Бөтә яңылыҡтар

Йәмкә

– Әһә, өндәшмәйһеңме? Ғә­йеп­леһеңме? Тәүбәңде әйттерәм мин һинең!Бер шулай һыуыҡ селлә көн ине. Рәмил тағы күҙе аларып ен­ләнеп ҡайтып инде лә:– Тағы килдеме һөйәрең, әйт, килдеме? Хәҙер һуғып йығам үҙеңде! – тип янаны.

Йәмкә
Йәмкә

Бер туған булһалар ҙа, ике­һе ике төрлө Рәзим менән Рәмил. Төҫ-башы, буй-һы­ны ғына түгел, холоҡ-фиғелдәре лә айырыла уларҙың. Рәзим төптән йыуан, тәпәш кәү­­ҙәле, хәс тә биш ҡоласлы йыуан ағастан яһалған умарта. Бисәһе Сәриә лә, иренә оҡшап, буйға бә­ләкәс кенә, түңәрәк кенә, йә­теш кенә. Буйым бәләкәс тип тормай Сәриә, баҫҡан ерендә ут уйната.

 
Рәмил ҡарағайҙай һомғол буйлы, ҡуйы ҡара мыйыҡлы, бөркөт ҡарашлы, үҙ-үҙенә ышанған ке­ше­ләрсә, ғорур тәбиғәтле, ҡаты холоҡло. Уның ҡатыны Уралиәне Аллаһы Тәғәлә яралтҡан саҡта артыҡ намыҫлы һәм йыуаш ит­кән.

Ҡатын-ҡыҙ баҫылған һайын ирҙәр ҡотороусан. Былай ҙа яндырай холоҡло Рәмил, ҡатыны баланан баш ҡалҡыта алмай ин­те­ккән арала бик бәйе­ле аҙҙы. Кистәрен ҡай­ҙалыр йөрөп, эсеп ҡайта ла:
– Мин юҡта кем килде, аяҡ эҙе ҡалған?! – тип бер гонаһһыҙ би­сәһенә бәйләнә башлай. Ғә­йеп­һеҙ көйө аҡланыуҙы үҙенә хурлыҡ һанаған Уралиә ауыҙына һыу уртлағандай тора бирә.

– Әһә, өндәшмәйһеңме? Ғә­йеп­леһеңме? Тәүбәңде әйттерәм мин һинең!
Бер шулай һыуыҡ селлә көн ине. Рәмил тағы күҙе аларып ен­ләнеп ҡайтып инде лә:
– Тағы килдеме һөйәрең, әйт, килдеме? Хәҙер һуғып йығам үҙеңде! – тип янаны.
Көнө буйы ике баланы тәрбиә­ләп, мал ҡарап ар­манһыҙ булған йәш ҡатын был юлы ла, күҙ йәшен эскә йотоп, өндәшмәй тик торҙо. Ире, йоҙроҡтарын төйнәп, киҙән­гәйне, бәхетенә ҡаршы күршеһе килеп инде. Улар аш-һыу бүлмә­һендә тәмәке көйрәткән арала Уралиә, арлы-бирле кейенеп, ике балаһын ҡултығына ҡыҫтырҙы ла, өйҙән ҡасып сығып китте. Ҡайҙан-ҡайҙа ятҡан ҡайны-ҡәйнә өйөнә ахмалға төшөп, илап килеп инде.
– Ҡотҡарығыҙ, ирем туҡмай!
Был саҡта ҡайнылары ҡу­наҡ­ҡа киткәйне, Рәмзил ҡай­нағаһы аҙ­барға сыҡҡан. Ки­лендәше Сәриә түрбашта киске табын хәстәрләй: баҙрап торған ҡуҙҙарҙы усаҡтан йәм­кә менән ҡыҫып алып, еҙ са­мауыр­ҙың мөрйә­һенә һалып тора ине.
– Мейес артына йәшен. Бә­лә­кәсенә имсәк ҡаптыр, улыңдың да тауышын сығарма, – тине өл­кән килен. – Хәҙер мин уға күр­мәгәнен күрһәтәм!
Биш минут та үтмәне, ҡәйнеше ярһып килеп ин­де.
– Ҡайҙа минең ҡатын? – тип екерҙе еңгәһенә. – Мин беләм, уны һин йәшерҙең. – Рәмил, йоҙ­роҡ­тарын төйнәп, Сәриәгә табан килә башланы.
– Ә мин һинән ҡурҡмайым! – тине лә Сәриә, бә­ләкәс кенә буйы менән тирәктәй ҡәйнешенең ҡаршыһына килеп баҫты. Йомро ғына кәүҙәһе менән ынтылып, көлдөксәлә – утлы күмер өҫтөндә ҡыҙып ятҡан йәмкәне алды ла, ҡәйнешенең ҡарға ҡа­натындай ҡап-ҡара мыйығына терәне. Баянан бирле ҡуҙ өҫтөн­дә ятҡан йәмкә мыйыҡты өтөп алды. Әллә асыу­ҙан, әллә мәҙәк күреп, хахылдап көлдө Сәриә һәм ҡәйнеше иҫен йый­ғансы, йәм­кәнең башын икен­се яҡ мыйыҡҡа терәне. Ҡур­ҡы­шынан Рәмилдең йөҙө ап-аҡ булды. Сәриә янып өҙөлөп төш­кән мы­йыҡтың йөндәрен усына йыйып алды ла ҡаушап ҡалған ҡәйне­шенең битенә «өф» тип өрөп ебәр­­ҙе. Мыйыҡ бөртөктәре ирҙең күҙҙәренә, танауына тулды. Ҡарағайҙай ир, тә­пән­дәй генә бисәнән ҡурҡып, уның аяҡ аҫтына иҫһеҙ ҡоланы. Бер аҙҙан иҙәндә ятҡан ир күҙҙәрен асты.
– Еңгә, һин бик алама! Мин һи­нән ҡурҡам! – тине һуғышыу ҡай­ғыһы киткән ир. Эстән генә: «Үҙемдең Уралиә алтын икән!» – тип уйланы.
Рәмил башҡаса мыйыҡ йөрөт­мәне. Уралиә лә әкренләп үткер­ләнә барҙы. Ире кистәрен өйҙән сығып китеп, элекке һымаҡ эсеп ҡайтыу түгел, һомғол буйлы, си­бәр бисәһенә нисек ярарға бел­мәй ҡаҡшай. Шулай итеп ки­лендәштәр уҡытты тәртипһеҙ ир­ҙе. Аҙаҡ Сәриә:
– Йәмкә ярҙамында ҡәйнеште аҡылға ултырттым! – тип көлөп йөрөнө.

 

Лира Яҡшыбаева.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: