Бөтә яңылыҡтар

24 апрелдә хәрбиҙәребеҙгә сираттағы ярҙам ылауы ебәреү планлаштырыла. 

Гуманитар ярҙам менән бергә егеттәребеҙгә автомобиль ебәреү ҙә планлаштырылған

24 апрелдә хәрбиҙәребеҙгә сираттағы ярҙам ылауы ебәреү планлаштырыла.
24 апрелдә хәрбиҙәребеҙгә сираттағы ярҙам ылауы ебәреү планлаштырыла. 

Ылау менән бергә яу ҡырындағы егеттәребеҙгә ошо 2013 йылғы, 87 мең км юл үткән Нива автомобилен дә ебәрергә планлаштырылған. 330 мең һумлыҡ был автомобилде һатып алыу өсөн аҡса йыйыу иғлан ителде.  

 
Ярҙам итергә теләүселәр әлеге ваҡытта айырыуса ҙур һорау менән ҡулланған ҡаптарҙағы сухари-печенье, кофе, консервалар, 48-54 үлсәмдә эске кейем, батареялар, газ баллондары һәм горелкалары, дымлы салфеткалар, тәмәке, ауырытыуҙы баҫыусы дарыуҙар, маскировка селтәрҙәре алып килә ала. Посылкалар, һәр ваҡыттағыса, район хакимиәте вахтаһында ҡабул ителә.
 
 Егеттәрҙең ихтыяждары өсөн кәрәк-яраҡ һатып алыуға аҡсаларҙы 89961025330 телефоны буйынса йәки 2202203244360691 иҫәбенә  мобилизацияланғандың ҡатыны Рәфиҙә Риф ҡыҙына күсерергә була. Ҡулаҡасаны иһә район башлығы урынбаҫары Азамат Салауатовҡа тапшырырға мөмкин. Әйткәндәй, бөтә йыйылған аҡсаға, һатып алынған әйберҙәргә иҫәп алып барыла, чектар һаҡлана. 
 
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: