Бөтә яңылыҡтар

Рухлы заман утрауы буласаҡ

Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернаты педагогия хеҙмәте ветераны,Тормош һабаҡтары  программаһы һәм дәреслектәре  авторы, Йәйләү профилле  сменаһының, Урал батыр мәктәбе проекттарының авторы, яҙыусы,Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева исемен йөрөтә. Республикабыҙҙа  тәүгеләрҙән булып үҙ районында  башҡорт гимназияһын асҡан ил инәһе һалған матур традициялар, милли рух, милли тәрбиә дауам ителә бында. Халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп тәрбиәләнә беҙҙә уҡыусылар,халыҡ ижадына, телгә, моңға,тарихҡа һөйөү һалына, илһөйәрҙәр, телһөйәрҙәр тәрбиәләнә.

Гимназиябыҙҙа талантлы һәм һәләтле балалар күп. Ижади, эҙләнеү  эштәре, хыялдары, гимназия тормошо- палитра төҫтәре кеүек сағыу уҡыусыларыбыҙҙың. Уларҙы артабан үҫтереү, заман технологиялары менән үрелдереп, юғарыраҡ баҫҡыстарға күтәреү-заман талабы.

Инициатив бюджетлау-мәктәп уҡыусыларының мөһим проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Хөкүмәт ярҙамын алыуҙа ҙур мөмкинлек ул. Гимназиябыҙ инициатив бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашырға булды. Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙа инициатив бюджетлау проекттарын бойомға ашырыу тураһында приказға ҡул ҡуйҙы.Был проекттар  уҡыусылар инициативаһына нигеҙләнеп башҡарыласаҡ. Документҡа ярашлы,,2021-2024 йылдарҙа урындағы бюджеттар Республикабыҙ бюджетынан ошо йүнәлештәрҙә субсидия ала аласаҡтар.Гимназиябыҙ   был проектта ҡатнашырға   хоҡуҡ  бирелгән  мәктәптәр исемлегенә ингән.Мәктәпте инициатив бюджетлау , белем биреү учрежденияларының 8-11 класс уҡыусыларының инициативаларын күтәреп алыу  һәм булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын үҙ эсенә ала.Беҙҙең уҡыусылар алты  проект йүнәлешен тәҡдим итте:

-"Сенсор бүлмә" булдырыу проекты

-"Ял утрауы" комфортлы ял зонаһы  проекты

-"Мәргән уҡсы" мәктәп тиры проекты

-"Арғымаҡ" мәктәп медиаүҙәге проекты

-  "Спорт һәр кем өсөн" заманса  спорт майҙансығын булдырыу  проекты

- Шәхси әйберҙәрҙе  һаҡлау өсөн шарттар булдырыусы "Минең гардеробым" проекты.

Уҡыусылар  аҙна дауамында үҙҙәренең проектарын яҡланылар, презентацияланылар. Һәр бер Инициатив төркөм үҙ проектына ҡыҫҡаса тасуирлама бирҙе, актуаллеген, социаль мөһимлеген билдәләп үтте, маҡсатын, мәсъәләрен, көтөлгән һөҙөмтәһен атаны.Проектты һайлап алыу өсөн тауыш биреүҙә барыһыла ҡатнашты.Тәҡдим ителгән эштәр бик ҡыҙыҡлы ине.Күптәр  Арғымаҡ медиаүҙәге өсөн тауыш бирҙе.Был проект  сиктәрендә ижади медиаүҙәк ойоштороу планлаштырыла.Был медиаүҙәк уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтөн мөмкинлектәрҙе тыуҙырасаҡ.Медиаүҙәк -төплө белем алыу, уҡыусыларҙың үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған өлкәлә ижади һәләттәрен аса алыу мөмкинлектәрен бирер  ине. Бында  кәрәкле ракурстарҙан матур фотолар һәм видеолар төшөрөргә, үҙҙәрен презентациялауға , ҡыйыуыраҡ булырға өйрәтеүсе, ораторлыҡ һәләтен үҫтереүсе, йәш ҡәләм тирбәтеүселәр өсөн һәйбәт майҙансыҡ буласаҡ.

Туған тел-ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған иң ҡәҙерле ҡомартҡы. Телебеҙҙе һаҡлап ҡалып, артабан үҫтереү, уҡыусыларҙы  милли рухта тәрбиәләүсе матур саралар ойоштороусы, йәш быуынды туплаусы, юғары технологияларға яуап биреүсе, рухлы заман утрауы буласаҡ. Илебеҙ өсөн илһөйәр, телһөйәр шәхестәр итеп тәрбиәләҙә ҙур өлөш индерәсәк үҙәк буласаҡ.

Бөгөнгө көндә гимназиябыҙҙа "Арғымаҡ" гәзите сыға. Киләсәктә уҡыусыларыбыҙ өсөн Видеостудия, фотостудия, журналистика студияһы булдырылып,берҙәм мәғлүмәти ,системалы медиаүҙәк булдырылһа, ватанды яратҡан, уны һаҡларға әҙер булған,уның менән ғорурланған , гармониялы үҫешкән, белемле шәхес тәрбиәләүҙә бөтә шарттар булдырылыр ине.

Үҙендә булған медиаресурстарҙы, мәғлүмәти каналдарҙы ҡулланып, гимназиябыҙ  дөйөм һәм өҫтәлмә белем биреүҙе дөйөмләштереп системалы, бар яҡтан камиллашҡан эш алып бара алыр ине.Дөйөм мәғлүмәт сараларын йәлеп итеп, саралар үткәрер, уҡыусылар ,уҡытыусылар  менән мастер-кластар үткәрә алыр ине.

Эльвира Садиҡова, директор.

 

 

 

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: