Бөтә яңылыҡтар

Аҡыл эйәһе һәм бай

Бер аҡыллы кеше йәшәгән. Кистәрен уйын өйөнә таныштары, таныш булмағандар йыйылған, унын аҡыллы риүәйәттәрен тыңлаған, фәһем алған, һығымталар яһаған.

Аҡыл эйәһе һәм бай
Аҡыл эйәһе һәм бай

Был йыйындар өсөн ул кешеләрҙән бер тин дә аҡса алмаған. Иртән иһә был кеше ғаиләһен туйҙырырлыҡ аҡса эшләү өсөн баҙар майҙанына юлланған һәм битлек кейеп, төрлө тамашалар күрһәткән, ҡыҙыҡ-мыҙыҡтар һөйләгән.

Берҙән-бер көндө был аҡыл эйәһенең өйөнә бер бай килгән. Унын риүәйәттәрен тыңлап, тәрән уйға батып ултырған, тормош мәғәнәһе тураһында уйланған. Үҙенең йәшәү рәүешендә нимәләрҙелер үҙгәртергә кәрәклеге тураһында һығымта яһап, ҡайтып киткән. Ләкин бер нисә көндән ул да баяғы баҙар майҙанына һуғылған һәм майҙан уртаһында бер битлекле кешенең бар халыҡты ауыҙына ҡаратып һөйләгәненә ҡолаҡ һалған. Битлекле кешенең байҙарҙан әсе көлгән бер риүәйәт һөйләп торған сағы булған. Бай ҡаты асыуланып, халыҡты йырып майҙан уртаһына сыҡҡан да, битлекле кешене төртөп ебәргән. Кеше йығылып киткән, битлеге бер ситкә осҡан. Бай уны таныған һәм:

– Был кеше оятһыҙ, ике йөҙлө! – тип ҡысҡырған. – Кистәрен ул аҡыл эйәһе булып ҡыланып, аҡыллы һүҙҙәр һөйләй, ә иртән әртискә әйләнеп, аҡса йыя. Унын ҡылығында аҡыл бармы?

Баҙар майҙанындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдереп, геү килгән. Был хурлыҡлы ваҡиғанан һун кеше ҡабат баҙар майҙанына аяҡ та баҫмаған. Кистәрен дә унын өйөнә килеүсе булмаған.

Берҙән-бер көндө ҡалаға көслө дауыл ябырылған һәм ҡаланын яртыһын ер менән тигеҙләгән. Баяғы бай ҙа зыян күргән. Хәҙер инде ул ярлыға әйләнгән. Аҡса эшләү юлдарын белмәгәс, хәйер һорарға мәжбүр булған.

Бер саҡ хәйер өмөт итеп алға һоноп ултырған элекке байҙың ҡулына кемдер икмәк киҫәге һалған. Хәйер һораусы рәхмәт уҡып, күҙҙәрен күтәреп ҡараһа, алдында теге аҡыл өләшеүсе кеше баҫып торғанын күргән.

– Мин бит һине баҙар майҙанында хурлыҡҡа ҡалдырғайным... – тигән бай ғәйепле төҫ менән.

– Кешене хурлыҡҡа ҡалдырыу уға хәйер биреүгә ҡарағанда ауырыраҡ шул, – тигән кеше. – Теге саҡта һин минең хәлемде аңлап, миңә хәйер бирһәң, мин баҙарҙа сығыш яһамаҫ, ә аҡыл таратып ҡына ултырыр инем. Ә һин гонаһлыға әйләнмәҫ һәм бөгөн шул гонаһын өсөн был язаға тарымаҫ инең...

Читайте нас: