Бөтә яңылыҡтар

Әсә һағышы

Һуҡмаҡ буйлап зыяратҡа табан сибек кенә бер ҡатын атлай. Муйынына бәйләнгән яулығын алып, башына шаҡарып бәйләне лә, эскә инеп китте. Был ҡәберҙә уның берҙән-бер улы ята.

Әсә һағышы
Әсә һағышы

I бүлек

Һуҡмаҡ буйлап зыяратҡа табан сибек кенә бер ҡатын атлай. Муйынына бәйләнгән яулығын алып, башына шаҡарып бәйләне лә, эскә инеп китте. Был ҡәберҙә уның берҙән-бер улы ята. Һығылып ҡына сыҡҡан күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән ҡоротоп алды.

«Һаумы, улым! Бөгөн һинең был донъянан киткәнеңә бер йыл. Йыллығыңды уҡыттым да һиңә килдем. Туғандар менән үҙеңде иҫкә алып, аят уҡыттыҡ. Ҡәбереңә ултыртырға тип, тамыры менән ҡыңғырау сәскәләре алып килдем. Бәләкәй сағыңда шул сәскә тажына еләк һалып ашай торғайның. Ҡара әле, улым, һиңә килергә сыҡһам, юлыма анау эскесе Талип осраны.

– Ҡайҙа киттең, еңгә? – ти.

– Улыма, – тинем, – йыл булып китте бит.

– Во-во, – тигән була тинтәк. – Улар бит беҙҙең өсөн, бына һинең өсөн дә һәләк булды геройҙарса. Илебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлаусылар барҙа бирешмәбеҙ, еңгә.

Һине табутта алып килгәндәре иҫкә төштө әле. Алып килеп һалдылар, асманылар табутты, күрһәтмәнеләр. Унда әллә һин, әллә бөтөнләй икенсе бер әҙәмдер, тип уйлап, ҡурҡып китәм. Тфү-тфү, Аллам һаҡлаһын. Әллә нимәләр һөйләйемсе. Ғәфү ит мине, әсәйеңде, балам. «Улың батырҙарса һәләк булды», – тип, эй маҡтанылар, эй маҡтанылар.

Улым! Мин аптырашта ҡалдым әле ул. Нисек инде һин беҙҙе һаҡлап һуғышҡан булып сығаһың һуң? Теге иҫеректең һүҙҙәрен һөйләп торам инде.

Тик шулай ҙа чечендарҙы ҡарғай алмайым мин, улым. Улар бит беҙҙең илгә килеп һуғышып йөрөмәгән дә инде. Һеҙ үҙегеҙ барғанһығыҙ. Үҙ мосолманыңа ҡорал тоҫҡаныңмы, балам, баҙнат итеп?! Улар үҙ илдәре, ерҙәрен һаҡлап һуғышырға мәжбүр булған. Эй, Аллам, һин ғәйеплеме һуң инде? Ҡара эсле, үсле әҙәмдәрҙең эше был. Күрәләтә быуындары ла нығынмаған баланы утҡа тыҡ та ҡуйсы әле. Нисек түҙһен әсә йөрәге?!

Улым, һиңә арнап йыр сығарҙым. Йырлайым да илайым, йырлайым да илайым. Йырлап күрһәтәйем әле, балаҡайым»...

Ике аяғын һоноп ултырҙы ла талғын ғына йыр башланы әсә. Үҙе йырлай, үҙе яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп ала. Уға ҡушылып, зыярат эсендә үҫкән ағастар башында кем уҙарҙан ҡоштар сутылдаша. Улар ҙа әсәгә ҡушылып әллә илай, әллә йырлай... Әле генә сағыу яҡтыртып торған ҡояш та, күңелһеҙләнгәндәй, болот эсенә инеп йәшеренде.

«... Аҡыҡ ҡына ҡашлы йөҙөгөмдөң

Ҡашҡынаһы төшөп юғалды.

Күкрәк һөтөм имеп үҫкән балам

Баҡыйлыҡҡа йәшләй юл алды.

Мәрйендәрҙән булған муйынсамды

Өр-яңынан епкә теҙәйем.

Һағыштарға нисек тә түҙермен,

Ҡайғыларға нисек түҙәйем?»

Ҡатын ипләп кенә урынынан торҙо. Яулығын, итәктәрен рәтләне.

«Ярай, улыҡайым, хуш. Мин килермен, балаҡайым».

II бүлек

Әле генә яуып үткән ямғырҙан һуң, аяҡтарын, итәктәрен һыулап, зыяратҡа бер ҡатын килә. Күҙ йәштәрен көскә эскә йотоп, улының ҡәберенә килеп баҫа. Ҡәбер өҫтөндә үҫеп ултырған ҡыңғырау сәскәләрен аралап, сүп үләндәренән таҙарта.

«Һаумы, улым! Бөгөн ике йылыңды уҡыттыҡ. Әллә нисә көн инде ямғыр яумай, үләндәр, ағастар ҡорой, яна. Һиңә арнап аят уҡытҡандан һуң, ҡойоп ямғыр яуырға тотонмаһынмы! Биҙрәләп ҡойҙо ла ҡуйҙы. Шунан көн китте матурланып, күҙ алдында үҫемлектәр терелеп киткәндәй булды.

– Улың изге күңелле кеше булған, – тине ололар.

Балаҡайым, ниндәй ҡоро көндә лә бынау ҡыңғырау сәскәләрең гөрләп сәскә атып ултыра. Хоҙайҙың бер хикмәтелер инде. Кисә Әҡлимә еңгәңдәргә инһәм, пыр туҙып асыуланып йөрөй.

– Нимәгә көйөп йөрөйһөң, килен? – тим.

– Нимәгә булһын, бынау малай аҡтығы эсә лә ҡайта, эсә лә ҡайта. Эшкә бер барымы юҡ үҙенең. Бер аҙна эшләп ҡарай ҙа, ул эш оҡшамай, был эш оҡшамай, тип, ҡайта ла килә. Елкә юҡ инде. Шул тиклем йәнемә тейә. Ундай баланан барынан юғы лутсы! Ана, исмаһам, һинеке һуғышта үлеп ҡалды. «Берәү үлмәй берәү көн күрмәй», – тигәндәй, һин дә, апай, етешмәй генә йәшәнең дә инде алкаш ир менән. Хәҙер, льгота тип, ул-был нәмәһен, утынмы, аҡсаһынмы биреп торалар. Үле тупраҡ һыуындыра ул, – ти.

Башым үңгәҙәп-үңгәҙәп китте. Валлаһи, янымда ултырғыс булмаһа, ҡолар инем. Шулай инде: «Үҙ ҡайғың итәктә, кеше ҡайғыһы кештәктә», – тип бушҡа әйтмәгән боронғолар. Ә үҙе бер туҫтаҡ ҡорот һыулап алған да:

– Мә, эс әле, балаҡайым, – тип, ах та ух килә.

– Үлеп кенә ҡуйма инде, балам, – тип, әле улының тәнен ыуа, әле юрғанын ҡымтый, э-э-эй, бахыр әсә!

– Йәнем көйөп, әллә нимәләр һөйләп ташланым, апай, – ти. Ярай инде, һәр кемдең үҙ ҡылығы, үҙ ҡайғыһы.

Еңгәңә рәхмәт инде, шулай булһа ла, башынан аҙағына тиклем аят уҡытҡанда ярҙам итеште. Малайының да йәне көйөп китә, ти ул. Армияға барғыһы килеп тә, бара алманы. Сирләшкә генә булды шул. Атайһыҙ ғына үҫте бахыр.

Ярай, хуш. Тағы килермен. Ә-ә-әй, улым, кисә класташтарыңдың осрашыуы булды. Ун берҙе бөткәндәге костюм-салбарыңды ҡарап алдым. Күрше малайына бирәйем тинем дә, йәлләнем. Кейемдәреңдән әле һаман һинең еҫтәрең бөтмәгән һымаҡ.

Ярай, ҡояш байымаҫ борон ҡайтайым».

III бүлек

Көндәр ҡапыл ғына болоҡһоп китте. Ҡара болоттар унан-бынан ҡалҡып сыға. Әрбәк-һәрбәк кенә тамсылар төшөп ҡуя. Ямғыр шыңшып ҡына яуырға тора, күрәһең. Улай яуһа, оҙаҡҡа һуҙыла торған. Бөгөн йома. Йомала яуһа, йомаға тиклем һуҙыла инде.

Бер нәмәгә лә иғтибар итмәй, бер нәмә лә тоймағандай, зыяратҡа бер ҡатын килә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, бөтөнләй ағарған сәстәрен яулыҡ аҫтына йәшереп ҡуйҙы. Моңһоу күҙҙәрен улының мәрмәргә ҡуйылған фотоһына төбәне. Әллә күҙ йәштәренән, әллә ямғыр тамсыларынан һыуланған битен устары менән һыпырҙы.

«Һаумы, улым! Бөгөн өс йыллығыңды уҡыттыҡ. Шул тиклем һағындым үҙеңде. Бер аҙна инде күңелем кителеп тора. Үҙ-үҙемә урын таба алмайым. Үткән йомала, бәләкәйҙән дуҫлашып, һөйөшөп, вәғәҙәләр биреп ҡалған ҡыҙың кейәүгә сыҡты. Ҡапҡа ярығынан ғына ҡарап ҡалдым. Ап-аҡҡа сорналып, аҡ сәскәләрҙән таж кейгән ҡыҙыҡай осоп барған күбәләкте хәтерләтә ине. Беҙҙең тәңгәлгә еткәс, кинәт кенә боролоп ҡарағайны, күҙ алдарым ҡараңғыланып, ҡатып ҡалдым. Күҙ йәштәрем, бит алмаларымды йыуып, итәктәремде һыуланы. Яҙмыш инде, балаҡайым. Кем күрәһен кем күрһен инде...

Әле яныңа килгәндә, тыҡрыҡтан класташың төшөп килә. Бер нисә йыл һинең менән ултырғайны ла баһа. Туптай йомро ғына бала күтәргән. Үҙе ыздарауай булып киткән. Ике сикәһе һытылырға торған помидормы ни. Уны атаһы армияға ебәрмәй алып ҡалды бит. Үҙең дә беләһең, аҡса күп, уларға ни. Иҫләйһеңме, улым, алтынсы синыфта уҡып йөрөгән сағығыҙ. Уға атаһы мотоцикл алып бирҙе. Беҙҙән велосипед һораның. «Аҡсабыҙ юҡ бит», – тинем. Һин ныҡ ҡына үпкәләнең.

– Ниңә уларҙың аҡсаһы бар, беҙҙеке юҡ? – тип һораның.

Мин бер нәмә лә әйтә алманым. Беҙ бит, улым, уның атаһының ҡулы аҫтында эшләнек. Әллә нисә йыл буйына аҡса ала алмай торғайныҡ. Уларҙың байлыҡтарын, балам, эш хаҡына алып булмай шул. Беҙҙең кеүек тир түгеп эшләгән эшсе ҡулдарының аҡсаһы бит ул. Уның һымаҡ байлыҡҡа ҡыҙырға кәрәкмәй, балам, хәләл көскә етмәй ул. «Донъя – ҡуласа, әйләндереп килеп бер баҫа» тигәндәй, бөтә нәмәнең дә сиге була. Хәләлеңде әрәм-шәрәм итмәй, тәләфләмәй, тәрбиәләп кенә тотонһаң, шул етә. Аҡса тигәндәй... Һине алып килгәндән һуң байтаҡ ҡына аҡса бирҙеләр. Баланы аҡсаға алмаштырып буламы инде?.. Тотонмағанмын. Алла бирһә, үҙем кеүегерәк, мохтажлыҡ кисергән, улын армияға оҙатырға йөрөгән берәй әсәгә бирермен. Бәлки, улын ебәрмәй алып ҡалыр. Ярай инде, балам, ҡалайтаһың. Тереләр тереклеген итә инде.

Ярай, балам, хуш. Тағы килермен...»

Йыл һайын ошо мәлдә йылдан-йыл ҡартая барған ҡатындың зыяратҡа инеп киткәнен күргәндәр күреп ҡала.

«Һаумы, улым!..»

Илсиә ҠАСИМОВА

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: