Бер юлы ике ҡайғыны күтәрергә Гөлнәфистең йөрәге нисек сыҙағандыр, бер Хоҙай белә.
- Әл дә Вәрисем төҫө булып балаларым ҡалды, - тип үҙен йыуатһа ла, йәтимлек һыҙаттары йөҙҙәренә сыға башлаған апаһының балаларына ҡарап, йөрәге әрнене.
Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр, тиҙәр бит. Гөлнәфис тә донъяһын һүндермәй элеккесә алып барырға тырышты. Ә бына былай ҙа сабыр, аҙ һүҙле, тешәк еҙнәһе ауыр ҡайғынан үҙ эсенә бикләнеп үтә бирешеп, ҡартайып китте.
Бер йылдан һуң, бер аҙ баш-күҙ алғас, Гөлнәфис үҙе йома көнө Ҡөрьән ашына туғандарын йыйҙы, еҙнәһе лә ике ҡыҙын эйәртеп килде. Шунда апаһының өс йәшлек бәләкәс ҡыҙы килеп ингәс тә:
- Әсәй! Әсәй! – тип йүгереп килеп Гөлнәфисте ҡосаҡлап алды ла, алдына менеп үк ултырҙы. Бөтәһенең дә йәлләп йөрәктәре өҙөлә яҙҙы, күҙҙәре йәшләнде. Аштан һуң еҙнәһе ҡайтырға йыйынғас, Гөлнәфистең муйынына сат йәбешкән Фәнисәне төрлөсә албырғатып та айырып ала алманылар. Бына-бына күҙ йәштәре тамам, тип торған апаһының оло ҡыҙы ла килеп ҡатындың аяҡтарын ҡосаҡлап алды.
- Беҙгә лә әсәй бул да ҡуй, апай, - тип ҡысҡырып илап ебәрҙе Фәүриә. Баянан бирле әсәйҙәрен ҡыҙғанып бер булған үҙенең ҡыҙҙары ла сеңләп ҡушылдылар:
- Бирмәйбеҙ әсәйҙе, ул беҙҙеке. Ана, һеҙҙең атайығыҙ бар, ә беҙҙеке юҡ! - тип тегеләрҙе тартҡылай башланылар. Ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары балаларын бик оҙаҡ тынысландыра алманы.
- Улым, килен бик һәйбәт ине... Үлгән артынан үлеп булмай... Тереләргә йәшәргә кәрәк бит, әллә ... ҡоҙасаны һоратайыҡмы? - тине еҙнәһенең атаһы, тамағындағы төйөрҙө саҡ йотоп.
- Бала өсөн әсәнең йөрәге, атаның ҡулы һыҙлар, тиҙәр. Ҡоҙа-ҡоҙағый, тилертмәйек бәләкәстәрҙе... Һеҙ нимә тип уйлайһығыҙ? - тип ул Гөлнәфистең ата-әсәһенә текәлде.
Бик көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты, тик ара-тирә ҡыҙҙарҙың һулҡылдап ҡуйыуы, танауҙарын мыш-мыш тартыуы ғына тынлыҡты боҙа ине. Гөлнәфис көтөлмәгән хәбәрҙән шаңҡып ҡалды: баҫҡан урынында ут уйнатҡан ире менән баҫалҡы, бер аҙ йомоғораҡ еҙнәһенең холҡо ер менән күк араһы һымаҡ ине. Шуға ла иң тәүҙә “юҡ” тип асҡан ауыҙын, ҡара янып йөрөгән еҙнәһенә ҡарап, ябырға мәжбүр булды.
- Ҡыҙым, оло кейәүебеҙ бик тәрбиәле, тәүфиҡлы ир уҙаманы икәне һиңә билдәле инде. Һиңә лә яңғыҙыңа бик ауыр булыр, бер-берегеҙгә терәк булып бергә булһағыҙ, апайыңдың да йәне тынысланыр, ҡыҙҙары ла йәтим булмаҫ ине, - тине атаһы көрһөнөп.
- Әсәйһеҙ ғаилә – һүнгән усаҡ бит. Әллә риза булаһыңмы, балам? - тип әсәһе лә йөпләп ҡуйҙы.
Ҡыҙҙарының, еҙнәһенең, туғандарының өмөт тулы ҡарашына ҡаршы Гөлнәфис бер нәмә лә әйтә алманы...
- Килегеҙ, ҡыҙҡайҙарым! - тип еҙнәһе саҡырғайны, апаһының ҡыҙҙары – Гөлнәфисте, үҙенекеләр Кәримде йүгереп килеп ҡосаҡлап алды.
- Бына шулай, дүрт таған таймаҫ, - тип ризалығын бирҙе Вәрисенең дә аталары.
Шул көндән алып улар, өс яҡтың да атай-әсәйҙәренең фатихаһын алып, балалар хаҡына тип бергә ҡалдылар. Улар иңдәренә төшкән барлыҡ ҡайғы-шатлыҡтарҙы бергә уртаҡлашҡас, йәшәүҙәре еңелерәк булып китте. Балаларының үҫкәндәрен, уңыштарын күреп шатландылар. Тик Гөлнәфискә еҙнәһенә өйрәнеп, ир ҡатыны булып йәшәп китеүе ай-һай бик ауыр булды. Кәрим дә төшөндә йыш ҡына "Миләшем, Миләүшәм, китмә, китмә! Ҡалдырма мине!" - тип ҡысҡырып төн уртаһында уяныр ҙа, йөрәкһеп, урамға сығып китер, таң атҡансы йөрөп керер ине. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, улар бер-береһенең тойғоларын хөрмәт иттеләр, тәүге йәрҙәренә булған оло мөхәббәт хистәрен аяп, бер ҡасан да ул турала һүҙ ҡуҙғатманылар. Еҙнәһе үҙенең иплелеге, төплө аҡылы менән тора-бара Гөлнәфистең тәрән ихтирамын яуланы.
Йәшәйештең ҡанундары ни тиклем көслө булһа ла, Гөлнәфис һөйгәне Вәрисенә, апаһына хыянат итә алмайым тип, башҡа бәпес алып ҡайтырға йөрьәт итмәне.
Кәриме өндәшмәй генә күнде. Ләкин мөҡәддәс тәбиғәт көсө үҙ эшен эшләне. Ир менән ҡатын көндән-көн бер-береһенә нығыраҡ тартылды, әҙ генә күрешмәй торһалар ҙа, һағынышып бер булдылар. Балаларына булған һөйөү уларҙы ҡауыштырһа ла, эскерһеҙ мөхәббәттәре үҙенә юл ярҙы. Аллаға шөкөр, әле өс ҡыҙҙары ла яратҡан кешеләре менән ҡауышып, бик матур йәшәп яталар.
- Төпсөгөм дә бәхетле генә була күрһен инде, - тип иренә йылмайып ҡараны. Кәриме лә, әйтерһең, уның уйҙарын уҡып килгән:
- Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, нәфис гөлөм-Гөлнәфисем! - тип ҡатынын наҙлап ҡына үбеп алды.
Гөлназ Нафиҡова-Ғәбитова