Бөтә яңылыҡтар

"Көтә һеҙҙе яҡындарығыҙ"

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр ,   Әйтерһең дә, ергә аумаған.   Ул һалдаттар аҡ торналар булып,   Осоп киткән зәңгәр һауаға. 

"Көтә һеҙҙе яҡындарығыҙ"
"Көтә һеҙҙе яҡындарығыҙ"

 Эйе... Был махсус хәрби операция барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Бына инде бер йылдан ашыу барған операцияла кемдеңдер тормош иптәше, улы, атаһы, ҡустыһы, һойгән егете үҙ йәнен, ғүмерен йәлләмәй, Тыуған Ил тыныслығын, беҙҙең тыныслыҡты һаҡлау маҡсаты менән көн һайын һаҡта тора! 

Төрлө йәштәгеләр, кемдер 20-не әҙ генә үткән, кемгәлер инде 60 йәш тулып килә. Илде һаҡларға эләгеүселәрҙең дә төрлө сәбәптәр: 

- Мобилизация буйынса барыусылар; 

- Эштән ебәреү сәбәпле; 

- Контракт буйынса, үҙ теләктәре менән барғандар. 

Һәр ғаилә ауыр кисерә был ваҡиғаларҙы. Тик, нимә генә тиһәң дә, Тыуған Илебеҙҙе Һаҡларға кәрәк, балалар киләсәген уйларға кәрәк. Беҙҙең Ҡаҙанболаҡ ауылы советы ир-егеттәре лә үҙ бурыстарын үтәүҙән ситтә ҡалманы. 

Һуғыш булғас, барыһы ла була инде, шатлыҡтар, еңеүҙәр, үкенескә ҡаршы, юғалтыуҙар ҙа... Беҙ ҙә ике батырыбыҙҙы һуңғы юлға оҙаттыҡ.

Махсус хәрби операция территорияһында хәрби хеҙмәт үткәндә һәләк булған Юламанов Фәнис Фәнил улы, Ишкилдин Самат Салауат улы тыуған Ейәнсура районының тыныслығын һаҡлап, үҙ бурыстарын үтәне. Дуҫтары һәм туғандары әйтеүенсә, улар бик изге күңелле, эшһөйәр, тыныс, намыҫлы һәм әҙәпле булалар, уларҙың һәр ваҡыт дуҫтары күп була. Беҙҙең йөрәктәрҙә улар үҙ бурыстарын аҙағына тиклем үтәгән ысын яҡлаусы булып ҡала. 

Нимә генә тиһәң дә, бик ҡыйын булһа ла, беҙгә артабан йәшәргә кәрәк. Сөнки әлеге көндә бик күп ир-егеттәр үҙ бурыстарын махсус хәрби операция территорияһында үтәйҙәр. Әлбиттә беҙ уларға нисек кенә булһа ла ярҙамыбыҙ менән көс, рух бирергә тейешбеҙ. 

Ошо ярҙам көсө ниәте менән ғинуар аҙағында беҙ ил һаҡсыларына ярҙам акцияһы ойошторҙоҡ. Һәр кем үҙ мөмкинселегенә ҡарап аҡсалата ла, әйберләтә лә, аҙыҡ-түлекләтә ярҙам ҡулы һуҙҙылар. Шулай итеп күмәк көс менән йыйған әйберҙәрҙе, аҙыҡ-түлектәрҙе район үҙәгенә алып барып тапшырҙыҡ. 

Бердигулова Л., Байбулатов Р., Ишемйәров Р., Әхмәтшина А., Елаева Н., Рифат һәм Радмила Бикташевтар, Кадаев Т., Альмухаметов Х ., Давлетбаков Т., Альмухаметова Г., Титова В., Хусаинов И., Елаев Ю., Грунин С., Давлетбаков Р, Биккулова Г, Байбулатов Д, Сиражетдинова С, Ахметшин А, Ажигалеев Р, Давлетбакова А, Хисматова Г., Давлетбакова З, Байбулатова М., Неизвестная, Давлетбакова М, Кусярбаев Рим Н., Кушкунбева З, Давлетбакова А, Бердигулова А., Давлетшина Н., Ложкина Лилия., Бикмухаметова З., Харисова Г., Мусин З., Тлямова Р., Давлетшина А., Тукумбетов Хусаин., Давлетбаков Минахмет., Ишемьярова Н., Ишемьярова Н, Ишемьярова Г., Давлетбаков Г., Бикмухаметова Г., Давлетбакова Г., Наумова Е., Давлетбакова Г., Чихинбаева К., Билалов В., Трубникова В., Кульчурин И., Ермакова Э., Гусева Р., Кужин С., Бикташева Г., Арслангареев Р., Кузибаев А., Мунасипов М.. Канчурина К., Тукумбетова Галя., Акманов А., К. Азалия Исянбаевна., Ишимова М., Сиражетдинова Г., Давлетбаков И., Айдашева Фарзана., Мустафина С., Галимова К., Давлетбакова Э., Арслангареева З., Багаутдинова З., Кусярбаева М., Естафьев Анатолий., Трубников И., Закирова С., Бикташев Р., Байбулатов Р., Байбулатова Р., Рахимгулов Ф., Кадаев Д., Бикташев Р., Давлетбаков З., Закирова Л., Идельбеков И., Мусин И., Хисматов Р., Кушкунбаева Л., Исянгулов Н., Б. Лилия., Исянгулова Минзиля., аминев Минигаян., М. Альфия Адыльхановна., Тукумбетова Л., Байбулатов Р., Говоров И., Ложкина З., Рахимгулова Г.,Кочеткова М., Ермакова Ф., Елкибаев Г., Давлетбакова М., кусярбаев Р.Н., Финогеева О., Давлетбакова Г., Давлетбаков Р., Ниязгулова Л., Неизвестный., Исеева Р., Давлетбаков Р., Ильин Петр., Трубкулов Г., Тукумбетов Г., Ахметшина Л., Титова А., Идельбеков С., Кульчурина Р., Ермакова М., Бердигулов И., Адушева Е., Кульчурина Р., Жубатова Ф, Кочетков Г., Индира Фанзилевна., Ж. Оксана Сагитовна., Ш. Ляйсан Г., Бикмухаметов М., Нигматуллина З., Кусакова М., Нигматуллина Т.. 

Аҡсалата ярҙамдан тыш, һәр кем гуманитар ярҙам итте. Кемдер аҙыҡ-түлек, кемдер перчаткалар, бейәләйҙәр, йылы носкиҙар, шапкалар, медицина кәрәк-яраҡтары, хатта бал алып килеүселәр ҙә булды. 

Наумова Е., Янчурина З., Давлетбакова Г., Кужина Р., Бикмухаметова Г., Давлетбакова А., Давлетбакова З., Байбулатова Г., Идельбеков Ю., Б. Рима., Б. Зиля., Б. Гульзифа, Исянбетова М., Айдашева Н., Шонгина М., Кушкунбаева З., Титова В., Хусаинова В., Коллектив РайПО, Почта бүлексәһе, Иванова Н., Вафина Т., Адушева Е., Нигматуллина Р., Халитова Р., Грунин С., Бикбова М., Бердигулова Л. 

Шулай уҡ, ғаиләләрен ҡалдырып, ваҡыт табып бер төн буйы һалдаттарға сәк-сәк бешереүсе апайҙарға Арслангареева Г., Багаутдинова З., Бикмухаметова Г., Ишимьярова А., Хисматова С. Рәхмәт. 

Барыһын да һанап үтергә тырыштым, кемделер төшөрөп ҡалдырған булһам, ғәфү итегеҙ!!! 

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен ошо аксалата һәм гуманитар ярҙамды йыйырға ярҙам иткән активистарға Бикмухаметова Гульниса апайға һәм Казанка ауылы старостаһы Ложкина Лилияға еткергем килә. Улар көн һайын килгән бер аҡсаны, гуманитар ярҙамды ҡабул итеп, список төҙөп, отчёт ебәреп торҙолар. 

Шулай итеп, һалдаттарға кәрәк-яраҡтар, кейем, фляжкалар, ковриктар һ.б. алынды, ә аҡсалата Ҡаҙанболаҡ һәм Казанка ауылы халҡы  130 000 мең тапшырҙы!!! 

Ярҙам ҡулы һуҙған барса ауыл халҡына, Казанка ауылы халҡына, ситтәге ауылдаштарға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Ошо Изге айҙа һәр кемдең ғаиләһен ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, алдағы көндәрҙә тик бәхет-шатлыҡтар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ!!! Барса Илебеҙҙе һаҡлаусы ир-егеттәребеҙ иҫән-һау үҙ өйҙәренә, яҡындарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, күгебеҙ аяҙ, Илебеҙ тыныс булһын!!!

Нәркәс Мөхәмәтйәнова.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: