Бөтә яңылыҡтар

Юлда ятҡан бәхет(хикәйә)

--Нишләп килдең, мине мотлаҡ ошо хәлдә күрергә кәрәк инеме? Сығып кит, башҡа ике аяғыңдың береһен баҫма бында!--тип Хоҙай ҡушмаған һүҙҙәр әйтергә тотондо. Бындай ҡаршы алыуҙы көтмәгән ҡыҙ, башта аҙап ҡалды, унан ғына телгә килде: --Хәлеңде белергә килдем. Нимә ярамаймы ни? --Ярамай. --Шунан белдеңме? Күрҙең минең инвалид булып ятҡанымды. Ҡайтһаңда була.

Юлда ятҡан бәхет(хикәйә)
Юлда ятҡан бәхет(хикәйә)

Баймаҡ-Сибай юлдары ҡырҙары, урмандары»,--тип йырҙарҙа йырланһа ла, ошо юлда йөрөргә яратмай Гүзәлиә. Хәйер, бындағы кеүек киҫкен боролошло юлдар башҡа бер ерҙәрҙә лә юҡтыр ул. Белорет, Бөрйән тарафтарын иҫәпкә алмаһаң, Башҡортостандан ҡайһы яҡҡа юлланһаң дә, юлдар һыҙылған кеүек туп-тура, күҙ офоҡтан айырылмай тиерлек. Ә бында тау менәһең дә тау төшәһең, юл ситтәре текә, етмәһә, бында көн тимәй, төн тимәй хәрәкәт көслө. Руль артындағы һәр водитель арауыҡты тиҙерәк үтергә теләпме үҙенән алдағы транспортты уҙырға ынтыла. Әммә юл төшкәс ҡалайтаһың, йөрөргә тура килә.Ҡартайып барған ҡайны-ҡәйнәһенең хәлдәрен белешмәйенсә лә булмай. Берҙән-бер улдарын юғалтҡандан бирле яңғыҙ итмәй уларҙы килендәре.Ҡыҙҙарын да улар янына йыш алып бара.Ололар ейәнсәрҙәренә әүрәй. Шуларҙың уңыштарына һөйөнә,юлдарына,ашарҙарына тип аҡса ла биргеләйҙәр. Бына әле лә ҡыҙҙарын әбей-бабайына тапшырып, эшенә өлгөрәм тип ашҡынып ҡайтып барыуы...Юлым ғына хәйерле булһын, бынау аламам ғына боҙола күрмәһен тип уйлап та өлгөрмәне машинаһы «дырҡ» итте лә һүнде лә ҡуйҙы. «Хәйерсегә ел ҡаршы, ашыҡҡанда улайтмаһа ла була инде», --тип Гүзәлиә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, автомобиленән төшөп капотын асты. Уның эсенә күҙ йөрөттө, бөтә нәмә үҙ урынында кеүек. Бер нәмә аңламаһа ла ул -был проводтарын тартып ҡараған булды. Аккумуляторын байҡаны.

—Уф , ялҡытты ошо машина соҡоу, башҡа гүзәл заттарҙан хушбуй еҫе сыға, ә минән бензин еҫе борҡой,-- тип үҙен йәшләй генә тол иткән ирен яттан әрләргә тотондо. Тор инде бына хәҙер юлда, ҡарасҡы шикелле, кеше ирҙәренән ярҙам көтөп! Хәҙер кеше туҡтай һаламы әле?! Ярай әле йәй башы, улай тиһәң ҡыш көнө лә боҙолғаны бар. Унда ла изге күңелле бер кеше осрап, Сибайға ҡәҙәр һөйрәтеп алып ҡайтты. Ғәзизе имен булһа бындай юл аҙаптарын да,йәшләй генә гүр ғазаптарын да кисермәҫ ине…Тормош юлында ла ошолай әсе елдәр йәндәрҙе өшөткән ерҙә япа-яңғыҙ, бер терәкһеҙ торҙо ла ҡалды шул йәш ҡатын.

…Ғәзиз менән Гүзәлиә башҡалар кеүек бер-береһенә бер күреүҙән ғашиҡ булышып түгел, хат аша танышты. Педагогия училищеһында уҡығанда иптәш ҡыҙы ике туған ағаһының фотоһын күрһәтеп, әле уның армияла хеҙмәт итеп йөрөүен, ҡыҙҙар менән хат алышырға теләүен белгерткәс, тотто ла Гүзәлиә уға бер шәлкем сәләм яҙып ебәрҙе. Ауылда дуҫлашып йөрөгән егете менән аралары боҙолоп та тора ине. Һәр бағананан ҡыҙғанып йонсотҡан һөйгәненең: «Һиңә кем ҡараһын!?»—тип әйтеүе бигерәк йәненә тейҙе. Яуап хаты ла оҙаҡ көттөрмәне, Чечняла хеҙмәт иткән егет менән шулай сәләмләшеп алды ла киттеләр. Тыуған яғынан һағыныслы сәләмдәр егеттең хеҙмәтен еңелтһә, яҙыуы матур, әрме хеҙмәтен ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та итеп, шартына килтереп яҙған һалдатҡа ҡыҙ ситтән тороп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Йыл ярым арауығында араларҙы хаттар яҡынайтты, фотолар ҙа алмаш-тилмәш ебәрелеп торҙо. Ғәзиз ҡайтҡанда Гүзәлиә балалар баҡсаһында эшләп йөрөй ине. Бер көн шулай бәләкәстәрҙе төшкө аш ашатып, йоҡларға һалып бөткәйне генә, һиңә аҫта бер һалдат килгән, тип саҡырттылар. Ҡойолдо ла төштө Гүзәлиә. Ғәзиз менән осрашыуҙарын ул башҡасараҡ күҙ алдына килтерә ине. Ә ул бында, коридорҙа тора, имеш. Бөтә батырлығын йыйҙы ла ҡыҙ, үҙен ғүмере күрмәгән егет алдында тыныс тотоуға көйләп, ишеккә йүнәлде. Алыҫтан ҡарап килә ҡыҙ,алдында уның хыяландағы егет баҫып тора: мөһабәт кәүҙәле, хәрби кейеме үҙенә килешә, ҡулдарында гөлләмә.

--Гүзәлиәме?—тип һораған булды Ғәзиз, тулҡынланып, уның янына барып етер етмәҫ.

--Таныным, тап фотолағы кеүекһең, һине ошолайыраҡ тип төҫмөрләгәнем дә.

–Әй, бына был һиңә!—тип сәскәләрен һуҙҙы. Ихлас ҡына хат яҙышып торһалар ҙа, осрашҡайнылар һөйләшер һүҙҙәре юҡ һымаҡ.

 --Хужа күреп ҡалһа, һүҙ тейер. Эштән һуң кил, сәғәт етегә бушайым,-- тине лә ҡыҙ, төркөмөнө ҡарай ыңғайланы. Эштән һуң егет уны ҡала буйлап йөрөттө,юҡ бар тураһында һөйләшеп көлөшкән булдылар. Хат алышыуы бер төрлө, аралашыу бөтөнләй икенсе икән. Ғәзиз әрмегә тиклем юридик техникумда уҡыған. Йөрөгән ҡыҙы хәрби хеҙмәттән көтмәгән, кейәүгә сыҡҡан. Былай арыу ғына егет күренде, Гүзәлиәне лә оҡшатты, шикелле. Ауылға ҡайтып атай-әсәйемде, туғандарҙы күрәм дә киләм, -- тип ҡайтып китте. Араларҙы тағы хаттар бәйләне. Гүзәлиә эшкә бара ла ҡайта, күҙ атыусылар бар ҙа ул, уларға бик иғтибар итмәй. Шулай йәшәп ятҡанда бер мәл Ғәзиздән хат-хәбәр туҡтап ҡалды. Аптыраны ҡыҙ, ауылда берәйһен тапҡандыр тип уйлап бөттө. Таныш-белештәренән һораша, әммә бер яңылыҡ та белә алмай. Күп уйлап тормай бер ялында, Ғәзиздәрҙең ауылына юлланды.

Йәшәгән яҡтары матур ғына ерҙә икән, тауҙары ла, урмандары ла, йылғалары ла бар. Хаттағы адрес буйынса эҙләп тапты өйҙәрен. Ихаталарында тәртип, уңған хужалар йәшәгәне күренеп тора. Ҡапҡа асып ингән ҡыҙға урта йәштәрҙәге ҡатын менән ир ҡаршы сыҡты. Гүзәлиә бер аҙ уңайһыҙланһа ла үҙен ҡулға алып, Ғәзиздең хәлен белергә килеүен белдерҙе. Ололар икеһе лә тымып ҡалды. Шунан ғына әсәһе һүҙгә килде:

--Ә һин, Гүзәлиәһең, тимәк?! Апайҙарының, еңгәләренең башын ҡатырҙы ул һине һөйләп. Улары улыбыҙҙың хәбәрен бик ысынға алманы. Хәҙерге заманда кеше хат аша танышамы? Почтанан яҙҙырып алған кәләшең незнай булыр инде! Бында йөрөп, дуҫлашып, бер-береһен белеп-күреп йөрөшөп өйләнешһәләр ҙә күптәр йәшәй алмай ҙа ҡуя! Ә һин хат аша тапҡанһың, имеш,--тиеп кенә ҡуйҙылар. Ғәзиздең хәлен белгең килгәс, бында түгел, балам, район үҙәгендәге дауаханаға бар. Шунда ул, айҙан ашыу ята инде, аяҡ-ҡулдары аҫыулы...

Әрменән ҡайтҡан саҡта егеттәр шәп була бит инде! Ғәзиз дә шуларҙан ҡалышмаған. Йәштәр йыйылышып күрше ауылға клубҡа барғанда мотоциклы менән ауған. Ныҡ ҡына йәрәхәтләнгән шул, алғы тештәре һынған, ҡабырғалары, тағы әллә ниндәй һөйәктәре һынған. Палатаға ҡыҙҙың инеп килеүен күрҙе егет. Әммә уны күрмәмешкә һалышып ҡарашын ситкә борҙо. Гүзәлиә уның ҡаршыһына барып баҫты.

--Нишләп килдең, мине мотлаҡ ошо хәлдә күрергә кәрәк инеме? Сығып кит, башҡа ике аяғыңдың береһен баҫма бында!--тип Хоҙай ҡушмаған һүҙҙәр әйтергә тотондо.

Бындай ҡаршы алыуҙы көтмәгән ҡыҙ, башта аҙап ҡалды, унан ғына телгә килде:

--Хәлеңде белергә килдем. Нимә ярамаймы ни?

--Ярамай.

--Шунан белдеңме? Күрҙең минең инвалид булып ятҡанымды. Ҡайтһаңда була.

--Йәп-йәш көйө ғәрип булып ҡалмаҫһың инде, яраларың, моғайын төҙәлер.

--Ҡасан?!

--Берәй ҡасан...

Егеттең уң яғына сыға алды ҡыҙ. Яйлап ипкә килде. Имгәнеүҙәре лә төҙөлде, көҙгә өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Ата-әсәһе берҙән-бер улдарының эйәле-башлы булыуын күптән теләй ине. Әрһеҙ килендәрен улар ихлас ҡабул итте, үҙ ҡыҙҙары кеүек итеп яратты. Уныһы оҙаҡҡа һуҙмай иренең ике тубығына ике ҡыҙ табып ултыртты. Йәш ғаилә булараҡ район хакимиәтенең йәштәр бүлегендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программаға торҙолар. Донъялары яйлап алға тәгәне. Ҡаланан ер алып,бәләкәй генә усаҡлыҡ эшләп инделәр. Ҙур йортарына нигеҙ ҡороп, бура тартып,ҡыйыҡлап ҡуйҙы ире. Урындағы һаҡ бүлегендә, ҡатынының балалар баҡсаһында эшләп тапҡан аҡсалары таҡта, бүрәнән артмаһа ла, ата-әсәһененең ярҙамы менән балаларының өҫтәре бөтөн, тамаҡтары туҡ булды.

Бәлә көтмәгәндә килде. Бер көн шулай эштән ҡайтҡас, Ғәзизенең көйө юҡлығын һиҙҙе кәләше. Уныһы, һыҙланһа ла йылмайып хәбәр ҡушҡан булды, беҙгә малай кәрәк, минең төҫөм булыр тип ҡыҙыҡ ҡына итеп әйтеп ҡуйҙы. Үткәндә машина һатып алғанда ла, оҡшаймы һиңә ошо марка, үҙе ҡыҫҡа, үҙе ыҡсым, һиңә тип алдым мин уны тип сәйер генә һүҙ әйткәйне. Уға ни автомобилдең маркаһы ни ҙә, моделе ни! Шыламы шыла, йөрөймө йөрөй. Шул ғына. Барыбер бер нәмә аңламай, водитель танытмаһы ла юҡ.

--Нисек төҫөң булыр, ҡайҙа йыйындың ул һин? Машинаны ла һиңә алдым тиһең,—тип төпсөндө ҡатын.

--Әллә бынау мотор шалить итә бит,-- тип йөрәк тапҡырына күрһәтте ире.

--Үҙе китергә йыйынған, имеш, ә мине балаға батырырға итә,--тине лә Гүзәлиә, ҡырт боролоп китте. Үсегергә түгел, иренең хәлен нығыраҡ төпсөнөргә кәрәк булған да бит! Йоҡларға ятыр алдынан да ире бер инеп бер сығып йөрөһә лә ҡатын уға артыҡ иғтибар итмәне. ¤йәнәге үтә ул, ваҡыты-ваҡыты менән шулай итеп ала бит. Ни тиһәң дә Чечняны үткән. Ҡыҙмаса булып алғанда һәләк булған иптәштәрен иҫләп илап та алғылай. «Беҙ унда кеше үлтерҙек, әгәр мин атмаһам, мине юҡ итәсәктәр. Күпме ҡарағайҙай егеттәрҙе наркотиктарға ултырттылар. Шунһыҙ ут эсенә кем үҙ теләге менән инһен! Ә Тимерйәнем, Тимерйәнем! Ул бөтөнләй юғалды! Ул һаман да юҡ! Иртәнсәк разводта ғына тора ине, төштән һуң ер йоттомо ни, юҡ булды...

Көҙгө бер таңды аттыра алманы ире. Бик һуңлап саҡырылған «Тиҙ ярҙам» хеҙмәте табибы ла йән өрә алманы Ғәзизенә. Оҙон итеп табутҡа тейәп алды ла ҡайттылар.

Тормош булғас, төрлө саҡтары булды. Айырылып та ҡайтҡан мәлдәре лә, ирешеп талашҡандары ла, ярашҡандары ла. Кәзәһе төкөгәндә: «Бер көндө өйҙәге бөтә нәмәне, балаларҙы тейәп алып сығып китеп, ул эштән ҡайтҡанда буш сөйҙәрҙе күреп шаҡ ҡатыртырға ине үҙен, ҡәҙерҙе белер ине»,--тип тә уйлағаны булды. «Үҙәгем көйә»,-- тиер ине. Килеп тороп өшөкә булды былай. Йәй көнө лә өшөйөм тиһә, Гүзәлиә аптырай торғайны. Ҡаны насар йөрөгәндер инде. Үлер алдынан бер ике көн алда түше ҡыҫылыуға,тын алыуы ҡыйын булыуын белгертте. Кеше ауыртынмай тормай бит инде. Сәләмәтлеге ҡаҡшаһа ни дауаханаға ятып һауығып сығыр. Бик булмаһа шифаханаға барып килер.Төрлөһөн уйланы ҡатын, әммә йәп-йәш ире үлә тип бер ваҡытта ла уйламаны. Был уйҙы ул нисек башына алһын? Ҡыйыҡланған йорттарын һалып бөтөрөргә кәрәк. Ҡыҙҙары уҡырға бармаған.Ҡырылмаһы ҡырҡ эше ярылып ятҡанда нисек үлеп ятмаҡ кәрәк?!

Тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Ғәзиздең дә ҡорған нигеҙе лә, береһенән-береһе бәләкәс балалары ла, йәп-йәш ҡатыны ла, машинаһы ла торҙо ла ҡалды...

Үлгән артынан үлеп булмай, тиһәләр ҙә Гүзәлиәнең ире артынан бик үлгеһе килде. Нимә эшләй ала ул унһыҙ? Артабан кем уның ҡыҙҙарын бағыр? ¤йөн нисек төҙөп бөтөргә? Үлеүең хәйерлерәк, баҡыйлыҡҡа күсәһең дә тыныс ҡына ята бирәһең, әйҙә был донъялағылар ыҙалаһын. Күңел ғазаптарынан ҡыҙҙары, күрше районда йәшәгән әсәһе менән атаһы, ҡайны-ҡәйнәһе, ҡотҡарып алдып ҡалды. Уларға ла күҙ ҡараһылай һаҡлап, ҡарап торған улдарын юғалтыу еңел түгел ине. Алайҙа улар ҡайғыларын ейәнсәрҙәренә баҫты, килендәренә ҡулдарынан килгәнсе ярҙам итте. «Йән биргәнгә--йүн бирә» тигәндәре дөрөҫ икән, йорттарын да төҙөп инделәр, бына машинаһын да ла елдерә йәш ҡатын...Түлкә боҙолоп ҡына ҡаҡшата,--тип уйҙарын йомғаҡлауға янына бер дәү КАМаз автомобиле килеп туҡтаны.

--Ҡараһаң --машина, ҡарамаһаң бисә йөрөй,-- тиҙәр беҙҙең яҡта. Нимә булды? Нишләп ирең былай алаймы һылыу ҡатынын боҙоҡ машинаға ултыртып сығарып ебәргән?—тип һорау артынан һорау яуҙырҙы йөк машинаһынан ырғып төшкән ир.

Нимә тип әйтергә лә белмәне Гүзәлиә. Ете ят иргә юл уртаһында тороп ире юҡлығын, машинаһы күптән инде ҡойолоп бөтөп барыуын һөйләп тора алмай бит инде!

--Боҙолдо инде,--тип кенә әйтә алды.

Теге ир машинаны ипле генә итеп ҡараны, эҙләнә торғас эшләмәй торған механизмын табып, үҙенсә көйләп бирҙе.

Гүзәлиә уның техниканы яҡшы белеүенә һоҡланып, рәхмәттәр әйтте лә машинаһына ултырҙы. Ҡалаға еткәнсе йөк машинаһы уны оҙатып килде. Юлда кем менән ниндәй хәлдәр булмай, был хәл дә ҡайтҡас та онотолдо. Гүзәлиә ҡыҙҙар өйҙә юҡ саҡта ремонт эштәренә тотондо, иҙән-түбәләрен буяны, обой йәбештерҙе. Эштән ҡайтты ла, баҡса менән булышты. Ике аҙнанан һуң ғына ҡояшҡа ҡап-ҡа абулып янған, май-ҡаймаҡ ашап биттәре генә түгел, тәндәре лә ҡәҙимге тулыланған балаларын алып ҡайтырға ауылға барһа, ҡайны-ҡәйнәһе уға сәйер генә ҡарап йылмайыуҙарын тойҙо.

--Килен, һине һоратып килделәр әле...

--Кем?—тип асҡан ауыҙын яба алманы ҡатын. Осрашып-күрешеп йөрөгән кешеһе лә юҡ бит әле.

--Достойный кеше,--тигән булды ҡайныһы.

--Ҡайның менән сәй эсеп ултырһаҡ, өй эргәһенә дөрһөлдәп бер ҙур машина килеп туҡтаны. Сыҡһаҡ, бер ир тора . Нишләп ҡыҙығыҙға яңы машина алып бирмәйһегеҙ?-- тип һорай. Аптырап киттек. Шунан ғына ул хәлде аңлатып бирҙе. Үткәндә беҙҙән ҡайтҡанда юлда боҙолғанһың икән. Унда ул һинең исемеңде лә, ҡайҙан икәнеңде һорашманым ти. Машинаңдың номерын белгәс, мәғлүмәттәр базаһынан полициялағы таныштары аша кемлегеңде белдем ти. Пропискала бында торғас, фамилияң да бер иш бит инде, һине беҙҙең ҡыҙ тип ҡулыңды һората килгән,--тип көлдө ҡәйнәһе.

Аңғансы ҡапҡа төбөндә «Ниссан Алмера» пәйҙә булды. Унан янып торған раузаларҙан яһалған гөлләмә тотҡан ир килеп төштө. Үҙенең ауыҙы ҡолағына еткән.

--Зөфәр булам. Ошондай ҡатын-ҡыҙ тураһында хыяланғайным. Уным юл буйында мине көтөп торған икән. Етмәһә, минең әсәйһеҙ ҡалып, етемһерәгән улдарым янына биҙәк өҫтәрлек ҡыҙҙары ла бар. Артабан тормош юлын минең менән үтергә теләһәң, аяғыңды ергә тигеҙмәм, тимәйем, әммә яңы машина алып бирерлек кенә хәлдәмен,--тигән һүҙҙәрҙе ишеткәндә Гүзәлиәнең күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡҡайны инде.

Гөлдәр Ҡадаева.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: