Бөтә яңылыҡтар

Уҫал ағай (шаян хикәйә)

Бер йылы һыуыҡ алдырып участка больницаһында ятырға тура килде.

Уҫал ағай (шаян хикәйә)
Уҫал ағай (шаян хикәйә)

 Киске аштан һуң баҡсаға сығып тәмәке тартабыҙ, донъя хәлдәрен тикшерәбеҙ. Беҙгә күрше өйҙән урта йәштәрҙәге ир ҡушыла. Урман хужалығында машина йөрөтә икән. Уҫал ағай тип исем бирҙем мин уға. Кәүҙәһе, былай алайым, ике метрға яҡын, йоҙроҡтары гер һымаҡ, тауышы гөрһөлдәп тора, ҡарашы ауыр. Бер һүҙ менән әйткәндә, дәһшәтле кеше.

  Бисәләрҙе яратмай, бигерәк тә үҙ ҡатынын. Һөйләгәне тик шул хаҡта. Ифрат ҡаты тота икән хәләл ефетен. Ҡаты тота, сөнки башҡаса булмай ти:

- Башта ҡарыша ине, хәҙер бейеп кенә тора, - тип гөрһөлдәй Уҫал ағай. – Бейемәй ҡалайтһын? Тыңламай ҡалайтһын? Ҡулда бит минең ҡамсы! Ату! Ҡартатайҙан ҡалған! Эштән ҡайтыуға аш әҙер түгелме? Ҡамсы! Мунса яғылмағанмы? Ҡамсы! Һыйыр көтөүҙән ҡайтмағанмы? Ҡамсы! Вот так вот! Шунһыҙ булмай!

Беҙ баш ҡаҡҡан булабыҙ, әйтерһең дә беҙ ҙә шулайтабыҙ. Баяғы, һин әйтмешләй, ҡаты тотабыҙ... Беҙҙең дә ҡамсы бар... Бар ине, шикелле, баяғыса, юғалмаһа. Ә былай һыр биргән юҡ!

Тик, ней, теге ҡатыны ғына йәл әҙерәк... Хәбәр һатып торған ағайыбыҙ кинәт ағарынып китте. Тәмәкеһен һүндерҙе лә ағас күләгәһенә тайпылды. Ҡарһаланып аңлатты:

- Егеттәр, миңә кой-когоны күрер кәрәк... Киттем!

- Туҡта!

Урам аша ултырған йорттан сибек кенә ҡатын пәйҙә булғайны. Абау! Ағайыбыҙҙың хәләл ефете лә баһа! Ҡалай ваҡытһыҙ сыҡты! Был ғифрит үлтерә генә һуғып ҡуймаһа ярар ине! Самай ҡыҙған сағы...

Ҡатын йәнә сәрелдәне:

- Туҡта тинем!

Ғәжәп, әммә бәһлеүәнебеҙ күҙ алдында шиңде:

- Туҡтаным, матусым, туҡтаным...

- Ҡайҙа ҡасаң?

- Ҡасҡан юҡ, бына егеттәр менән..

- Мартаң бөгөн дә юҡ!

- Йүгерҙем, йүгерҙем...

- Ә һин бында ләстит һатып тораһың!

- Бөттө, матусым, бөттө...

- Штубы табып алып ҡайт!

Ҡатын ҡырҡа боролоп ихатаға инеп китте. Кире сыҡты, ҡулындағы ҡамсыһын беҙҙең яҡҡа атып бәрҙе:

- Штубы!

Ҡырт әйләнеп йәнә инеп китте.

Тағы сыҡты һәм нишләптер тағы ла, бик ҡаты итеп, “штубы!” тине.

Уҫал ағай уфтанып алды:

- Йә, шул йыртҡысҡа нимә тип әйтәһең инде?

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: