Бөтә яңылыҡтар

Маймыл (көләмәс)

Бер студент зоопаркка эш эҙләп барған.– Күптән түгел маймылыбыҙ үлде. Ул бул­мағас, халыҡ әҙәйҙе. Маймылды алыштыр, әйҙә! – тигәндәр уға.– Булдыра алырмынмы икән? – тип икеләнгән студент.

Маймыл (көләмәс)
Маймыл (көләмәс)

– Спорт менән шөғөлләнәһеңме?
–Шөғөлләнәм.
– Шулай булғас, ниңә баш тартаһың? Беҙҙә тире бар, шуны ябынаһың да... Аҡсаһын да йәлләмәбеҙ.
“Маймыл” иртәнән кискә ҡәҙәр ситлектә үрле-ҡырлы һикергән, күҙ-башын уйнаҡ­лат­ҡан, дүңгәләктә әйләнгән. Ситлек янынан кеше өҙөлмәгән.
Кис көнө зоопарк тынып ҡалғас, “маймыл” дүң­гәләктән һикереп төшәм тигәнсе, иҙән емерелеп китеп, аҫтағы ситлеккә мәтәлләгән. Башын күтәреп ҡараһа, алдында – арыҫлан! Ҡото осҡан: “Юҡҡа ризалаштым. Арыҫлан ботар­лап таш­лаһа?!.. Һөйәктәремде йыйып та ала ал­­маҫтар...”
Ул арала арыҫлан килеп етә лә күҙен аҡайтып ултырған “маймыл”дың иңбашына ҡулын һала:
– Сәләм! Һин ҡайһы факультеттан?

ЮЛАМАН.

"Һәнәк" журналынан алынды.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: