Бөтә яңылыҡтар

Һәр өлкә лә маһир улар, ҡатын-ҡыҙҙар, гүзәл эшселәр!

Гөлсиә Мөхәммәт ҡыҙы Тимербулатова белем биреү өлкәһендә 30 йыл стажға эйә. Төрлө йылдарҙа директор урынбаҫары, директор булып эшләп тә тәжрибә туплаған уҡытыусы мәғариф өлкәһендә айырым уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде.

Һәр өлкә лә маһир улар, ҡатын-ҡыҙҙар, гүзәл эшселәр!
Һәр өлкә лә маһир улар, ҡатын-ҡыҙҙар, гүзәл эшселәр!

Гөлсиә Мөхәммәт ҡыҙы Тимербулатова белем биреү өлкәһендә 30 йыл стажға эйә. Төрлө йылдарҙа директор урынбаҫары, директор булып эшләп тә тәжрибә туплаған уҡытыусы мәғариф өлкәһендә айырым уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. 🌺Гөлназ Азамат ҡыҙы Шәмиғолова, район мәғариф бүлегенең кадрҙар буйынса белгесе. 2001 йылда хеҙмәт юлын башлаған ошо яуаплы ла, етди ҙә һөнәренә тоғро Гөлназ Азамат ҡыҙы мәғариф өлкәһендә айырым уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 🌺Финиза Ғайса ҡыҙы Әбделғужина 1990 йылдан Муйнаҡ ауыл китапханаһын етәкләй. Финиза Ғайса ҡыҙының оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте менән “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән Почетлы исемгә лайыҡ булды. 🌺Эльвира Юныс ҡыҙы Исламғолова, "Новопетровское” КФХ-һында бухгалтер. Агросәнәғәт комплексы системаһындағы юғары етештереү күрһәткестәре һәм күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Эльвира Юныс ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнде. 🌺Нәғимә Нуриман ҡыҙы Мәүлетова – “Россельхозбанк”тың төбәк филиалының Иҫәнғолдағы өҫтәлмә офисы управляющийы. Нәғимә Нуриман ҡыҙы 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса агросәнәғәт комплексы системаһындағы юғары етештереү күрһәткестәре һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 🌺Светлана Ғилметдин ҡыҙы Мырҙаҡаева, Ейәнсура мәғлүмәт үҙәгенең “Зианчуринские зори” гәзитенең бүлек мөдире. Светлана Ғилметдин ҡыҙы 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса юғары һөнәри эшмәкәрлеге өсөн “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исемен алды. 🌺Нәркәс Ғәзиз ҡыҙы Мөхәмәтйәнова Иҙелбәк ауыл китапханасыһы, 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса юғары һөнәри эшмәкәрлеге өсөн китапханасылар араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табылды. 🌺Юлиә Вәис ҡыҙы Баязитова “Нур” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге социаль хеҙмәткәре булып 20 йылдан ашыу йыл эшләй. Юлиә Вәис ҡыҙының тырыш хеҙмәте етәкселеге тарафынан баһаланып, ул 2022 йылдағы эш һөҙөмтәләре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы“ исеменә лайыҡ булды.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: