ышҡый...

Ҡуйсы, аҡтан-аҡ, пактан-пак ире тураһында әллә нәмәләр уйлап бөткәнсе. Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙы, сәстәре оҙон, аҡылдары ҡыҫҡа, тимәгәндәр икән. Мир эше тураһында түгел, ҡашығаяҡ хаҡында ғына уйлай алалар шул. Ана бит, бисәлегенә барып, Сәриә лә әллә нәҫтәләр юраны. Кисә генә Ғәзим һөйләгән көләмәстәгесә инде. Берәүҙең ире эштән ҡайтмаған икән. Сәғәт төнгө ун икеләр тулғас, был ҡатын әсәһенә барған, имеш. "Юҡҡа хафаланма әле, ҡыҙым, бушҡа борсолма, бәлки, кейәүҙе машина ғына бәрҙереп киткәндер", — тип тынысландырған, ти, әсәһе.

— Шулай инде беҙ, ҡатын-ҡыҙ, әйҙә, ҡартыҡайым, хәл йыйып ал, — тип, Сәриә иренең сүсинкәләрен һалдырҙы, кейемен систерҙе. — Ә нимә тип әйттең һуң прсиҙәтелгә? Ҡатыраҡ бәрелеп, үҙеңә кенә ҡыумағайы.

— Иманын уҡыттым мин уның, им-манын!

— ...?

— Һин Басир түгел, һин — Борис!!! — тип әйттем.

— .?! У-уфф...

Сәриә еңел һуланы. Ярай әле шулай тигән. Улайһа тағы... Бәй, "Басир түгел, һин — Борис", — тип әйтеүе лә: "Һин — кафыр!" һымаҡ була түгелме һуң? Һай, ҡаты, бик ҡаты әйткән шул ире. Йыуаштан йыуан сыға, тигәндәре шулдыр, күрәһең, бик мас әйткән. Үәт, әй, булдырһа булдыра бит уның йәнкиҫәккәйе. Юҡҡа Сәриә уға кейәүгә сыҡҡанмы ни, Ғәзимдең киң яурынын тойғанда ул үҙен таш диуар артындағылай хис итә: балаларының өҫтө бөтөн, аҙбар тулы малдың тамағы туҡ, үҙен дә калхуз эше тип йонсотмай — йыл һайын уҡ булмаһа ла, ике-өсө һайын бала тупылдаттыра, өйҙәре һарай һымаҡ. Тағы ни кәрәк? Ә төшөргөләп алыуы, төҫһөҙләнгән донъяның йәмен табып, ирҙәр менән сөкөрләшеү генә. Башҡа ни эшләһендәр инде бисаралар: йәйен таңғы биштән көтөүгә сығып китәләр ҙә ҡояш байығас ҡына ҡайталар, ҡышын да, еле-бураны, селләһе тип тормай, көнө-төнө шундалар — алы юҡ, ялы юҡ...

Йоҡо донъяһына сумған иренең битенән һыпырҙы ла Сәриә, баҫылып бөтмәгән ҡамыры эргәһенә ашыҡты. Мунсаға ла өҫтәргә кәрәк, Ғәзим алып ҡайтҡан силосты, бесәнде малдарға таратырға ла, атты туғарырға ла.

— Һ-һауғынамы, Сәриә! — Ишек асылып та етмәне, күрше Миңлесырур ҡарсыҡтың башы күренде. Ярайһы тын алды. — Уф, бынау күтәрмәгеҙҙән менеп етер әмәл юҡ, өйөгөҙ бигерәк бейек. — Миңлесырур, ауылдағыса әйтһәк, Сырур ҡарсыҡ, муйынын һоноп, өйҙөң эске — ҡунаҡ яғына ҡараны. — Мин нығыраҡ шаулайым, ахыры...

Күршеһенең һуңғы һүҙендә: "Ирең иҫереп ҡайтып, тауыш ҡуптара башлағайны. Йоҡлай әле", — мәғәнәһе ята ине. Сәриә уны тышта уҡ һиҙҙе: өйҙәренең төнлөк тиклем генә тәҙрәһе бер ҡараңғыланды, бер яҡтырҙы. Унан һуң ҡарсыҡтың холҡо ятланып бөткән. Хәл һорашҡан булып эс-бауырыңа инеп, тормош мәшәҡәттәрен уртаҡлашҡандай итер, әрһеҙләнеп, өҫтәл артына уҡ ултырыр ҙа донъяһын онотор. Унан да бигерәк, Сәриәнең эш-көш менән булғанын өнәмәҫ, ололар һөйләгәндә тыңлай белмәйһең, тип һуҡраныр. Үҙенең ҡалала йәшәгән ҡыҙын маҡтар, йылына бер ҡайтып инмәгән улының кәләшенең матурлығын һеләгәйен ағыҙып тасуирлар. Һис юғы, Ғәзимдең берәр ерен оҡшатмаҫ, ҡасандыр Сәриәнең үҙенең улына сыҡмауын иҫкә төшөрөр.

Әрһеҙлеген әйтеп кенә аңлатырмын тимә. Ҡайһы саҡта үҙе мәрәкә хәлдәргә лә тарый ошо холҡо менән.

Хи-хи-хи... Әлеге лә баяғы Ғәзимдең еңелсә төшөрөп ҡайтҡан, дәрте ташҡан саҡ ине ул көндө. Нишләптер ишекте эстән элергә онотҡандар. Балалар — өләсәләрендә, өйҙә — аулаҡ. Кескәй сабый бишектә йоҡлай. Утыҙҙы саҡ тултырған йәш ир менән ҡатынға ни... Унан һуң, Ғәзимдең башындағы уйы берәр ерҙә ойоштомо, ҡаршы тора буламы һуң Сәриә? Нәҡ ҡыҙыҡ мәленә генә еткәндә...

— Һ-һаумы, Сәриә! Ни хәлдәһегеҙ, күршеләр?

Тауыш ишетелеп тә өлгөрмәне, артынса уҡ йоҡо бүлмәһенең эсенә... Сырур ҡарсыҡтың башы тығылды. Уныһы ғына етмәгән, өҫтәренә юрған тартылған йәштәрҙең аяҡ осона уҡ килеп ултырҙы. Ултырҙы ла — онотолдо.

— Анау ни, арғы ос Шәриф нығыраҡ төшөрөп йөрөй ине, ҡатыны үҙен Тәскирәлә тотҡан икән, — тип, хәбәрен дә теҙеп китте. — Тол хәлен аңлап була ла инде, әллә беҙ улай түгел инек...

— Миңлесырур апай, ней, беҙгә кейенергә ине, — тине уңайһыҙ хәлгә ҡалған Сәриә, ултырғыстағы күлдәгенә үрелергә тырышып.

— Һәй, шул Шәрифте әйтәм, аптырап та барғандыр инде Тәскирәгә, ҡатынының бит арты менән алды бер — тип-тигеҙ...

Башына шарап менән харап шауҡымы йүгергән Ғәзим түҙмәне, юрғанды асып ебәрҙе лә ҡатынының өҫтөнә ҡапланды.

— Минең кәләштеке — во!

Шул саҡта ғына Сырур ҡарсыҡ үҙенең ҡайҙа ултырғанын иҫенә төшөрҙө, ахыры, һикереп китте. Ауыҙы асылды. Күҙҙәре сытырлап йомолдо, кипкән ағас ботағылай тармаҡланған бармаҡтары бүлмә ишеген һәрмәне.

— А-ай, Аллам, о-оят-һыҙҙа-ар! Оло кеше тип торма-ай... — тип, бар көсөнә сәрелдәне. Уның тауышы тышҡа сыҡҡас та тынманы, өйөнә табан түгел, киреһенсә, урам буйлап төшөп китте: — Оятһыҙҙар, ыстырам, көпә-көндөҙ, — тип, юлда осраған һәр кешене арбаны, өй эстәрен ураны.

Был юлы ла Сырур ҡарсыҡ ғәҙәтенән сыҡманы. Өҫтәл артынан урын алыуы булды, шундуҡ кәнфит һауытын асты, сәйнүккә ҡул суҡтарын тейгеҙҙе.

— Сәйең ҡайнар. Ҡана берҙе яһа әле, тамаҡ кипте. Ялтыр тышлы, матур һүрәтле кәнфиттәрең дә өҙөлмәй, — тине лә сынаяҡҡа үрелде. — Һин иреңде сәй ҡайнатып, ҡиммәтле кәнфиттәр ултыртып көтөп тораһың, ул лаяҡыл иҫереп ҡайта. Ҡуй инде...

— Уны ғына түгел, Миңлесырур инәй, һинең Ғәзимдән биш минут ҡына һуңлап инереңде белеп ҡайнаттым. Үҙең яһап эс, ҡулым ҡамырлы.

— Харап икән, бигерәк төртмә телле булып киттең. әле, Сәриә, иреңдең эсеүе артыңа күрә саҡ һинең. — Сырур ҡарсыҡ ултырған ҡаҙҙай әйләнгеләне, бейәләйен табалмай йөҙәне, быймаһын кейәлмәй аҙапланды. — Тәскирә һымаҡ берәрһе иреңдең самогонына аҙҙыра торған дарыу бутаһа, белерһең әле...

Ҡарсыҡтың һуңғы һүҙҙәре күңеленә шом, яраһына тоҙ һалһа ла, ҡабалан-ҡарһалан сығып һыҙыуы мәҙәк булды Сәриәгә. Ихластан көлдә ул. Барып Ғәзимде ҡосто, битенән үпте. Муйын тәңгәлендәге күлдәк төймәһен ысҡындырҙы. Үҙендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо, иңбашынан ауыр йөк төшкәндәй булды.

— Баҡсаларҙа сәскә атҡан,

Һин ултыртҡан бөрлөгән... — Ҡамырлы ҡулын килешле күтәреп, бармаҡтарын шартлатты ҡатын, ҡыҙ сағында яратып башҡарған бейеүенең көйөнә аяҡтарын тыпырлатты. Битенә ҡамыр сәсрәүе лә, хужаһының ҡыланышына аптырап күҙҙәрен алартҡан бесәй балаһы ла ҡыҙыҡ ине уға. Барып магнитофон төймәһенә баҫты. "Ламбада" көйөнә ҡушылып йырланы, кәүҙәһендәге бар гәүһәрҙәрен уйнатып бейергә кереште: — Тай-да-да-да-да, да-да-да-да... да-да-дау-у... Тип-тири-дам-да-да-да-дам...

...Һай, мунсаны ҡыҙыу яҡҡан. Миндек парлағанда ла түҙеп торғоһоҙ. Тамсы ташҡа төшөп етмәй шаж да пож сәсрәп юҡ була, эҫе пар тынды ҡура. Кипкән, һыуыҡҡа бөрөшкән ҡайын япраҡтары кинәнес таба, һулап туйғыһыҙ еҫен ҡоромға ыҫланған бүрәнәләргә, ҡарайған ултырғыс-эскәмйәгә һеңдерергә тырыша. Уның артынса, парға ҡушылып, мәтрүшкә еҫе иҙән-түбәне әйләнә, ҡыҫылған ишектән ҡышҡы һауаға йәй һулышы өрә. А-ахх, мунса еҫенән дә тәмле еҫ, тәндең сафланырға тырышып ярһыуынан да интеккес ғазап, ҡайнар миндек ҡағылыуынан да илерткес ләззәт юҡтыр донъяла. Быларҙың барыһын бер нәмә менән генә сағыштырып була. Хәйер, уныһы...

Сәриә йыуылған иҙәнде, һыуға сумдырылған миндекте, урындарына ҡуйылған йыуғыс, һабындарҙы күҙҙән үткәрҙе. Маңлайына бәреп сыҡҡан тирҙе һөрттө лә, арҡаһына фуфайкаһын элеп, өйгә табан ашыҡты. Һалҡын һыуы ғына аҙыраҡ, тағы алып килергә булыр, тип уйланы ул. Иң тәү ике малай сабынып сығыр. Үҫкәндәр инде, бешеп-нитеп ҡуйырҙарына ҡурҡырға түгел. Һуңынан ҡыҙҙарын йыуындырыр. Улары бәләкәйерәк, ҡыҙ балаларҙың үҙҙәрен генә мунсаға ебәреү ҡурҡыныс. Мунса эйәһе лә ирҙәр ҡиәфәтендә була, ти, малай-шалай ҙа шуҡ: төнлөктә төртөп төшөрөрҙәр, шайтан булып та олорҙар. Хәйер, хәҙер уларҙы өйҙәренән ҡыуып сығарырмын, телевизорҙан айырырмын, тимә. Элек кенә ул...

Хи-хи-хи... Бөгөнгөләй хәтерендә, бәләкәй саҡтарында апаһы менән мунсаға киттеләр. Элгәре мунсаны картуф баҡсаһы уртаһына, хатта артына һалалар ине бит. Сәриәләрҙеке ырҙындың нәҡ уртаһында ине. Апаһына шул ун өс йәштәр булғандыр, үҙе ике йәшкә кесерәк. Киттеләр. Сисенеп эләүкәгә генә менгәндәр ине, шап — төнлөк сепрәге эҫе һыуға! Сәриә сәрелдәп ебәрҙе. Апаһы сепрәкте ҡыҫҡыс менән алды ла тағы урынына тығып ҡуйҙы. Үҙе төнлөктө терәп тора. "Әһә, — тине ул, — малайҙар! Сепрәкте тағы этәләр. Хәҙер улар беҙҙе тәҙрәнән күҙәтерҙәр". Шуҡтың шуғы ине апаһы. Тәҙрәнең ҡорғанын асты, ҡарайған быяланы йыуып төшөрҙө.

— Апай, улай бит беҙ ялт итеп торабыҙ, — тине Сәриә, мөйөшкә һыйынып.

Апаһы шаҡ ҡатырҙы: ҡором менән ике янбашына күҙҙәр, ҡаштар төшөрҙө, ҡоромға буялған мунсаланы боттары араһына ҡыҫты ла артын тәҙрәгә ҡапланы, һуҡыр лампаны аяҡтары араһына ултыртты. Оҙаҡ та торманы, тышта сәрелдәшкән тауыштар ишетелде:

— Мунса эйәһе тәҙрәнән ҡарап тора-а...

— Е-ен!!! А-а...

— Ш-шай-та-ан!

Ҡыҙҙар соланға йүгереп сығып, таҡта ярығына ҡапланды. Баҡса ыҙаны буйлап өс-дүрт малайҙың йылғаға табан һыпыртҡаны, әй, мәрәкә ине: алдан әлеге Миңлесырурҙың улы саба, арттағылары ҡолай, тора һалып тағы йүгерә, берәм-берәм кәртә аша һикерешәләр. Ҡыҙҙарҙың көлөп һындары ҡатты. Һуңынан малайҙар араһында: "Сәриәләрҙең мунсаһына ен эйәләшкән", — тигән хәбәр оҙаҡ йөрөнө.

Хәҙер малайҙарҙы өйҙән сығарып булмай. Ана, Сәриәнекеләрҙе генә ал — телевизор төбөнә бәйләп ҡуйғандар, тиерһең. Ашарға ултыртам тиһәң, айырылмайҙар, мунсаға инде кино бөтмәйенсә ебәреп булмай. Боевик, унан триллер, тағы әллә нәмәләр...

— Малайҙа-ар, мунсаға-а, — ишекте аса башлағансы уҡ Сәриә улдарын ашыҡтырырға тотондо. — Малайҙар, тим бит, мунсаға!

Сәриәнең бер холҡо бар: башына ниндәйҙер уй алһа, эшләмәйенсә ҡуймай, ошо уй мейеһенә кереп урынлаштымы — күрергә тейешле нәмәләрен генә сырамыта, ҡалғаны, ҡырҡмаһа ҡырҡ яҡҡа таралып ятһа ла, күҙенә салынмай. Әле лә шулай булды.

— Һауғынамы, әхирә-әт!

Сәриә һиҫкәнеп китте. Ниндәй бисә был? Табаҡтай биттәренә уйылған күҙ һыҙыҡтарын кершән һөртөп ҙурайтҡан, улар өҫтөнән ҡаш яһап, ҡәләм йүгерткән, ирендәрен ҡуйы ҡыҙылға буяған, сәстәренең маңлай яғын аҡҡа, ҡалған өлөшөн һарыға мансыған йыуан ҡатын — синыфташы Суфия лаһа! Үҙгәрһә кеше үҙгәрә икән, өсөнсө йыл тирәһе генә күрешкәйнеләр, хәҙер танымай ҙа торорлоҡ.

— Су-Суфия... — Сәриә иҙәнгә биҙрәһен ҡуйҙы. Арҡаһына һалған фуфайкаһын һелтәп осорҙо. — Һи-ин бит бы-ыл...

— Танымайһыңмы әллә? Ҡартайыла шул, ҡартайыла-а... — Суфия өй уртаһында өйөрөлөп алды. Был уның, күр, мин ниндәймен, ә һин кибеп бөткәнһең, тиеүе һымаҡ ине. Һәр хәлдә, Сәриәгә шулай тойолдо. — Һин һаман шул килешһең. Тик ябыға ғына биргәнһең.

— Шайтан менән фәрештә генә ҡартаймай, Суфия, ҡырҡҡа етәбеҙ бит инде, — тип һуҙҙы Сәриә, әхирәтен ҡосоп. — Һин, ысынлап та, танымаҫлыҡһың. Тик ҡартайғанға түгел, таҙарғаның өсөн.

— Шулай инде, ҡалалағы эште үҙең беләһең. Эшләгән эш тә күренмәй, ауылға ҡайтырға ваҡыт та юҡ, — Суфия өҫтәл артындағы ултырғысҡа йәйелде. — Уф, арытты. Һеҙҙең осҡа килеп еткәнсе һушың алыныр, тыҡрыҡтан киткәйнем, һа-ай, ҡар баҫҡан, саҡ сығып етә алдым.

— Мин хәҙер сәй яңыртам. Һин һөйләй тор... Ә-әй, малайҙар, мунсаға!

— Һинекеләр нисәү булып китте әле? Осона ла сығырмын тимә.

— Берәүҙе тырыштырһаҡ, Алла бойорһа, бишәү була.

— Фундаменты барҙыр, бик ышаныслы һөйләйһең. Илдә хәйерсе үрсетеп, нимәгәлер шул тиклем бала? — Суфия устары менән ауыҙына һауа һелкте. — Әле берәүҙе нишләтер әмәл юҡ, йә бер әйбер таптыра, йә икенсеһе. Бик модный ҡыҙ — современная!

— Һәр ҡайһыһы үҙ ризығы менән тыуа инде, береһе лә артыҡ түгел. Тапҡаныма шатланып бөтә алмайым, — Сәриә, һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәп, балаларының мәҙәктәрен, холҡон һөйләргә булғайны ла, уйынан кире ҡайтты. Синыфташы барыбер аңламаҫ, тип уйланы. Шулай ҙа өләсәһе һөйләгән фәһемле хәлде бәйән итергә булды, — Өләсәйем мәрхүмә, ауыр тупрағы еңел булһын, бер ғибрәт һөйләр ине. Имеш, бабай менән әбей диңгеҙ буйында йәшәгән, ти. Тик диңгеҙ гелән өс кенә балыҡ биргән. Бер заман әбей бабайға: "Беҙҙең икебеҙгә өс балыҡ тамаҡ туйҙырырға ла, артҡанын һатырға ла етер ине. Әллә малайҙы һыуға батыраһыңмы?" — тигән. Бик оҙаҡ уртаҡ уйға килмәй торғандан һуң малайҙы һыуға төртөп төшөрөргә ҡарар иткәндәр. Тик аҙаҡ өс балыҡ түгел, икәү генә эләгер булған, ти, бабайҙың ауына. Бына шулай, Суфия, борондан һыналып килгән инде ул.

— Харап, һин дә әкиәт тоҡсайына әйләнгәнһең. Бәләкәйҙән өләсәйең итәгенә йәбешеп йөрөнөң шул, — тип, һаман үҙ туҡһанын туҡһан итергә тырышты синыфташы. — Балалар бәләкәй саҡта "бала" ғына, ҙурайғас "саға"лары сыға башлай шул уның. Әйтәм бит, берәүһенә баш булып булмай, көндәр буйы әллә ҡайҙа олағып йөрөй, һиңә генә әйтәм, әхирәткәйем, ун биш кенә йәш, ә пиво менән шаяра. "Араҡыны, виноны, яратамын мин аны", — тигән шикелле. Хәйер, беҙҙең заман үтте хәҙер. Йәшлек бер генә, ҡәҙерҙәрен белһендәр. Беҙ генә ул клубҡа сығырға ла әсәйҙәргә көндәр буйы инәлә инек. Сафлыҡты һаҡлаған булдыҡ, кем өсөн? Йолҡош ирҙәребеҙгә...

Сәриә өндәшмәне. Эстән генә тәүбәһен әйтте лә һүҙҙе кирегә борорға тырышты. Әхирәтенең кәйефен күтәргеһе килеп, ҙур яҡтан өс йәшлек ҡыҙын саҡырҙы.

— Ҡыҙым, Нәсиха, кил әле бында.

— Кәһкә?

— Ана, апайың һинән, үҫкәс кем булып эшләйәсәкһең, тип һорай.

Суфияның күҙҙәре осҡонланды. Ниндәйҙер мәрәкә хәл көтөп, сабыйға табан эйелде.

— Эйе, Нәсиха, кем булаһыңды әйтһәң, бынау кәнфитте бирәм, — тине ул, өҫтәлдән кәнфит алып.

— Ә-ә-ә, алтатасы, ул кәнфит беҙҙеке би-ит... — Нәсиха бармағын янаны. — Алтасылға ялама-ай! Унтайҙы асап туйҙы-ым.

Ҡатын ни эшләргә белмәне: ултырған урынында һикергеләне, борғаланды, ыҡ-мыҡ итте, күҙҙәрен алартып, бер сабыйға, бер әсәһенә ҡараны.

— Күмәк бала сиғандарҙыҡы шикелле үҫә инде ул, ҡуй, үҙең ҡотортоп, күстәнәс апкилмәгәнгә мыҫҡыл иттерәһеңдер, — тип ҡыҙып китте.

Сәриә уңайһыҙ хәлдә ҡалды. Ҡыҙын шелтәләп алды.

— Апайға шулай тиергә яраймы ни? Ул бит һинән, үҫкәс, ҡайҙа эшләреңде генә һораны, — тине лә, тағы баяғы һорауҙы бирҙе: — Йә, әйт әле, ҡыҙым, үҫкәс, ҡайҙа эшләйһең?

— Һинең һымаҡ деклетныйҙа эсләйе-ем... — тип һуҙҙы ҡыҙ. Үҙе бер сит апайға, бер әсәһенә ҡараны. Суфияға табан кескәй генә усын һондо... — Кәнфит биләм тинең бит...

Суфияла сабыйҙың ҡыҙыҡ һөйләүе ҡайғыһы юҡ ине. Был бала тағы берәр нәмә ләпелдәмәһен тигән һымаҡ, кәнфитте һауыты менән уға тотторҙо.

— Хәс тә сиған балаһыһың, Хоҙайым. Атайыңа оҡшағанһың! — Шул саҡ ул Ғәзимдең өйҙә күренмәүен иҫенә төшөрҙө. — Атаһы тигәндән, ирең ҡайҙа һуң? Күпме ултырам, күренмәй.

— Ә-ә... — Сәриә ҡулбашы аша баш бармағын ҙур яҡҡа һелкте, усын сикәһенә ҡуйҙы.

— Иҫерекме ни? Мин шаулайым тағы.

— Ю-уҡ, нишләп иҫерек булһын, ти, мунсаға тиклем ятып хәл ала. Таңдан тороп, шул фермаһына китә, меҫкенкәйем, арып, алйып ҡайта. Етмәһә, үҙебеҙҙә лә мал-тыуар фермалағы тиклем.

— Ауылда ни, ит үҙегеҙҙеке — һатып алырға түгел. Беҙ генә килоһын алтын хаҡына алабыҙ. Ауыл кешеһе аҙҙы хәҙер, вообще нахалға әйләнде. — Суфия баҙар хаҡтарын теҙеп сыҡты, ҡалала һәр нәмәгә аҡса кәрәклеген, уныһын еткереп булмауы, шуға ауылға йыш ҡайталмауы, башҡа бик күп нәмәләр тураһында теҙҙе. — Бына шунан аңлатып ҡара инде анау өс йәшлек балаға ни өсөн апаһының кәнфит һалып килмәгәнен... Ярай, Сәриә, килдем, күрҙем, тигән шикелле, хәлеңде белдем, холҡоң һаман шул килеш ҡалған икән. Мин ҡуҙғалайым...

— Атаҡ, сәй ултыртам бит, нишләп бик тиҙ ҡуҙғалаһың ул?

— Үҙең барып ултыр. Ҡалаға саҡырмайым, фатир әллә ни ҙурҙан түгел — ике бүлмәле генә. Был таборың барыбер һыймаҫ. Әсәйҙәргә килеп ултыр. Хотя, иртүк китәм инде... — Ишек тотҡаһына үрелгән Суфия кире төпкә килде лә устары менән өҫтәл өҫтөнә таянды. Йөҙө етдиләнде, ҡырыҫланды. — Беләһеңме, Сәриә, йәлләйем мин һине. Бәхетһеҙһең. Бер ни күрмәй, ауылда һаҫып ятаһың. Аптырайым, ни ҡыҙығын табаһыңдыр. Элекке һылыулығың ҡайҙа һинең, класташ?! Майға буяп ташлаһаң, эт тә яларлыҡ ерең ҡалмаған бит. Кеше һөйләгәнгә ышанмағайным, үҙем күрҙем инде. Ә телегеҙ зәһәр һеҙҙең, һай, зәһ-һәр, хатта анау өс йәшлек сиғаныңа тиклем йылан ағыуын сәсә!

Сәриә шаҡ ҡатып ҡалды. Асыуланып киттеме синыфташы? Ғөмүмән, ниндәй елдәр иҫеп, ниндәй йомош килтергән һуң уны? Сәйер ҙә, серле лә инде: һауанан төшкәндәгесә пәйҙә булды ла юҡҡа сыҡты. Ҡатын төрлөсә уйланы, тик әхирәте һөйләгәндәрен нимәгә юрарға белмәне.

"Бәхетһеҙһең". Балалыҡ әхирәте нимәгә ишараланы ла, ғөмүмән, нимә һуң ул бәхет? "Һуҡырҙың бәхете ике күҙ, аяҡһыҙҙыҡы — аяҡ, сулаҡтыҡы — ҡул, балаһыҙҙыҡы — сабый", — тиер ине өләсәһе. "Булғанына шөкөр ҡыл", — ти әсәһе лә. "Ошоларҙан айырмасы, Хоҙайым", — тип, көн дә таң ҡаршылай ул үҙе.

Синыфташының ирен ситтәре менән мыҫҡыллы йылмайып ултырыуын тик Сәриәнең кәмселеген табыр өсөн генә килгәнлегенә ишаралап була ине. Ҡатынға шулай тойолдо. Юғиһә тегенән сөй табып маташты, бынан семтеп ҡараны, ахыр сиктә сабыйға бәйләнде. "Майға буяп ташлаһаң, эт тә яларлыҡ ерең ҡалмаған", — тисе. Харап, нишләп эт яларға тейеш һуң әле? Йәнәһе, бала табаһың да, бала нәжесе йыуыуҙан бушамайһың, тимәкселер инде. Тапһа ни, кемдең ни эше бар? Һәр кем үҙ ризығы менән тыуа. Ире ҡағылып та өлгөрмәй, түлләнә башлауы һис кенә лә насар түгел. Тимәк, ырыҫлы нәҫел. Уға үкенмәй ҙә Сәриә. Шулай ҙа...

Тәүге улына ауырлы ине ул саҡта. Ҡапыл ғына ауырыны ла китте. Етмәһә, төн уртаһы. Буран ҡотора.

— Ғәзим, ауырый башланым, ахыры, фельдшерға бармайһыңмы? — тип, ул ирен уятты.

— Ете төн уртаһында ҡайҙа бараһың, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? — тине лә буласаҡ атай кеше, артын туңҡайтып, әйләнде лә ятты. — Түҙ, иртән машина юллап килермен...

Түҙерһең, ти, бар, түҙеп ҡара! Ирен һөйрәп төшөрҙө лә, ҡорһағын тотоп, ишекле-түрле йөрөй башланы. Һуҡрана-һуҡрана сығып киткән Ғәзиме ярай әле тиҙ ҡайтты: әсәһен уятып ебәргән, ағаһының "Беларусь"ын ҡабыҙып алып килгәндәр. Шулай итеп, ун биш саҡрымды тракторҙа саҡ апарып еткерҙеләр. Ә ярты сәғәттән инде — улдары тыуҙы!

Шулай ҙа ауылда лаҡап таралды ул саҡта. Тәүгеһе — "түҙ, иртән машина юллармын". Икенсеһенә Сәриә үҙе сәбәпсе булды. Ауыртыуына түҙәлмәйенсәме, әллә иренең бошонмауынанмы, дауаханаға ингән саҡта ул: "Эх, ниңә кәрәк булды икән, Ғәзим?" — тип әйткән, имеш. Уныһын хәтерләмәй. Шулай ҙа һуңғы һүҙҙәрен ауыл халҡы ташҡа баҫып ҡуйҙы.

Юҡ, һис үкенмәй Сәриә итәк тулы балаһы булыуына. Ана, элегерәк ете-һигеҙе лә күпкә һаналмаған, ти ҙә ҡуя. Уның ҡарауы, алдыртыуының гонаһынан ҡурҡа. Өләсәһе гелән: "Хоҙай яралтҡан сабыйыңды алдырта күрмә. Әхирәткә барғас, ҡәберстанда шул балалар йылан булып үҙеңде имеп ятыр", — ти торғайны. Шулай булмай ни, күрәләтә үҙ балаңды бысаҡ аҫтына бирергә риза булсы әле. Ана, уйнап-көлөп пыр туҙышалар, ниндәй күңелле өйҙә. Шуларҙың береһен генә барып алдырһа... Тәүбә-тәүбә, Хоҙайым һаҡлаһын, бер йүнһеҙ ҡатындың һүҙҙәре тип, әллә ниндәй уйҙарға бирелдесе Сәриә. Хәҙер Суфия күптән синыфташы түгел дәһә, элек ул белгән әхирәте лә түгел. Синыфташ булараҡ мәктәп йылдарында тороп ҡалһа, әхирәте арбаһынан уйҙар айырмалығы барлыҡҡа килгән саҡта уҡ төшөп ҡалғандыр. Үҙҙәре лә һиҙмәгән, тормош мәшәҡәте шулай иткән, донъяға ҡараштары һәр ҡайһыһын айырым юлдан оҙатҡан. Бәлки, шулай булырға тейештер ҙә. Ғүмер юлы оҙон бит, айырым арауыҡта кем юлдаш, фекерҙәш булмай ҙа, күпмелер саҡрым үткәс, кемдәр менән ҡабаттан осрашып, тағы айырылмайһың...

— Һо-о, рәхмәт, әсәй, пары шыжлап тора!

— Үәт шәп, әй, мунса-а...

Хәлдәре бөткән малайҙар арҡыс-торҡос диванға ауҙы. Дәфтәрҙәре менән ауыҙҙарына һауа һелктеләр, ах-бух килделәр.

— Һыйыҡ сәйең юҡмы, әсәй?

— Хәл бөттө прәме...

Сәриә өтәләнеп сәй яһаны. Өҫтәлгә бал ултыртты, сәйнүк эсенә услап мәтрүшкә һалды.

— Үәт, ваҡ ирҙәр инәлтә әй, — тигән булды ул. — Ярай ҙа өйләнешкәс, әсәйегеҙ һымаҡ ҡатын тура килһә. Биләтеп теңкәһен ҡоротор инегеҙ, шилмалар.

— Беҙ, әсәй, нәҡ һинең һымаҡҡа өйләнәбеҙ. Биттәрен штукатурить иткән, маймылланып атлаған ҡатын кәрәкмәй, — тип шаяртты оло улы. Үҙе һикереп торҙо ла әле генә һөйләгән бисәләр булып ҡылана башланы. Арт һандарын уйнатҡыланы, ҡулдарын килешле генә итеп һауала бәүелтте. — Ай, ай, мин һыйыр һауа белмәйем бит әле, һөттө лә сосканан ғына тамсылап эсәм. Күберәк китһә, эсемә тейә...

Өй эсе шат тауышҡа күмелде. Ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа төрлөсә ҡыланды, кинола күргән иркә ҡатындар һымаҡ ишекле-түрле йөрөнө.

— Ярай, әртисләнмәгеҙ. Малайҙар, һеҙ сәй эсегеҙ, ҡыҙҙар — мунсаға. Хәҙер барып йыуындырырмын.

— Ә атай бармаймы ни?

— Атайығыҙҙы тәмлеһенә генә уятам. Әлегә хәл алһын...

Шулай ҙа ирен уятырға кәрәк, тигән уйға килде Сәриә. Мунсаға тиклем сәй эсеп алһын, ҡырынырға лезвие-маҙарын әҙерләһен. Юғиһә икенсе мунса яҡҡансы һаҡал-мыйыҡтан арынырға ла ваҡыты юҡ меҫкендең. Ауыл кешеһе ни бигерәк ҡыҙыҡ шул бер уйлаһаң: мал уны йәшәтә, үҙе мал өсөн йәшәй. Иртән сығып ҡаҙҙары менән ҡаңғылдашһа ла күңеле була, һәүкәше көйшәмәһә лә йәне үртәлә. Бер ҡарағанда һыйырын һыйпап-һыйпап һөйә, тегенеһе тыңламаһа, оса һөйәгенә һәнәк һабы төшөрөргә лә күп һорамай. Һәүкәштәрҙе иркәләгән, тиргәгән һүҙҙәрҙе бергә йыйһаң, таңдан ауыл өҫтө әтәс "ки-ки-рикү"ге генә түгел, ә мал ҡараған, йәйен көтөү ҡыуырға ҡабаланған ҡатын-ҡыҙҙың иркә, наҙлы, асыулы, зәңгәрле-йәшелле, сырылдыҡ, тағы әллә ниндәй тауыштарға күмелер ине. Үәт, магнитофонға яҙҙырып, шуларҙың барыһын көсәйткестән еппәрергә! "Малҡай, иҫән-һау төн үткәрҙеңме?" "Пр-рҡай..." "Тик тор, былай ҙа йоҡлап ҡалғанбыҙ". "Һәүкәш, хәҙер биҙрә төбө менән һалам". "Ах, зәрәзе..." Быларҙың бары бергә яңғыраһа-а...

Сәриә үҙ уйҙарынан көлөп ҡуйҙы. Уның күҙ алдынан ауыл көтөүе, ошо көтөү эсендә һыйырҙарына эйәргән барса бисәләр үтте. Бына улар, биҙрәләрен тотҡан да, һәүкәштәре артынан төшкән. Иң алдан йыуан Әсмә симменталын ҡосҡан, йыуан баш бармағын һауала уйнатып "во!" ишараһы яһап бара. Ауыҙы йырыҡ. Йыуан булһа ла, ошо кәүҙәһе үҙен һаран һымаҡ күрһәтһә лә, күңеле киң уның, эсендәге тышында — итләс битенә тиклем ихласлығы яҙылған. Кешегә түгел, малдарына ла алама һүҙ әйткәне юҡ. Шуға ла барған һайын һәүкәшенең маңлайынан үбеп-үбеп ала. Артынан өтөк Шәрифә эйәргән. Исем аталыуы гелән ҡабаланған, бар эшкә лә өлгөрөргә тырышып өтәләнеүҙән. Мал хужаһына оҡшай, тигән шикелле, һыйыры ла нәҡ үҙе. Бер ерҙә үлән уртлап өлгөрмәй, икенсеһен барып ҡаба, өсөнсө яҡҡа ҡайыра. Хужаһы ла ҡабаландыра: "Йә, тиҙерәк Әсмә һыйыры тиклем дә була белмәйһең, йүнһеҙ!" Һәй, мәҙәк икән был мал көтөүе менән ҡатын-ҡыҙ өйөрө бергә ҡушылһа! Ана, иң арттан йоҡосо, юҡ, исемен әйтмәйек, йә үсегеп йөрөр, әйҙә "йоҡосо" булһын да ҡуйһын, шуның ташбаҡаһы килә. Хужаһы ауыҙын ҙур асып иҫнәгәнгә быныһы күҙҙәрен аларта ла иренеп кенә икенсе аяғын баҫа. "Ә-әйҙә-ә, атла инде-е, ярай, көтөүҙе ҡыуып етерһең әле, мин ҡайтып китәйе-ем", — тип, йоҡосо кирегә атлай. "Һөйәк"тең дә һиңмайы үҙе һымаҡ. Көйшәүҙән бушамай. Ашағаны ҡайҙа баралыр, аптырарһың, тире аша тәнендәге бар һөйәге тырпайған, тығынған һайын, артынан шыйыҡса сәптерә. Бының ҡырҡ ҡартаһы ла, ҡарыны ла юҡ, ахыры, билләһи, ҡыҙыл үңәсе тура эсәгенә сразы тоташҡандыр. Ә Сәриәнең һыйырҙары ҡайҙа һуң? Урта тирәлә, өсөһө айырылышмай улар. "И-и, малҡайҙар, әҙәм рәтендә әҙәмсә йөрөгөҙ инде, йыуаш булһағыҙ, арт тирәгеҙҙе һөҙөрҙәр ҙә ҡайтарырҙар. Йөрөрһөгөҙ себенләп. Әйҙәгеҙ, һәүкәштәрем, һәй, аҡыллыларым..."

— Әс-сәй, һөйөнсө, аҙбарҙа бәрәс тауышы сыға!

Сәриә башын һелкте. Мунсаға киткән ҡыҙҙары кире ингән икән.

— Э-э, нимә?

— Һөйөнсө, һарыҡ бәрәсләгән, тауышы сыға!

Өй эсе дыу килде, бәрей туйы ҡупты: малайҙар кем уҙарҙан элгестәге кейемдәрен тартҡыланы, ҡыҙҙар сырылданы, урындарында сәпәкәйләп һикергеләне.

Ҡатын ирен уятты.

— Ғәзим, тор әле йәһәтерәк, теге йәш һарыҡ бәрәсләмәнеме икән, тауышы сыға, ти. Ғәзим, тим, ас әле күҙеңде.

— Ы-ы... Хәҙер ҡайтам, эште генә бөтөрәм дә... — Ир ауыҙ эсенән өҙөк һүҙҙәр мыңғырланы. — Ы-ы...

— Ҡайҙа ҡайтаһың, ти, тора һал, бәрәсте һөҙөп ҡуйырҙар әле, — тип, Сәриә ирен дер һелкетте. — Малайҙар, сыға тороғоҙ. Хәҙер мин утты яндырам.

Бына ул тәбиғәт мөғжизәһе! Яҡты донъяға тыуып та өлгөрмәгән бөҙрәкәй суп-суп әсәһенең еленен тылҡый. Ҡайһы арала тыуған, ҡайһы арала һарыҡ уны ялаған, үҙе аяғына баҫҡан тиген. Суп-суп...

— Әннә, әннәү, кем уның йөнөнә бигуди ҡуйған? — тип һорай һалды алты йәшлек Сәғиҙә.

— Алла бабай инде, Алла бабай...

— Әннә, ә һарыҡ бәрәсте нисек апҡайтҡан...

Сәриә ни тип яуапларға белмәне. Күҙен ыуғылаған Ғәзим дә телһеҙ ҡалды.

— Нисек тип ни инде, ҡыҙым, арҡаһына һала ла урмандан алып килә, — тигән булды уныһы.

Үҙҙәрен олораҡ тойған малайҙар шырҡылдашты. Төрткөләштеләр.

— Минең һымаҡ өсөнсө класҡа уҡырға барғанда белерһең әле, — тип күкрәген ҡапайтты Ғилман.

Сәғиҙә лә бирешмәне.

— Ә-ә, алдайһығыҙ, балаһы уның эсендә була. Ҡорһағы ярылып китә лә бәрәскәй унан төшә, һуңынан ҡорһағы тағы ябыла, — тип тәтелдәне.

— Эйе, шулай ти... — Ғилманға һүҙен әйтеп бөтөрөргә бирмәнеләр, ағаһы ҡабырғаһына төрттө. — Нишләп миңә төртәһең?

— Бәрәсте өйгә индереп торорға кәрәк, әсәй, — тине өлкән улдары. — Туңып ҡуйыр.

— Дөрөҫ әйтәһең, улым, хәҙер әсәһе ялап бөткән инде, имеп тә туйғандыр. Бөгөнгә алып инәйек тә, иртәгә йылытылған бура эсенә ҡуйырбыҙ. Әлегә унда һарығын ябып торайыҡ, бүлмәне йылытһын. — Ғәзим һарай эсенә буралған кескәй бүлмәнең ишеген асты. "Теплушка" тип йөрөтәләр уны урыҫсалап. — Ҡана, һарығы ошонда ҡунһын, тыны менән йылытһын.

"Бә-ә... Бә-ә..." Был донъяла иң ҡәҙерле, үҙенә генә таныш, танһыҡ еҫ килгән әсәһенән, һурған һайын балдай татлы йылы һөт тамған елен баштарынан айырылған йән эйәһе яр һалып аҡырҙы. Бейәләйҙән саҡ ҡына ҙурыраҡ нәмәҫтәкәйҙең ҡайһы еренән сығалыр был тауыш, аңламаҫһың. Бар өй эсен яңғырата. Кәлтер-көлтөр баҫҡан хәлһеҙ аяҡтары иҙән буяуына тая, әсәһе эргәһендә саҡта мәҙәк һелкенгән кескәй ҡойроғо ла төшкән, үҙе өсөн ерәнгес еҫ моронон ҡытыҡлай, бышҡырта. Етмәһә, килеп-килеп башынан, арҡаһынан һыйпайҙар. Был сағында бәрәскәй күҙҙәрен йома, тәне буйлап интектергес рәхәтлек ғәләмәттәре үткәнгә ҡалтырай. Өшөй ул. Йылы ғына күренгән өй ҙә һыуыҡ төҫлө. Шул саҡ эс тәңгәлендә ниҙер тулыша, ҡойроғон күтәртә. Фанилыҡта тәүге тапҡыр ул ауыртыу һиҙә һәм...

— Ән-нәү! Бәләс бес итә-ә... — Нәсиха, шатлыҡ йомортҡаһы тапҡанмы ни, үрә һикерҙе. Урынында тыпырланы. — Бәләс бес итә-ә. Галсук кәләк. Минең галсукты билеге-еҙ!

— Моғайын, был ҡыҙҙар мунсаға бармаҫ, — тип йылмайҙы Сәғиҙә. — Әйҙә, үҙебеҙ инеп сығайыҡ.

— Юу-уҡ, әсәй, мин бөгөн мунсаға бармайым. Һинең дә ҡойонаһың килмәй, ибет, Нәсиха?

— Мин бәләс менән балам. Бәләсте йыуындыла-ам, — Нәсиха сәпәкәйләне, өлтөрәп йөрөп таҫтамалдарын әҙерләне. — Ана бит быслаҡ бәләс, йыуындылам уны...

— Үҙе ҡара ул, бысраҡ түгел. Әсәһе ялап таҙартҡан бәрәскәйҙе, ибет, әсәй?

— Эйе, ҡыҙым. Уның туны ҡап-ҡара. Ә бына муйынына аҡ галстук таҡҡан.

— Әннәү, беҙҙең бәрәс ҡыҙмы, малаймы?

— Ҡыҙ...

— Ә ҡыҙҙар бит галстук таҡмай, әйҙә, муйынса булһын уныһы.

— Шулай булһын. Ә исемен нисек ҡушаһығыҙ һуң?

— Ы-ым...

— Ней...

— Ярай, һеҙ исем уйлай тороғоҙ, беҙ мунса ҡойоноп сығайыҡ, — тип, Сәғиҙә шкафтан яңы таҫтамалдар, йыуылған кейем-һалым алды.

Ғәзим ҡабаланманы. Өндәшмәй генә сәйнүктән сынаяҡҡа һыу ҡойҙо. Уртланы. Сәғиҙә ирен ситтәре менән генә йылмайҙы. Моғайын, иренең башы сатнайҙыр, тип уйланы ул, әллә нигә бер төшөргән була ла шулай күтәрәлмәй йөрөй. Был саҡта ҡатын уны йәлләй ҙә, Ғәзимдең һалмыш сағында йәненә тейгән һүҙҙәрен иҫкә төшөрһә, аҙыраҡ интегеп, этләнеп алһын әле, тип тә ҡуя. Былай алама ҡыланыуын ҡыланмай ул, шулай ҙа артығыраҡ "батырланыбыраҡ" китеүсән. Уныһы бала сағынан, иркә үҫеүенән киләлер. Әсәһе бик ныҡ иркәләгән уны. Шуға ла ҡайнатаһы гелән: "Боҙҙо малайҙы, ажғырып торған ир итергә ине лә, йыуаш, иркә булды", — тип һуҡранып алыусан.

Хи-хи-хи... Ғәзимдең кескәй сағындағы мәҙәктәре күп инде ул. Бер заман әсәһе уға, тешең боҙола, тип, кәнфитте ғәҙәттәгесә кеҫә тултырмай, бер нисә бөртөк кенә биргән. Шуға дүрт-биш йәштәге малай асыуланған. Юҡ, иламаған. Ә соландағы һыу тултырылған феләк өҫтөндәге сүместе алған да: "Билмәһәң, тәҙләне ватам", — ти икән. Ғәҙәтенсә, әсәһе уны тыймаған. Тик: "Ват, улым, ват, бәләкәйерәген генә ват", — тип әйткән, имеш.

Ана шул холҡо һаман килә Ғәзимдең. Аҙыраҡ ҡырын һалып алһа, бөтөнләй балалығына ҡайта, тиерһең. Сәриә килен булып төшкәс тә, ҡәйнәһе уға: "Килен, Ғәзимдең тамағын ныҡ ҡара инде, бигерәк ашамай шул ул, картуф ҡыҙҙырһам да, табаның төбөн генә ҡыра", — тигәйне. Таба төбә майлы була шул, тип, саҡ ысҡындырманы Сәриә. Әйткән булһа, билләһи, ҡәйнәһе ай буй өндәшмәҫ ине.

— Нимә, ҡартым, хәл юғыраҡмы әллә? — тип хәйләкәр йылмайҙы ҡатын.

— Юғыраҡ шул... — Ғәзим маңлайына төшкән сәсен бармаҡтары менән артҡа тараны, ҡаҙ-өйрәк тәнендәге төпһәләй булып сикәһенә сыҡҡан һаҡалын һыпырҙы. — Дә-ә...

Моғайын, ире бесән аҫтындағы "сәкүшкә"һен онотҡандыр. Һорар ине. Санаһынан малдарға аҙыҡ таратырға сыҡҡан ҡатындың һәнәге "сырт" итеп ҡалды. Әһә, тип уйланы ул, йәшереп ҡуйғаны ла бар икән бының. Ярай әле, ватылмаған. Тегене Сәриә ҡуйынына тыҡты ла мейес артына индереп ҡуйҙы. Һораһа, бирер, һорамаһа, бахмуры былай ҙа үтер. Бер айныны иһә ауыҙына көсләп һалһаң да йотмай ул.

— Анау бәрәсте мейес артына урынлаштырыр инең, Ғәзим, — тигән булды Сәриә, ирен хәйләкәр генә күҙәтеп. — Йылылыҡ етмәйҙер бахырға, ҡалтырай бит.

— Уф-ф... Малайҙар урынлаштырыр әле.

— Харап, малайҙарыңа ышанһаң, Себер китерһең. Улар бәрәсте уйнатыуҙы ғына белә. Хәҙер хәл генә инһен хайуанҡайға, диван башынан төшмәҫ.

— Ярай, ярай. Минең ауырығанды белеп, юрый эш ҡушаһың, — тип һуҡранды Ғәзим. — Исмаһам, анау йүгергән балың да юҡмы ни?

"Йүгергән бал". Элгәре ауылдарҙа бал да ҡоя торғайнылар. Ағас мискәгә һалаһың да, ҡапҡасын ябып, өҫтөнә ауыр нәмә ҡуяһың. Әлеге шул Сырур ҡарсыҡ менән булған хәл был. Кистән һаламмы, бесәнме килтергән Зиннур ҡарт быға баш төҙәтергә ингән. Тегенеһе бер сүмес балды һоҫоп биргән. "Ох, шәп, Миңлесырур килен, балың. Бер-ике ҡалаҡ сода еппәрһәң, ишу ҙа килешер ине. Ҡана, берҙе тағы һоҫоп бир ҙә", — тигән йор һүҙле ҡарт. Был сығып китеүгә тегенеһе ике ҡалаҡ ҡына түгел, ярты ҡап соданы еппәргән. Балы сажлаған, божлаған — ҡапҡасты күтәрә башлаған. Аптыраған хужабикә өҫтөнә менеп ултырған, ти, тик балын ғына тотоп тыя алмаған.

— Оһ-һо!

Мейес араһынан Ғәзимдең балҡыған йөҙө күренде: шарҙай асылған күҙҙәр йылтырай, йырыҡ ауыҙы йәйелә бара, ғәжәпләнеүенән теле бер инә, бер сыға.

— Әйтәм бәрәс һөйләйһең, бында һарығы бар бит!

"Һарыҡ" тип был ауылда бер шешә араҡыны әйтәләр. "Һарыҡ салырға ине лә, бәйләргә арҡаны етмәйерәк тора", — тиһәләр, мотлаҡ: "Берәр ярты эсергә ине лә, аҡсаһы етеңкерәмәй", — тигән һүҙ. Сәкүшкәһе — бәрәс. Бына ҡайҙа һуҡтырған бит бисәһе, ә Ғәзим аңламаған.

— Һай, Сәриә, һин дә лаҡап менән һөйләшә башланың, — тигән булды ул. — Ярай, рәхмәт, төҙәлеп китһәм, ауыҙыма алмам.

— Туҡран тәүбәһе инде уныһы. Көнө буйы туҡ та туҡ эшләгәндән һуң башы ауыртҡанда туҡран да: "Башҡаса туң ағасты мәңге туҡылдатмам", — ти икән.

— Юҡсы, мине белмәйһеңме ни?

— Беләм, юрамал үртәйем. Әйҙә, киттек мунсаға. Миндек менән артыңды бешәйем!

...Яҙылған тән. Йомшарған быуындар. Күңелдәге кисерештәр дауылының һилләнә барыуы. Нәфсеһенең танһығы ҡанып, ләззәтле тойғоларҙың ете ҡатынан фанилыҡҡа ҡайтыу...

Тән-йән кисерештәренән йоҡо упҡынына сумған иренең күкрәгенә башын һалған Сәриә һөйгәненең битенән һыйпаны, дөп-дөп ярһыған йөрәк тибешен тыңлап ятты, ир-тир еҫе килгән ҡайнар ҡуйынына һыйынды. Әйтерһең, был минутта уның бар көс-ҡеүәтен, көндөҙ урғылған ғәйрәтен һурып алғандар. Үҙен көсһөҙ, һәр нәмәгә мохтаж итеп тойҙо. Тәнендәге барса һеңерен оторо тағатҡыһы, бәхет диңгеҙендә йөҙгән сәскә тажылай көсһөҙ, илерткес хис-тойғо еленә япраҡ-елкәнен киргән гөлдәй, наҙлы булғыһы килде.

Сәриә тәҙрәгә һалҡын һырлаған һүрәттең һәр биҙәген күҙҙән үткәрҙе. Ниндәй мөғжизә яғылған ябай ғына быялаға. Тулған ай боҙ шыршы ботаҡтарын, ҡар һырынтыларын нурлай, уларға йән өрә. Үҙе гиҙгән ҡара урмандарҙы, бейек-бейек тауҙарҙы кесерәйтеп төшөргән тиерһең Ҡыш бабай. Гүйә, ҡатын күрһен өсөн генә тәбиғәттең бер мөйөшөн гәлсәргә әйләндергән дә, айҙың тереһыу нурҙарын бөркөп, тәҙрәһенә яҡҡан. Бар донъя айҙың нурында ҡойона тиерһең. Ошо серле матурлыҡты ҡосҡоһо, барса гүзәллеген күңеленә һеңдергеһе, булмышын арбаған хистәрҙең тулҡынында ҡолас йәйеп йөҙгөһө килде ҡатындың.

 
 
Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: