Бөтә яңылыҡтар

Ен эйәләшһә...(булған хәл)

Минең хәҙер йәшәйһем – йәшәлгән, ашайһым – ашалған. Тик ошо хәлдең кемдер башҡа берәү менән ҡабатланыуы мөмкин түгел, тимәгеҙ... Донъя был. Зәхмәт ҡағылыу, ен эйәләшеү кеүек нәмәләр һәр кем менән дә булыуы мөмкин. Ә ен эйәләшһә, тиҙ генә ҡотолормон тимә...

Ен эйәләшһә...(булған хәл)
Ен эйәләшһә...(булған хәл)
Мин ҡартлыҡ тигән берсә ҡурҡытырлыҡ, берсә һиҫкәндерерлек осорға еткән әбей кешемен. Үҙемдең үткәндәрем тураһында – йәштәргә ғибрәт итеп – яҙып ҡалдырғым килә. Берәүҙәр өсөн ғибрәт булһа, икенселәренә һабаҡ булыр.

Ҡасандыр минең дә матур хыялдарға төрөнгән йәш сағым бар ине. Ун дүрт йәшемдә үрге оста йәшәгән Хәтмулла тигән егеткә күҙем төшөп, мөхәббәт ялҡыны өтөп алды йәнемде. Ә ул икенсе ҡыҙҙы һөйә ине. Пар толомдарым бөгәремә етеп торған һылыу ҡыҙ булып үҫеп киләм дә, ул миңә хатта бер генә тапҡыр ҙа иғтибар  итмәне. Яуапһыҙ хистәр дөрләне-дөрләне лә, ваҡыт үтеү менән кинәт кенә һүнде.

Шулай бер көндө әсәйем яҡын туғанына туйға китте. Иптәш ҡыҙымды үҙебеҙгә ҡуна алып килдем. Булған ниғмәттәрҙе ашап, сәй эстек тә, утты һүндермәйенсә генә йоҡларға яттыҡ. Һөйләшә-һөйләшә йоҡлап киткәнбеҙ.  Төн урталары булдымы, таң алдынан микән – кемдеңдер йомшаҡ ҡына итеп битемде, сәстәремде һыйпауына уянып киттем. Иптәш ҡыҙым шаярталыр тип йылмайып, күҙемде асып ебәрһәм, янымда донъяла тиңе булмаған сибәр бер йәш егет ултыра. Күҙҙәренән түгелгән нурға ҡарап шаҡ ҡаттым. Ни эшләргә лә белмәйем. Матурлыҡҡа таң ҡалып, ауыҙ асырға ла ҡурҡып ятам. Дуҫ ҡыҙым әйләнеп төшөп, рәхәтләнеп йоҡлай. «Ҡысҡырма, матур ҡыҙ, мин һиңә бер насарлыҡ эшләргә лә йыйынмайым, тик үҙеңде яратырға ғына рөхсәт ит», – ти егет. Үҙем унан күҙемде ала алмайым, үҙем ҡурҡам. Ҡысҡырырға итеп тә ҡарайым, әммә тауышым сыҡмай. 

Әкрен генә ҡулдарымдан тотто ла, ятҡан урынымдан күтәреп ултыртты был. Ҡосағына алды. Быуынһыҙ булдым. Бер һүҙ өндәшә алмайым. Күтәреп алды ла иҙән уртаһында өйөрөлдөрә башланы. Башым әйләнеп китте. Ҡулдарым менән сытырҙатып муйынына йәбештем.

Был хәл аҙна һайын ҡабатлана башланы. Әсәй фермала дежурҙа булһа йә башҡа сәбәпле өйҙә ҡунмаһа, теге сибәр егет төн етеү менән килә лә инә. Юҡ, ул ишекте шаҡып, тупһа аша атлап үтмәй, нисектер тауыш-тынһыҙ шәүлә булып ҡына килеп инә. Теймәй ул миңә, тик ярата, наҙлай, ҡосаҡлай, әммә үпмәй. Йәшерен-батырын түгел, күтәреп кенә йөрөткән, ҡосағында иреткән был егеткә һушым китте. Их, мин әйтәм, дуҫ ҡыҙҙарыма күрһәтһәм был егетте, көнләшеүҙәренән үләләр бит инде былар, тип уйлайым. Күрһәткем килә лә, тик бына уның үҙенә был турала әйтергә ҡурҡам. Әсәйгә дә, дуҫ ҡыҙҙарыма ла төндә уның менән ҡосаҡлашыуыбыҙ, бер-беребеҙҙең тәне менән наҙланыуыбыҙ тураһында әйтергә оялдым. Ул үҙе лә был турала кешегә һөйләмәҫкә ҡушты.

Ете класс уҡығандан һуң бүтән уҡып мәшәҡәтләнмәнем, әсәй янына һыйыр һауырға эшкә килдем. Билдәле, ҡалаға китмәйенсә ауылда ҡалған егеттәр артымдан йөреп теңкәмә тейеп бөттөләр. Йәшем барған барған һайын күңелем бер кешегә лә төшмәй башланы. Клубта ла ҡыҙыҡ тапмайым, тиҙерәк теге наҙлап тилерткән сибәр егет янына ашҡынам. Хатта уны көтөп, төн йоҡламай үткәргән саҡтарым күп булды. Күҙемә килеп күренеүе була – балауыҙҙай ирейем дә төшәм. Әсәйем бер-бер нәмә һиҙенгәндер, тип шикләнеүҙәрем бушҡа ғына булған, һиҙмәне бер ни ҙә. Ә ул... ҡосаҡлап ала ла, тәнде иретә лә ҡуя... Үҙе былай теймәй тағы. Әммә яратыуына сыҙар әмәл юҡ. Был яҡты донъяла йәшәп ятыусы мин ғибрәтте ғәйепләмәгеҙ инде. Нишләйем һуң, йәш кенә башыма төшкән был «бәхет» өсөн кем ғәйепле?

Көҙҙәр етеп, ауыл халҡы мал-тыуар, ҡош-ҡорт һуя башлаған саҡтарҙа минең хәсрәтемдең сиге булмай торғайны. Сөнки һуғым ашын әсәй эскеһеҙ генә, Ҡөръән уҡытып үткәрә ине. Ғәзизйән бабай Ҡөръән уҡып киткәндән һуң сибәр егетем яртышар йыл буйына яныма килмәй тилмертә ине. Төндәрен, ул яныма килер тип, ҡулдарымды һуҙып көтә инем. Ниҙер булғанын йәнем һиҙенә, әммә шул аҡылыма барып етмәй генә бит. Барыһын да мулла бабайға  барып һөйләйһе лә бит. Юҡ инде, баш етмәгән, баш... 

Бына шулай йәшерен төнгө мөхәббәт утында яна-яна байтаҡ ғүмер уҙып та китте. Көндөҙҙәрен ваҡытым эштә үтте, төндәрем – «уны» көтөп. Ул арала йәшлектә  яратҡан йәрем - үрге ос Хәтмулла ике ҡатын алып айырырға өлгөрҙө. Яҙмыштыр инде, район үҙәгендә нефтсе булып эшләгән бер егеткә мин дә кейәүгә сыҡтым. Йәшем үтеп бара, ни булһа ла еңел, тинем дә – тәүәккәлләнем. Тормош юлдашым былай насар кеше түгел ине. Йүнлерәк эш тапҡансы тип, үҙе эшләгән ергә төнгө ҡарауылсы итеп урынлаштырҙы ирем. Кисен ҡарауылсы будкаһына барам да, бер аҙ йөрөп әйләнгәндән һуң, сәй ҡуйып, бәйләмемә тотонам. Шулай йыл ярым самаһы эшләнем. Тик бына ауырға уҙманым. Ирем дә бошалана башланы...

Уйландыра. Ирем командировкаға китмәгән ваҡыттарҙа икәүләп ҡарауыллайбыҙ. Эшкә лә, ғаилә тормошона ла күнектем. Тик был күңелде нишләтәһең инде. Булмай, сыҙап булмай,  «сибәремде» һағынам. Хәҙер йәнде һағыныу тигән афәт кимерә башланы. Хоҙайҙан шуның менән бер генә осраштырыуын  теләп, ялбарып төндәр үткәрәм.

Теләктәр ғәмәлгә аша икән ул. Ирем Себергә ай - ай ярымға китеп эшләй башланы. Мин инде бер нисә йыл һыйыр һауып, ҡулдарымдың һыҙлауына сыҙай алмай яфаланыуҙың ни икәнен онотҡанмын. Эшем бик яҡшы булды. Көсәнәһе юҡ, интегәһе юҡ. Будкама барам да, ҡул эше эшләп тик ултырам. Бер һүҙ менән әйткәндә, эш тә бара, бәйләм дә бәйләнә, йоҡо ла туя.

Бер көндө башым ауыртып, сирләштереберәк эшкә барҙым. Халыҡ эштән ҡайтып бөткәс, бикләйһе ишектәрҙе бикләп, ябаһы ҡапҡаларҙы ябып, будкаға бикләнеп кереп яттым. Һаташа-һаташа, йоҡомһорап ятҡанда баш осомда кемдеңдер йылы ҡулдарын тойоп ҡалғандай булдым. Бөтә сырхауҙарымды онотоп һикереп торһам – ҡаршымда ул йылмайып тора. Ҡарашынан һирпелгән нур бөтә булмышымды балауыҙ яһаны ла ҡуйҙы. Үҙемде-үҙем белештермәй, тегеңә ташландым. Уф, донъяларҙа шулай итеп ярата белгән йән эйәһе бармы икән? Бына шулай беҙ тағы бер-беребеҙҙе таптыҡ. Үпкәләшкән саҡтарҙа тегене,  керетмәйем будкаға тип, ишек-тәҙрәләрҙе кистән үк бикләп ҡуйған булам. Төн уртаһы етһә, түшәгемдә йылмайып ята ине. Ҡайҙан кергәндер, уныһын уйлап башымды ватҡым килмәне. Бына шул будкала ул мине үҙенең мәңгелек ҡатыны итте. Быға тиклем ҡатын-ҡыҙ булараҡ ҡағылмай ине бит ул миңә. Мин бына шул ҡағылмағаны өсөн ҡыуманым уны. Шуның өсөн яраттым да инде.

Ә ир менән... Теге «матурым» булғанда, әллә нигә бер генә ир-ат булып ҡараған кеше менән йәшәүҙе хуп күрмәнем. Үҙе лә мин тип йығылып китеп барманы. Балаларыбыҙ ҙа булмағас, шул Себерендә ҡалды ла ҡуйҙы. Әсәй быуын сире менән яфа сигә башлағас, яңынан ауылға ҡайттым. Икәү йәшәй башланыҡ. Икәү тип, икәү генә түгел инде...

Бына шулай әкренләп ғүмер уҙа торҙо. Үҙем дә ҡартая төштөм. Әсәйҙе ерләнем. Әммә төндәрен ир дәрте менән шашып яратҡан төнгө егетем бер генә лә төҫ ташламаны, һаман шул килеш. Үҙе йәш, үҙе нурға ҡойонған. Ирлек көсөнөң иге-сиге юҡ. Таң һыҙылғансы иркәләй-наҙлай, ярата. Үлә яҙам инде. Саҡ-саҡ йән бирмәй ҡалам. Һығып  элгән кер кеүек булам.

Ғүмерҙе шулай йәшәп үткәрҙем. Пенсия йәшенә лә еттем. Олоғайҙым, хәлһеҙләндем, ҡартайҙым. Ләкин «ул» минең ун дүрт йәшемдә беренсе тапҡыр килгән сағындағыса. «Ни өсөн һин бер ҙә үҙгәрмәйһең, йәп-йәш килешһең? Әбей кеше менән яратышыу оят түгелме һиңә?» – тимен. Йылмая ла: «Минең өсөн һин дә тап 14 йәшеңдә кеүекһең», – тип әйтә.

Йәш олоғайыу, эштә бөтөрөнөүҙәр үҙенекен итә шул. Хәҙер инде матур егеттең бер-ике төн генә булһа ла килмәй ҡалыуын Хоҙайҙан һорап төндәрен ялбарам. Теге «йүнһеҙем» тағы ла шәбейеберәк килә. Таң беленгәнсе хәлемде ала. Уның тәне тәнгә тейеү менән мин аңымды юғалтам, ойоп, онотолам. Тик таң менән кәүҙәне түшәктән һөйрәп тороп китеүҙәрҙең үлемгә бәрәбәр икәнен йышыраҡ тоя башланым. Ғүмер иткән күршем Хәмдиә ҡарсыҡ та аптырай башланы. «Тәүбә, тәүбә, төшкә тиклем йоҡлап ятаһыңмы әллә, әхирәт? Ен эйәләшмәнеме һуң үҙеңә?» – тип мыҫҡыллап та ҡуйғылай. «Яңғыҙ кешегә бәрей кейәүләһә лә ғәжәп булмаҫ,  донъяла  юҡ хәл түгелдер әле», – тигән булам. Үҙем оятымдан ер тишегенә кереп китергә әҙер. «Бик һыҙланам, төнө буйы ултырып сығам да, таңда бер аҙ ойоп китәм шул...» – тип аҡланырға тырышам.

Шулай ҙа күршем һуңғы арала йыш керә башланы. Доғалар уҡый, яйлап үҙем дә өйрәнә башланым. Бисмилланы телемдән төшөрмәҫ булып киттем. Үҙ-ара һөйләшә торғас, «ен эйәләшкән» кешеләр тураһында ла ишеткеләй башланым. Әхирәттәремә үҙемдең тормошом, үткәндәрем тураһында һөйләргә баҙнат итмәнем.

Теге сибәр һаман килә. «Килмә инде, ҡартайҙым бит, башҡа кешене ярат ана», – тимен. Асыулана. Ысынлап асыулана. Инде башҡаса сыҙар әмәлдәрем ҡалманы.  «Бынан ҡотолмаһам, үлтерә был бер аҙҙан мине», - тип уйлайым. Хәмдиә күршем: «Ҡөръән дә уҡытҡаның юҡ, доғалар ҙа белмәйһең, әллә ниндәй иҫәүән һин», – тип битәрләй ине гелән. Уйланым-уйланым да, тәүәккәлләп тигәндәй, әҙерләнеп Ҡөръән уҡыттым. Ышанаһығыҙмы, шул төндә рәхәтләнеп йомолоп йоҡланым. Бер нисә көн үткәс, ғәжәйеп бер төш күрҙем. Аҡтан ғына кейенгән үҙем кеүек бер ҡарсыҡ: «Туғанҡай, «Әт-тәхиәт» менән «Аятел Көрси» доғаларын күп тапҡырҙар уҡып, мунсала үҙең генә сабынған миндектәрҙе шул доғалар менән өшкөрөп, йорттоң дүрт босмағына һөйәп ҡуй. Шулай уҡ бер миндегеңде бер нисә тапҡыр өшкөр ҙә, ирҙәр кейеменә кейендереп, үҙең йоҡлай торған карауатҡа йәнәш һалып ҡуй, афәтеңдән ҡотолорһоң», – тип ап-асыҡ итеп әйтте лә юғалды.

Шул минутта уҡ уянып киттем. Төн таң үксәһенә баҫып килә инде иде. Йортта «шылт» иткән тауыш та юҡ. Бына шул төндән һуң ғына минең зиһенем асыла башланы, аҡылыма ҡайттым. Әбей булғансы әллә ниндәй зәхмәт шауҡымы менән йәшәгәнмен дә йәшәгәнмен. Төшөмдә килгән аҡ кейемле ҡарсыҡ  әйткәнсә эшләнем. Үҙем бик ышанып та бөтмәгән инем бөтөүен. Шулай итеп, 3-4 аҙнанан һуң йыйылған мунса миндектәрен, пакланып ҡушҡан доғаларҙы уҡып өшкөрҙөм дә, бер миндекте ирҙәрсә кейендереп, түшәгем эргәһенә һалдым. Керпек ҡаҡмай, тегенең килеп кереүен ҡурҡып көтәм. Килде. Тик өйгә керә алмайынса, өй буйында төнө буйы әллә ниндәй тауыштар сығарып сыйнап йөрөнө-йөрөнө лә, таң һыҙыла башлағас, тынды. Был хәл байтаҡ ваҡыт ҡабатланды. Ә мин көн дә мунса миндектәрен, Хоҙайҙан шул афәттән ҡотҡарыуын үтенеп, ялбара-ялбара доғалар уҡып өшкөрә инем. Башҡаса бер тапҡыр ҙа мәңге йәш булып күҙемә күренгән ир заты йортома кермәне. Әлхәмдүлиллаһ, ҡалған ғүмеремдә уның менән осрашмам, тип уйлайым.

Минең хәҙер йәшәйһем – йәшәлгән, ашайһым – ашалған. Тик ошо хәлдең кемдер башҡа берәү менән ҡабатланыуы мөмкин түгел, тимәгеҙ... Донъя был. Ауырыу ҡағылыу, ен эйәләшеү кеүек нәмәләр һәр кем менән дә булыуы мөмкин. Ә ен эйәләшһә, тиҙ генә ҡотолормон тимә...

ШӘРИФӘ әбейегеҙ.

"Тулпар" журналынан алынды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: