Бөтә яңылыҡтар

Тамамланмаған йыр (хикәйә)

Дәртләнеп, талпынып киткәйне лә, ҡурғаш табутҡа тейәп апҡайттылар. Самолеттары һауала шартлаған. Дүрт һалдатын эйәртеп оҙата килгән әфисәр табутты асып ҡарарға ҡырҡа рөхсәт бирмәне. Ҡаты бойороп ебәргәндәрҙер, күрәһең, ярамайҙан һалдырып тик тора. Әллә унда беҙҙең малай ятҡан, әллә икенсе бер ете-яттың һөйәктәре, Хоҙай белә…

Тамамланмаған йыр (хикәйә)
Тамамланмаған йыр (хикәйә)

Медицина училищеһын тамамлағас, армия сафына алынғансы бер йыл самаһы көньяҡ райондарҙың береһендә «Тиҙ ярҙам» станцияһында фельдшер булып эшләп алдым. Йәш саҡта һәр тотонғаның мауыҡтырғыс уйын менән бер бит инде ул, юҡтан ғына ҡыҙыҡ, мәҙәк, мажара эҙләйһең, табаһың. Район үҙәгенең бер яҡ ситендәрәк урынлашҡан өс ҡатлы дауахананың аҫҡы ҡатындағы ҡыҫынҡы ғына бүлмәләрҙә урынлашҡан станцияның ике машинаһы бар ине: береһе район үҙәгендәге халыҡты хеҙмәтләндерһә, иҫкереүе еткән икенсеһе – мин йөрөгәне – тирә-яҡ ауылдарға беркетелгәйне. Әйтергә кәрәк, ҙур ғына майҙанды биләгән райондың эреле-ваҡлы ауылдары ла, таратып һибелгәндәй, береһе икенсеһенән алыҫ арала ята. Төбәктең төп билдәһе – түбәләре ҡырып алынған баштай таҡыр, тупаҡ бейек-бейек тауҙар.

Шул мәғрурлыҡ урындағы халыҡтың ҡылыҡ-фиғеленә лә йоҡҡан төҫлө, улар үҙҙәрен башҡалар алдында олпат һәм абруйлы тота, хәбәрҙе лә ҡойолдороп түгел, уйлап, үлсәп һөйләйҙәр. Буй-һындары ла, башҡалар менән сағыштырғанда, бейек һәм ҡалын. Мөһабәт тау ҡушылдыҡтарына өйкөм ағаслыҡтар, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, борғаланып ауырлыҡ менән юғарыға үрмәләп, туранан тартып түбәнгә ташланған юлдар һыйынған. Юл тигәндәй, көслө ямғырҙан һуң улары ла, бигерәк тә һаҙлыҡ йә уйпат ергә килеп төртөлгәндәре, ылаулы ғына түгел, йәйәүле лә үтә алмаҫлыҡ батҡаҡҡа әүерелә. Шуға мине ҡатын-ҡыҙ медиктар ынтыла һалып бармаған йүнәлешкә тәғәйенләп ҡуйыуҙары бер ҙә ғәжәп түгел. Ул йылдарҙа телефон элемтәһе үтә лә насар ойошторолғанлыҡтан, эшем яйлы, беҙҙе һирәк, иллә берәгәйле борсойҙар. Өҫтө-өҫтөнә саҡырһалар ҙа, иҫем китә һалып бармай, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә лә ҡайҙалыр сығып олағырға атлығып ҡына торам, юлдар өҙөлгән саҡтарҙа өшөп-туңып ҡырҙа ҡуна ҡалыу беҙ, ир-ат өсөн, ғәҙәти күренеш, резина итек кейеп алып, батҡан машинаны көсәнеп этеп сығарыу, мазутҡа болғанып, тоҡанырға теләмәгән машинаның моторында соҡоноу – күнегелгән шөғөл. Саҡырыуҙарға үҙем генә юлланһам ни асыу, яйын тура килтереп бүлектәрҙәге мәшәҡәттәренән саҡ ҡына бушыраҡ ҡыҙҙарҙы тейәп сыға ла китәм. Улары ла, тинтәк ҡонан артынан сапҡан елбәҙәк тайҙай, һайт, тигәнгә, тайт, тип эйәрергә әҙер. Сәфәребеҙ бик тә күңелле килеп сыға, юл буйы йырлап, көләмәстәр һөйләп, шаярып-көлөшөп барабыҙ. Ғүмерен ошо эштә үткәргән шофер Сәмиғулла ағай ҡайһы саҡ етди эште уйынға әүерелдереүебеҙҙе мөрхәтһенмәй, һалпыш ҡаштарын төйөп ҡуя-ҡуйыуын, мәгәр ауыҙ асып һүҙ өндәшмәй, ул ғына ла түгел, күңеленә ятҡан берәй йырҙы йырлап ебәрһәк, йәш сағын хәтеренә төшөрөпмөлөр, йөҙө асылып, ирәмһеп тә киткеләй. Юлда батып йә машина ватылып ҡалыу арҡаһында тотҡарланһаҡ, көндәлек эш барышына, бүлектәрҙә булып ятҡан, булырға тейеш үҙгәрештәргә хәбәрҙар баш табиптан ҡаты ғына эләгә-эләгеүен, тик тәнҡит тә бер ҡолағымдан инә, икенсеһенән сыға. Атайҙарса ҡыҙҙырыу ҙа өгөт- нәсихәткә тартым. Баш табип та, маңлайын сирылдырып, йыуаш фиғеленә уҫаллыҡ һыҙаттары өҫтәргә тырышып ҡабатлана килгән мыжыуын мөңгөрләй: «Хеҙмәт дисциплинаһын тупаҫ боҙған өсөн ҡатынан выговор сәпәргә ине лә, яңы ғына яҙыла башлаған биографияңды боҙғом килмәй. Һин берәҙәкте ҡасан ғына армияға алалар инде, ҡотолор инем…» Эске тойомлау менән һиҙәм, ҡотолғоһо килеүҙән ғәйре, тәртәнән сығып китмәһен был, тигән уйҙан иҫкәрмә яһауы. Уның ҡарауы, үтә лә ҡулай, өлгөр, талымһыҙ хеҙмәткәрмен, тәүлек әйләнәһенә дауахананан ҡайтып инә белмәйем, ятаҡта бәлә-кәй генә өкәлтәгем була тороп, палаталарҙың береһенән буш карауат табып ҡуна ҡалам, тейеш күреп, тартыныуһыҙ ултырып, ауырыуҙар менән бергә туҡланам. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшем дә, ашым да дауаханала. Һәммәһенә вайымһыҙ ҡарап, бошоноу белмәй, көнитмеште ожмахҡа тиңләп йәшәп ятҡанда, йәнемде һиҫкәндереп, күңелемә ғәм ойотҡоһо ҡунды, тәүге тапҡыр аңымдан йәшәү һәм үлем хаҡында шомло уй йүгереп үтте.

Төпкөл ауылдарҙың береһенә саҡырҙылар, ниндәйҙер ветеран сирләп киткән икән. Эш көнө яңы ғына башланып торғанлыҡтан, яңғыҙым ғына ҡуҙғалдым. Башта әйтеп үткән юлдашым, сменалашым Сәмиғулла Дәүләтбирҙин – аҙ һүҙле, йомоғораҡ холоҡло кеше. Өҙә-йырта һөйләгәне лә үҙе менән бергә иҫкергән, туҙған машинаһынан ары китмәй: «Карбюратор эшкә ашмай, ҡолаҡ итен ашатыуҙан һаңрауланып бөткән механикка күпме әйтелде, иғтибарға ла алмай… Хан заманынан килгән коробка ҡатлан­һа, ярты юлда туҡтап ҡалабыҙ инде… Ҡырҡ ямау резина эшлектән сыҡты…» Йәшебеҙ, кимәлебеҙ, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ тап килмәгәнлектән, уның менән һүҙ ҡуйыртыу минең өсөн ҡыҙыҡ та, кәрәк тә түгел. Уға хаҡлы ялға сығырға ике-өс ай тирәһе ваҡыт ҡалған. Шул хәбәрҙе лә ул үҙенә генә хас ҡиәфәттә, быжыр йөҙөндә үкенесле йылмайыу сағылдырып еткерҙе: «Тиҙҙән дағаларҙы ҡуптарып контрактацияларға йыйыналар…» «Кемде?» «Кемде булһын, мине, абзыйыңды!» «Ә нишләп дағаларығыҙҙы ҡуптарып?..» Бер ҡатлыланып аңшайҙым. «Иҫәпсел хужа, ғәҙәттә, һалдырылғанды яңы өйрәткән ҡырҡмыш тайына ҡата…» Сәмиғулла ағай – оҙон буйлы, эре һөйәкле, тулы беләктәрендәге көс-ғәйрәте ҡайтып өлгөрмәгән, мыҡты кәүҙәле ир, иллә холҡо ҡатын-ҡыҙға тартым, «ағас игәү»легенә барып, кәрәккән-кәрәкмәгән ерҙә мыжырға әүәҫ. Әле лә ул, үҙенең оҙон-оҙаҡ зарланыуынан кәйефе китепмелер, битараф, һүнгән ҡарашын алғы тәҙрә аша тыш яҡҡа йүнәлткән дә, һүлпән хәрәкәтләнеп, баранканы улай-былай борғолай. Ә мин инде, урынымда ултырып сыҙамай, алаңлап, күңелле көй һыҙғырып киләм.

Тышта әбейҙәр сыуағының гөлтләп тоҡанған мәле: семтем болотһоҙ төпһөҙ зәңгәр күк оло ҡаҙандай өҫтөбөҙгә түңкәрелгән, оҙатырға сыҡҡандай, юл ҡырлауында теҙелгән тәлгәш ҡайындар һап-һары ебәк күлдәктәрен кейгән, тау битләүендәге уҫаҡ, саған сауҡалыҡтары усаҡтай дөрләп яна, тотанағынан ысҡынған үрмәксе ауҙары, күкрәүһеҙ йәшнәгән йәшендәй, һауала ялт-йолт килә.

– Көҙ етте…

– Етте шул… – Йөҙөм май ҡояшылай балҡыһа ла, яуабыма үкенеү ауазы өҫтәргә тырышып, әйтелгәндәрҙе йөпләнем.

– Ул хаҡта һиңә һөйләргәме, малай…

Теге, беҙҙе саҡыртҡан ауылға еткәнсе ауыҙыбыҙға һыу уртлағандай, башҡаса өндәшмәнек.

Эҙләгән ауырыуыбыҙ Эйек йылғаһының боролмаһына һыйынып ятҡан, 20-30 хужалыҡтан торған ауылдың урта төшөндә йәшәй икән. Түңәүелгә күтәрелеп, ҡыйығы шифер менән көпләнгән, стеналары матур итеп аҡ балсыҡ менән ағартылған, урам яғындағы баҡсаһында алмағастары күренгән алты мөйөшлө өй матур һәм йыйнаҡ күренде. Машина туҡтау менән ишек алдындағы ҡыйыҡһыҙ күтәрмәгә йүгереп килеп сыҡҡан урта йәштәрҙәге еңел һөйәкле ҡатын беҙгә ҡарай атланы.

– Тулыбаев Фазулла ошонда йәшәйме?

– Ошонда, ошонда. Мин уның ҡатыны булам. Әйҙә, үтегеҙ… – Хужабикә, ҡунаҡ ҡаршыларға йыйынғандай, араталы ҡапҡаға барып йәбеште.

– Кәрәкмәй, беҙ ошонда ғына… – Өтәләнгән юрғалауҙы туҡтатырға иттем.

– Кәрәк! – Сәмиғулла ағай ризаһыҙ бүлдерҙе. – Хәҙер машинаны күтәрмәгә терәтеп үк ҡуям. Ауырыуҙың ни хәлдә икәнлеген белмәйһең бит әле.

Миңә, «Тиҙ ярҙам» сумаҙанын эләктереп, өй яғына йүнәлеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тупһа янында ятҡан ялбыр йөнлө этте шәйләп, туҡтап ҡалдым. Теге, шөрләүемде күреп, ваҡытлы килдең, үт, тигәндәй, ҡойроғо менән инер юлымды һепереп, аҡыллы, шул уҡ ваҡытта бойоҡ күҙҙәре менән төбәлде.

Фазулла Тулыбаев өйҙөң төп яғындағы стена ҡырына урынлаштырылған карауатҡа йәйелгән түшәктә ятып тора икән. Мин күренеү менән ул ауырлыҡ менән ҡалҡып ултырып, һалындырған аяҡтарына шипатайҙарын ҡатҡас, танырға теләгәндәй, берауыҡ тексәйҙе лә, яңылышыуына төшөнгәндәй, ауыр көрһөндө. Ир – йоҡа кәүҙәле, асҡалаҡ яңаҡлы, бөркөт суҡышылай аҫҡа һалынған ҡырлас танаулы, яҫы маңлайлы, ҙур һоро күҙле, йоҡа сәстәренә һиҙелеп сал ҡунған әҙәм.

– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – Сумаҙанымдағы кәрәк-яраҡтарымды сығарып, түшәк ситенән урын алдым.

– Нишләптер кисәнән бирле йөрәк урынында түгел, ҡәһәрең…

– Күлдәгегеҙҙе ҡалҡытығыҙ ҙа кире ятығыҙ. Тыңлап ҡарайыҡ.

Фонендоскопты йөрәк нөктәләренә ҡуйып тыңлай башланым, тик унда йылға ағымына тартым ҡан шауынан башҡа нәмә ишетмәнем. «Миокард инфаркты алдынан була торған билдә. Хәле үтә мөшкөл…»

Тыныс ҡалырға тырышып, тәҡдим иттем:

– Ятып тороғоҙ. Хәҙер укол ҡаҙайым да һеҙҙе район дауаханаһына алып китербеҙ.

– Бында ғына булмаймы? – Фазулла йөҙөн хафалы йыйырҙы. – Дауалар яҙып бирегеҙ ҙә. Көҙгөлөккә тип әҙерләгән күбәләр һаман ташылмаған. Малды теүәлләп, ҡураға индерәһе бар. Картуфтың да яртыһын ғына ҡаҙҙыҡ.

– Һеҙгә дауаханала бер аҙ дауаланып алырға кәрәк! – Шулай тинем дә, беләккә укол эшләгәс, ҡәтғи күрһәтмәмде бирҙем. – Йыйынығыҙ! – Һуңғыһы ишек төбөндә беҙгә өмөтләнеп баҡҡан, тышҡы ҡиәфәте менән иренә оҡшаған ҡатынға төбәлгәйне.

– Миңә ни булыр тиһең, һуғышта бирешмәгәнде, – Фазулла тиҫкәре бала ише киреләнде. – Күренермен әле балнисҡа, һуңғараҡ, һуғымды һуйып, кәбәндәрҙе һарай янына тарттырғас.

– Враш әйткәс, барып ҡайт, атаһы. Шулай кәрәктер. Улар беләлер. – Ҡатын, йыйынырға әҙерлеген белдереп, урынында тыбызыҡланы.

– Белә, белмәй ҙә. Тегендә, һуғышта саҡта, хәрби хирург аяғымды төбөнән ҡырҡырға йәтәхәнләнде. Әгәр шул саҡта рөхсәт бирһәм, бөгөн һыңар аяҡ менән тумраңлар инем әле. – Шулай ҙа ҡайтымһаҡланып, әйтелгәндәргә күнгәндәй, урынынан торҙо.

– Һеҙгә ярамай, ятығыҙ! – Аш өйҙә ишек төбөнә ултырғыс тартып һаҡҡан шоферға өндәштем. – Сәмиғулла Мостафич, тиҙ генә носилканы индерегеҙ әле! – Көнөм төшһә, уға шулай ололап, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып өндәшәм. Хупҡа эйәргән аумаҡайға етә ҡала, һары майҙай ирей ҙә китә, ни алып ни биререн белмәй. Был юлы ла өлтөрәп, урынынан ҡалҡты.

– Кәрәкмәй, тинем бит! Миңә ни булыр тиһең! – Фазулла баяраҡ әйткәнен ҡабатланы. – Күрше-тирәне, ауылдаштарҙы ғауғаға һалып тейәлеп китәйемме? – Аҫҡаңлап йөрөп майкаһын, күлдәген алмаштырҙы, шифоньерҙан сығарып, орден-миҙалдар тағылған пинжәгенең салбарын кейҙе.

– Ҡарт, кәстүмеңде лә…

– Парадҡа бармайым, кәзә дебетенән бәйләнгән свитерҙы, йөн ойоҡбаштарҙы килтер, нишләптер өшөтә. – Фазулла әйтеп бөтөргә бирмәй, үҙенекен теҙҙе.

Мөштөрләп йөрөп, ниһайәт, төйнәнеп бөттөләр. Оло юлға йыйыныр алдынан башҡарылған йоланы үтәп, ҡушарлап, бер-береһенә һыйыныңҡырап, урындыҡ ситенә һаҡтылар. Ир шау тарамыш ҡулдарын салбары аша ослайып күренгән тубыҡтарының араһына төшөргән, ҡатын алъяпҡыс итәген тартыштыра, сал сәстәре күренгән яулығын төҙәтештерә. Башымдан әсенеүле уй йүгереп үтте: «Яңғыҙ ҡалған әсәйем ошо мәлдә, ошо ҡиәфәттә юлға ҡарап, өңөлөп, мине көтөп тормаймы икән?.. Ҡайтҡас та хат яҙып һалайым әле, айҙың аҙағында ялһыҙ эшләп йыйылған көндәрем иҫәбенә ҡайтып та килермен. Буш ҡул йөрөүҙе ҡуйып, күстәнәс, бүләк тә алырмын…»

– Барғас та ҡапҡыларға ашанты һалманымсы, – тине хужабикә.

– Уныһы тегендә етерлектер. Ниғмәт күршегә йәүкәләмәһәң булмаҫ, Бурылды апарып, көн һайын Аҡташ туғайына тышаһын, юғиһә өйҙәге бесәнгә барымһыҙ, һайланып, ирәүәндә утларға ярата. Йәнә уны һолонан өҙмә, мөҙөртмә. Тегендә оҙаҡламам, аҙна-ун көн яҙған уколдарын алып, дарыуҙарын эсермен дә ҡайтып та төшөрмөн.

– Шулай ғына була күрһен инде, – ҡатыны ирен ҡеүәтләне лә, китергә ваҡыт еткәнлекте белдереп, артҡараҡ шылған яулығын төҙәтеп япты, аяҡтарындағы сөм калуштарының өҫтөн усы менән һыпырҙы. Хужа ишек төбөнә килгәс, хушлашҡандай итеп, стенаға ҙурайтып эленгән, был икәүгә шыпа ла оҡшамаған һылыу һалдат фотоһүрәтенә күҙ атты.

Фазулла салондың алғы ултырғысына ултырҙы ла, асыҡ ишеккә башын тығып, унан айырылырға теләмәгән ҡатынына өндәште:

– Йәмилә, һин үҙеңде үҙең хәстәрлә инде, өй тирәһендәге бөтмәҫ эште ослайым тип, эләгеп-йығылма. Картуф та ятып торһон, ҡайтҡас, икәүләп… Аҡтырнаҡты, – хужабикәнең аяҡтарына һырпаланған эткә ымланы, – бәйгә ҡуй, уға ирек бирһәң, район үҙәгенә саҡлы сабыр.

Тегеһе һүҙһеҙ баш һелкте.

«Әсәйемдең исеме лә Йәмилә бит. Бөтә Йәмиләләр ҙә сал сәсле, сабыр, күндәм холоҡло, хәстәрҙәре менән көндө төнгә ялғаған эшсән буламы икән әллә?..» Килгәндән алып уйым ауылда ҡалған яңғыҙ әсәйем тирәһендә уралды.

Машина ҡуҙғалып киткәс, Фазулла апаруҡ теремекләнде, тәҙрәнән ҡарап, тыуған ҡырҙары менән таныштырып ҡулын болғаны:

– Мыртый, бынау ер Өкө Буйы тип атала, арыраҡ – Серек Баһыу, офоҡҡа ҡарай һуҙылғаны – Һары Тай яланы, уға сауҡалыҡтар менән ҡайылған Һарналы Төбәк килеп ҡушыла. Һарынаның ниндәйерәк үҫемлек икәнен беләһеңме? – Үҙе үк кире ҡаҡты. – Ҡайҙа инде онотола барған ҡыр ризығын һеҙгә татып ҡарарға! Уны таныу өсөн иң әүәл үҙәк өҙөлөп асығырға кәрәк. Ә беҙҙе, ауыл халҡын, аслыҡ йылдарында үлемдән һарына тәлгеһе әрсәләне. – Һүҙгә ҡушылыусы булмағанғалыр, көн сыуағына ишаралап, Сәмиғулла Дәүләтбирҙин ише яманһыулап өҫтәне.

– Ҡатындар йәйе килде. Ир-аттың йорт мәшәҡәттәре йәй көнө, ә бисә-сәсә аҙна-ун көн эсендә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеп ҡалырға тырыша, шуға сыуаҡ көндәр ошо атама менән йөрөй ҙә инде. Сығышың менән ҡайһы яҡтанһың?.. Ә-ә-ә, күрше икәнһең. Һеҙҙә ошо мәлде, төптө хата булһа ла, әбейҙәр сыуағы тиҙәр, ә беҙҙә яңы мин әйткәнсә йөрөтәләр.

Дауаханаға килгәс тә Фазулла Тулыбаев өгөтләүҙе ҡолағына ла элмәй, еңмешлегенә барып, туҡтала-туҡтала булһа ла өсөнсө ҡатта урынлашҡан терапия бүлегенә үҙ аяҡтары менән күтәрелде, палатаға инеп, тәғәйен карауатҡа урынлашҡас, айырылырға теләмәй, эйәреп ингән миңә, күптәнге танышылай күреп, мөрәжәғәт итте:

– Мыртый, бында район үҙәгендә таныш-белештәрем юҡ самаһында, мине әүрәтеп, ингеләп-сыҡҡылап йөрө әле, ваҡыт табып…

Ваҡыт тигәнең миндә инде ул, ауылдарға саҡырыу булмағанда аша-төшә баҫып, йүгерә-атлай терапия бүлегенә күтәреләм. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ошо ҡаҡса ауыл ҡартына ҡарата ниндәйҙер эске яҡынлыҡты һиҙемләнем: һүҙҙәребеҙ ҙә берегә, янында рәхәт, ышыҡ та. Бәлки, атайһыҙ үҫкәнгә теләктәш, кәңәшсе эҙләп ир-атҡа тартылыу ғәләмәтелер.

Фазулла Тулыбаевҡа тәрән, күп яҡлы тикшереү үткәрҙеләр, шунан бәҙрәфтән башҡа ергә сығып йөрөмәҫкә ҡушып, һалып та ҡуйҙылар.

Эргәһенә ингәндә ул көрәктәй устарын башы аҫтына ҡуйып ятып тора ине, мине күргәс, тороп ултырып, таралып һибелгән сәстәрен суғырмаҡланып ҡатҡан бармаҡт-арына араланы:

– Яңы анау тимер арбаға һалып апарып ЭКГ тигән нәмә үткәрҙеләр. Төшөндөр әле шул нәмәнең асылын?

– Электрокардиограмма ул, йөрәгеңдең эшен ҡағыҙ таҫмаға яҙғандар.

– Ят инде уттай ҡыҙыу осорҙа түшәмгә төбәлеп… – Йонсоу ҡарашын палатаға яңылыш осоп инеп, сыға алмай, тәҙрә быялаһына башын төйгән күбәләккә йүнәлтте.

– Бына һеҙ һораған махорканы килтерҙем әле. Район үҙәгендә табып булманы, ауыл магазиндарының береһендә ятҡан.

– Маршанскиймы? – Фазулла, ҡыуанғандай, теремекләнеп китте. – Ызнамы шәп иткәнһең! Юғиһә һалам тәме килгән сигареттарҙы төтәтеп, ялҡып кителгәйне. Уларҙың ни тәме лә, ни көсө. Ошондайҙы ауыл кибетенә һатыусының ҡыр быуынына төшөп эҙләтеп, таптыртып ҡайтартам. Мындай нәмә башҡа урындарҙа юҡ. Әүәле Михайловка утарында йәшәгән Иван ҡорҙаштан алған самосадты баҡсала үҫтерә инем. Һиңә әйтәйем, вәт, исмаһам, тәмәке! Һурҙы ниһәң, төтөн шауҡымы шундуҡ мейегә бәрә лә үпкәләрҙе ҡороштороп ебәреп, тура эсәкте бөрөп ала. Хәҙер ундайҙы тартыр йәштә түгелмен.

– Хәлегеҙ нисек? – Урынһыҙыраҡ һорауымды бирҙем.

– Нисек, тип, шу, бер көйө инде. Килгәндән алып төрлө уколдар менән бешекләһәләр ҙә, алға китеш тойолмай. Йәнә япа-яңғыҙым ятып, үҙәккә үтә башланы. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә кем генә бында инеп бикләнергә теләһен. Тикшергән враштарын әйтер инем, арыу ултыраһыңмы, абзый, тиәһе урынға, ауырыуымдың төбөнә төшөп белергә ынтылалар. Күкрәк ситлегендәге йөрәктең иңрәү сәбәптәрен бар төшөндөр уларға! Йөрәк, бигерәк тә ир йөрәге, сәстәрҙе салландырып, бына ошолайтып һыҙып туҙа инде ул.

Сәләмәтлеге шәптән түгелдер, ошоға ҡәҙәр гел ҡара-ҡаршы ултырып гәпләшкән Фазулла түшәгенә ҡырын ятып, аяҡтарын эсенә тартыңҡыраны:

– Кисә-бөгөн йөрәк тын алырға бирмәй, алҡымға килә лә тығыласы, ҡороғор. – Берауыҡ тын ятҡас, ғыжылдап йүтәлләп алды ла, тоноҡ шыйылдап, һүҙ башланы. – Тәүге көндән һиңә ылығыуыма ғәжәпләнмә, мыртый. Тышҡы ҡиәфәтең, һөйләшеүең, атлап йөрөүең менән малайыбыҙға бигерәк оҡшағанһың. Тәү күргәс тә, Фәйзулла ҡайтып индеме, тип аптырағандай ҙа иттем хатта. Һиңә нисә йәш әле? Ана бит, бер ҡатарһығыҙ. Малайға быйыл ҡыш егерме өс тулған булыр ине. Көтөп алған берҙән-бер бала булды ул. Мулла исемде, Фәйзулла, тип ҡушһа ла, мин дә, әсәһе лә, яратып, Танһыҡ, тип өндәштек. Ауылда ла, иптәштәре араһында ла ул шул исем менән йөрөнө. Бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерҙем. Мәктәптә лә яҡшы уҡыны, спортты үҙ итте. Армияға барам да барам, тип атлыҡты, йөрәкһене лә торҙо шу. Ауыл хужалығы институтында йөрөгән еренән уҡыуын ташлап китте лә барҙы, һауа-десант ғәскәрҙәренә эләкте. Әйткәндәй, Фәйзуллабыҙ, атайым мәрхүмгә оҡшап, кәүҙәгә ҡалын, төҫкә-башҡа сибәр, бер достоин бала ине. Армияға алынаһы кис ауыл клубы сәхнәһен дер һелкетеп эй осоноп бейене лә һуң! Бәхилләшеп ярһыуы шул булғандыр инде.

Дәртләнеп, талпынып киткәйне лә, ҡурғаш табутҡа тейәп апҡайттылар. Самолеттары һауала шартлаған. Дүрт һалдатын эйәртеп оҙата килгән әфисәр табутты асып ҡарарға ҡырҡа рөхсәт бирмәне. Ҡаты бойороп ебәргәндәрҙер, күрәһең, ярамайҙан һалдырып тик тора. Әллә унда беҙҙең малай ятҡан, әллә икенсе бер ете-яттың һөйәктәре, Хоҙай белә… Фәйзулланы ерләгәс, ҡәбере өҫтөнә военкомат килтергән йондоҙло ташты ҡуйған булдылар, теге һалдаттарҙы теҙеп ҡуйып, автоматтарҙан залп бирҙерттеләр. Атыуҙары менән һауаны түгел, минең күкрәк ситлеген теткеләнеләрме ни! – Шул мәлде яңынан кисергәндәй, күкрәген ыуҙы. – Тора-бара ошоға саҡлы ҡайҙалығын белдермәгән йөрәк шаярғылай башланы, Йәмилә еңгәйең дә күҙ менән ҡаш араһында йоҡарып китте. Ауылда яҡын туғандар ҙа юҡ хисабында. Бер-беребеҙгә терәк булырға тырышып, икәүҙән-икәү генә көңгөр-ҡаңғыр итеп йәшәп ятҡан көн.

Уңарсы шәфҡәт туташы палатаға башын тыҡты:

– Айҙар, һиңә кисекмәҫтән вызовҡа сығырға!

– Ҡуҙғалайым булмаһа?

– Бар, бар, эшең шу бит. Кискәре, саҡырыу-фәлән булмаһа, ятағыңа ҡайтам, тимәһәң, хәлемде белерһең, бәлки?

Мин ингәндә Фазулла ағайҙың кәйефе апаруҡ күтәренке ине. Ятып торһа ла, һөрәнләп ҡаршы алды:

– Махорка килтереп ҡыуандырҙың бит. Кинәнеп төтәтеп алдым, тамағым туйып ҡалғандай итте. Бындағы беҙҙе баҡҡан ҡыҙ ят еҫте һиҙеп ҡалып, әрләне-әрләүгә, нисауа, еҫкә өйрәнһә, күнер әле. Еңгәйең дә, өйләнешкәс, тартма ҡара мунса ыҫын, тип мышҡылдай ине лә, хәҙер, ошо мәлдә шул еҫте һағынып ултыралыр әле. – Оҙон-оҙаҡ хәбәргә күскән Фазулла ағай эргәһенән урын күрһәтте. – Утыр мынауында. Бөгөн кис беҙҙеке булырға оҡшай. Ҡабаланмай-ашыҡмай ғына сөкөрҙәшәйек. – Тумбочкаһынан аҙыҡ-түлек сығарып, алдыма теҙҙе. – Еңгәңде әйтәм, сыҙап ята буламы, килеп еткән бит. Әйҙә, һыйлан, етеш барынан.

– Рәхмәт, яңы ғына киске ашты ашаным.

– Балнистыҡынмы?

Шаяртыуға борҙом:

– Эт туйған ерендә йөрөй, тиҙәр, Фазулла ағай, тик һеҙҙең өлөшкә теймәнем.

– Салғыйға йәбешкән, өрөп теңкәгә тейгән эттәр арта барған заманда йәшәһәк тә, үҙеңде маъмайға тиңләмә, мыртый. Килешмәй. – Фазулла мәрәкәләүҙе ҡабул итмәй, йоҡа ирендәрен ҡымтып, шымтая биргәс, дауам итте. – Кеше тыуғас та Хоҙай Тәғәлә уның ғүмер ағышына етмәле ризыҡты алдан хәстәрләп, бүлеп ҡуя, ти. Шуға яттар өлөшөнә инеп булмай, ҡапҡан ризығың – һиңә тәғәйен Тәңре бүләге. Миңә тигәне әллә ҡалған, әллә юҡ… – Йәшәүҙән төңөлгәндәй, көтмәгәнерәк хәбәр һалды, йөҙөмә ҡунып өлгөргән күңелһеҙләнеү күләгәһен ҡыуырға теләгәндәй, өҫтәне. – Йәш саҡта тамаҡ тигәнең туймай ул, өҙлөкһөҙ ашағы килеп үҙәк өҙөлә. Шулай булғас, тартынма. – Ҡабырғалы ҡаҙыға, ҡаҡлаған ҡаҙ ботона, банкалағы яңы айыртылған ҡаймаҡҡа, йомарланған ҡыҙыл эремсеккә, ҡоротҡа, литр ярымлыҡ пластик һауытҡа тултырылған ҡымыҙға ымланы.

Етем ҡорһағы ете ҡат, тигәндәй, ихласлап ризыҡҡа йомолдом, үҙем Фазулла ағайға ҡарап-ҡарап алам. Ул да ым-хәрәкәтемде һиҙҙе:

– Нишләптер тамаҡҡа аш үтеңкерәмәй ошо арала. Ә һин иғтибар итмә, мин дә яйлап ҡына семсенермен шунда. Ошо һый ҡана һуң тегендә, алғы һыҙыҡта, булһа. – Ул, әңгәмәне яңыртып, семәрләп сигелгән янсыҡ сығарҙы ла үртәлгәндәй ҡулын һелтәне. – Бында ярамай бит әле, онота ла ебәрәм. – Тәмәкеһен кире кеҫәһенә тыҡҡас, һүҙен дауам итте:

– Тегендә, Сталинградта, алғы һыҙыҡта аҙна самаһы ашарға килтермәнеләр. Ысынын ғына әйткәндә, тамаҡ ҡайғыһымы, көнөнә әллә нисә тапҡыр өҫкә менеп киләләр, атака өҫтөнә атака. Тышҡы ҡулсанан беҙҙекеләр фрицтәргә тынғылыҡ бирмәй, үҙҙәре ҡамауҙа ҡалған былар беҙгә ал-ял күрһәтмәй ҡыҫа. Пуля, снаряд, мина ярсыҡтары ямғыр һымаҡ яуа, ер йыртыла, Волга яна, тик шуныһы ғәжәп, шул мәхшәрҙә һалдат тере, тере генә түгел, ҡулынан ҡоралын төшөрмәй, йәнтәслим үлем менән яғалаша. Һинең һымаҡ үҫә барған йәштәбеҙ, үлтереп ашағы килә, хет бүре булып оло, хет эргәләге заводтан тирә-яҡҡа һибелгән кирбестәрҙе кимер. Бер көн иптәш егет снаряд туҙҙырған кухня эргәһенән бүҫкә тоҡ арыш онон табып килтерҙе. Йән биргәнгә йүн биргән, әмәлен таптыҡ тәки, теге ондо ҡарға бутап ашаныҡ. Аслыҡ бер аҙ баҫылғандай итте. Иртәгәһен таң менән немецтар атака алдынан беҙҙең позицияны утҡа тоторға кереште. Эргәмдә генә ут бағанаһы һауаға күтәрелде лә мина ярсығы уң яҡ осаны йотоп та ҡуйҙы. Башта аңымды юғалтманым, арт һыным уттай янып барһа ла, ауыртыуҙы ла тойманым, ята торғас, күп ҡан юғалтыуҙандыр инде, булмышым ҡапыл ҡара упҡынға осто. Ҡанға туҙып оҙаҡ ҡына соҡорҙа ятҡанмын, санитарҙар табып алып, подвалда урынлашҡан санчасҡа әпкигән. Оҙон рәттә сиратымды көтөп ятам. Көнө-төнө операция өҫтәленән китмәгән врачтар яралыларҙы ҡабул итеп өлгөрә алмай. Шәфҡәт туташы ярамдағы марляны көн һайын алмаштыра ла һыҙланыуға ҡаршы укол ҡаҙай. Бар күрһәткән ярҙамы шул. Ярам ҡанлы эрен менән ҡапланды. Уңарсы эске ҡулса менән тышҡыһы бергә ҡушылды. Мине тылдағы госпиталгә оҙаттылар. Баҡҡан хирург, аяғыңды ҡырҡам, юғиһә бысраҡ яраңда гангрена башлана, ти ҙә ҡуя. Хоҙай Тәғәлә үҙенә саҡырһа, барырмын, иллә аяҡты ҡырҡырға бирмәйем, тип ныҡ ҡырталаштым. Янбашымды яңынан итенә еткәнсе таҙарттылар ҙа, сәләмәт ерҙәге тиремде һуйып, ярама яптылар. Яйлап-яйлап ҡына ыңғайға киттем бит, осама ит ҡунмаһа ла, ярам бөтәште, әрнеп һыҙлауы баҫылды. Өс ай тирәһе госпиталь карауатында аунағандан һуң, комиссовать иттеләр. Ҡайтһам, бында яу яланынан яманыраҡ юҡлыҡ һәм ҡытлыҡ, емереклек. Көллө халыҡ күтән һурпаһын эсә. Шундуҡ билде етенән быуып, колхоз эшенә егелдем: ҡыш көнө ҡара таңдан костылға таянып йылға буйына барам да ферма малын һуғарырға мәке уям, ә аяҡтар дыулай, ҡайһы саҡ ваҡыт-ваҡыт асылып яфалаған ярам ҡанап, балаҡ еүешләнә. Йәйге осорҙа бакуйҙы алдан ярып төшөп бесән сабам. Туҡтап, яралы аяҡты алға ҡуям да ике-өс ынтылып һелтәнәм, шунан тағы баштағы хәрәкәттәр ҡабатлана. Көсөргәнеүҙән күҙ соҡорҙарынан сығырҙай була, күлдәк манма тир. Шулай ҙа һыр бирмәҫкә тырышам. Артымдан минән һуң ҡайтып төшкән Фәтхулла ҡорҙаш килә. Уның уң яҡ ҡулын терһәктән түбән снаряд өҙөп алып киткән. Беләк киҫәген салғы тотҡаһына яйын килтереп ҡайыш менән бәйләп ала ла, икәүләп ярышып, сәмләнеп эшләйбеҙ. Шулай булмай тағы, зәғиф кенә булһаҡ та, беҙ ҙә егет йораттары бит әле. Уҙышыуыбыҙҙың да үҙенә күрә серле ғилләһе бар, күҙебеҙ ҡараҡай, ҡатма ғына Йәмиләгә төшкән. Еңгәгеҙ һайландыҡтан ҡалған ике ғәрип араһынан мине, аҡһаҡты, һайланы, кис клубта «Наза»ға бейегәндә тыпырлап, ҡаршыма килеп баҫты. Аҫҡауҙы онотоп, һыңҡылдата баҫып уртаға төш тә кит, бына бит һөйөү нишләтә! – Шул илаһи йәшлеген хәтеренә төшөргән Фазулла ағайҙың йөҙө яҡтырып китте, күҙҙәренә шуҡ осҡондар ҡунды.

– Фәтхулла дошманлашып, хаслашып йөрөмәне, мәле ул түгел ине шул, күрше ауылдан ҡыҙ һайланы. Матур итеп, татыу йәшәнеләр, тик ҡорҙашым иртә китеп барҙы, ҡулы өҙөлөүҙән тыш, йәҙрә ярсығы үпкәһен үтәләй тишкәйне, өҙлөкһөҙ ҡан төкөрөп йөрөнө, яраһынан оҙаҡ киңгәне. Өйләнешкәс, мине ҡырсылыҡ бригадиры итеп ҡуйҙылар, еңгәң һауынсы эшендә йөрөнө.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң яҙмыш елдәре беҙҙе Ейәнсура районына ташланы, нисәмә йыл ошонда ғүмер һөргәс, ерегеп киттек, тәбиғәте лә, кешеләре лә туғандарҙай яҡын. Бында күсеп килгәс, үҙ ҡулдарым менән үҙ оябыҙҙы ҡорорға тотоноп киттем, әлеге торған йортобоҙ урынына мунсалай ыҡсым бура күтәрҙем. Ниргәне уратҡандан аҙаҡҡы бүрәнәне илла-алла менән мендереп һалам да, баҫҡыс һөйәп, өҫкә күтәрелгәс, таптарҙы сәсрәтә сабып, бура бурайым. Бер көн, ни ғиллә менәндер, баҫҡыс ауған бит, ҡултыҡ таяҡтарым да әллә ҡайҙа ята. Ғүмерем буйы ауыҙымдағы ҡанды мир алдына төкөрмәнем, ғорурлығым, ир намыҫым алда йөрөнө.

Урамдан һирәк-һаяҡ үткән-һүткән бисә-сәсәнән ярҙам һорай алмайым бит инде, еңгәң һауындан ҡайтып, баҫҡысты күтәреп, ҡултыҡ таяҡтарымды әпкилгәнсе ултырҙым бура башында. Шундай саҡтар ҙа була ул тормош юлында… Хәбәргә әүрәтеп лыбырҙай ҙа лыбырҙайымсы, әйҙә ошоно тотоп ебәрәйек әле. – Ағай, кәсәләргә ҡымыҙ тултырып, шуның берәүһен миңә һондо.

Күңеленең ирәмһегән сағы ине шикелле Фазулла ағайҙың, бына ул, ниндәйҙер мөһим, шауҡымлы эш башҡарырға йыйынғандай, алға ынтыла биреп ҡуйҙы ла, йәнендә моронлаған хисен тыйырға көс табып, минең яҡҡа һирпелде:

– Күптән көйләгәнем юҡ, тыңлаһаң, маташтырып ҡарайыммы әллә? Моңоң бар, тигән була Йәмиләм. Әллә дөрөҫтө һөйләй, әллә күңелемде ҡыймай күтәрмәләүе.

– Әйҙә, йырлағыҙ. – Һәр кемдең үҙ йыры, үҙ моңо бит, юғары кимәлдәге башҡарыуға өмөт итмәһәм дә, тыйнаҡ ҡына ризалаштым.

– Тамаҡ ярмай ғына, йәме?.. – Фазулла ағай күкрәк тултырып һуланы ла, быуылғандай, кинәт туҡтап ҡалып, тамағын ыуҙы. – Элекке саҡ түгел шул, тын ҡурыла… Йырға килгәндә, былайыраҡ… – Теле менән ярғыланып кипкән ирендәрен сылатып тамшанғандай итте, ташбыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төштө:

Ағиҙелде буйлап ҡына һалдар килә,

Аҫыл ҡоштар һал өҫтөндә һайрап килә.

Ике лә сәләм, бер ҙә сәләм, ҡәләм ҡашҡай,

Ниҙәр генә күрер инде минең ғәзиз башҡай…

Ысынлап та һамаҡҡа тартым, йөрәк түренән һығылып сыҡҡан моң ишетер ҡолаҡҡа яғымлы ғына ине. Таш стеналары иркенәйеп, түшәме асманға ашҡан палата яҡтырып киткәндәй итте, унда мең төрлө үлән ҡатнашмаһынан туҡылған дала еҫе килеп тулдымы ни!

Күңел байрамыбыҙҙы теге, урынында ултырып сыҙамаған оздой шәфҡәт туташы яңынан бүлдерҙе. Был юлы ул ишеккә башын тығып ҡына ҡалманы, система ҡулайламаһын шауҙырлатып, елтерәп килеп инде.

– Тулыбаев, һеҙгә система ҡуйырға ваҡыт!

– Һуң иртәнсәк кенә…

– Быныһы кискеһен ҡуя торғаны!

– Бәлки, кәрәкмәҫ, врашҡа, дарыуҙы тамыҙҙыҡ, тиер ҙә ҡуйырһың.

– Ярамай! Барығыҙ! – Дорфа ҡыуыу миңә тәғәйенләнгәйне.

– Бар, ҡусты, иртәгә тамамларбыҙ башлағанды. Нишләптер гел шулай тура килеп тик тора, ошо йырҙы бер ваҡытта ла аҙағынаса еткерә алмайым, бүлдерәләр ҙә ҡуялар…

Өсөнсө көнгә эшкә килгәс, дежурлыҡты ҡабул итеп алдым да эш араһында Фазулла ағайға инеп сығырға иттем. Моғайын да, был юлы уның йырын бүлдереүсе табылмаҫ. Күтәрелеүемә таныш палата ҡаршыһында аңлашылып бөтмәгән ығы-зығы ине: табиптар, шәфҡәт туташтары улай-былай йүгерешә. Бер аҙҙан барыһы ла тынды. Палата ишегенән сыҡҡан баш терапевт, һонтор буйлы ир кеше, һуҙа-һуҙа баҫып кабинетына ҡарай йүнәлде, ике ҡатын коридор тәҙрәһенең төбөнә барып шыш та быш килеп, береһе икенсеһенә нимәлер хаҡында аңлатырға, иҫбатларға тотондо. Буш система ҡулайламаһын, кислород яҫтығын эләктереп, процедура кабинетына йүнәлгән шәфҡәт туташын туҡтаттым:

– Ни булып китте?

– Ни булһын, Тулыбаев китте…

– Ҡа-ҡайҙа китте? Ҡа-ҡайтарҙылармы әллә? – Ныҡ тулҡынланыу­ҙан, тотлоғоп һораным.

Шәфҡәт туташы башын баҫып, яуап ҡайтарманы. Эргәмә теге ҡатындар яҡынланы. Йәшерәге, көндәлек, ғәҙәти хәлгә баһа биргәндәй, тыныс ҡына итеп әйтте:

– Үлде Тулыбаев. Хәҙер уны, ауырыуҙарҙың күҙенә артыҡлап салындырмай, мәйетханаға алып барырға кәрәк. Шунан, хәбәр итһәләр, туғандары килеп алыр.

– Нисек инде үлде?! Фазулла ағайҙың бит осланмаған күпме эше ҡалды, башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне. Туғандарына килгәндә, уның ҡатыны ғына, башҡа бер кеме лә юҡ!

Тултырған тауыҡтай тулы кәүҙәле өлкән йәштәгеһе килешһеҙ биҙәнгән һимеҙ йөҙөнә хәсрәт ишаратын сығарҙы:

– Ни хәл итәһең, әҙәм балаһы бына ошолай тыуа ла ғүмере буйы эләкмәҫкә ымһынып, ғазаптар аша ҡайҙалыр ынтылып йәшәй-йәшәй ҙә тотонған эшен аҙағынаса еткерә, башлаған йырын тамамлай алмай, баҡыйлыҡҡа күсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡ…

Ҡара көҙҙөң илаҡ көндәре. Йәнде лә, тәнде лә баҫҡан бөләңгертлек. Күк йөҙөн ҡоромдай ҡара, суйындай ауыр болоттар ҡаплаған. Һалҡын, ыжғыр ел ағастарҙың һуңғы япраҡтарын аяуһыҙ йолҡоп ала ла, һауала ҡойондай туҙҙырғандан һуң, кире аҫҡа ырғыта, эргәләге баҫыу ҡамылына, һаҙ ҡырындағы сабынлыҡта йәшәреп күренгән ҡурпыға һылай һуға, һуңғы сиктә көҙ һағышы урмандарҙан түгелеп, ергә күсә. Ярым шәрәгә ҡалған ҡайындар, шым-шырыҡлап яуған ямғыр­ҙан күшегеп, дерелдәй төҫлө. Үҙҙәре күренмәгән, әммә иңрәүҙәре йәнде телгән ҡоштарҙың тауышы ҡолаҡҡа салына биреп ҡала. Ана шул һоро пейзажды бил быуарҙан батҡаҡҡа сумған «Тиҙ ярҙам» машинаһының ямғыр сылатҡан тәҙрәһе аша күҙәтеп ултырам. Саҡырыуға барышлай баттыҡ. Ярҙамһыҙ сыға алмаҫыбыҙ көн кеүек асыҡ, шуға, күңелебеҙҙән ашыҡһаҡ та, сараһыҙлыҡҡа буйһоноп, сәбәләнмәйбеҙ, моторҙы һүндереп, үҙ уйҙарыбыҙға бирелеп тынып ҡалғанбыҙ. Йөрәгемде өткән һағышҡа сыҙай алмай, ауыр уфтандым:

– Көҙ… Тағы теге саҡ алып ҡайтҡан Фазулла Тулыбаев башлаған йырын тамамлап өлгөрмәне…

– Көҙ шул… – Сәмиғулла ағай әйткәндәремде ҡеүәтләне. – Шулай ҙа йәшәргә кәрәк, мыртый, нисек тә йәшәргә. Әҙәм балаһының тамамланмаған йырға тартым оҙонло-ҡыҫҡалы ғүмере өҙлөкһөҙ изгелек көтөүҙән һәм яҡшыға өмөт итеүҙән тора…

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.

Читайте нас: