

Фәнит Насип улы, әйҙәгеҙ, әңгәмәне Һеҙҙең менән танышыуҙан башлайыҡ.
Мин Башҡортостандың Күмертау районының (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Урта Баба ауылында тыуғанмын. Атайым физкультура уҡытыусыһы, ә әсәйем балалар табибы ине. Ситкә йөрөп эшләнеләр. Ә мин үҙемдән өс йәшкә кесе Фәрит мырҙам менән бала сағыбыҙҙы тыуған ауылыбыҙҙа өләсәй менән үткәрҙек. Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән Күмертау ҡалаһына күстек. Ҡаланың 1-се мәктәбенә уҡырға барып, уны 1979 йылда яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланым. Артабан – армия. Ҡыҙыл Байраҡлы Волга буйы хәрби округында ике йыл хеҙмәт итеп ҡайттым. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылда Күмертау ҡалаһындағы «Искра» заводында токарь булып башланым. Аҙаҡ балта оҫтаһы ла, ташсы ла булдым. 90-сы йылдарҙа шәхси эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләндем. 2007-2019 йылдарҙа “«Юрий» аудит фирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә етәксе урынбаҫары йөгөн тарттым. 2004 йылда «Башҡорт халыҡ патриотик хәрәкәте» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһын астым. Был ойошма әлеге көндә лә уңышлы эшләп килә.
Фәнит Насип улы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ Һеҙҙең бурыстар нимәнән ғибәрәт?
2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы итеп һайландым. Мин, Президиум вәкиле булараҡ, Башҡортостандың көньяғында – Сибайҙан Федоровка районына тиклем урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙә урындағы ҡоролтайҙар эше өсөн яуаплы. Шулай уҡ ошо ойошманың Башҡарма комитетына ингән йәштәр, ирекмәнлек һәм спорт буйынса комиссиялары кураторымын. Әле Көйөргәҙе районы Советы рәйесе булараҡ, район һәм республика кимәлендә уҙғарылған барлыҡ ижтимағи-сәйәси сараларҙа ҡатнашам. Халыҡ менән йыш аралашам, сходтарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам. Шәхси ҡабул итеүҙәргә лә үҙемдең районымдан ғына түгел, башҡа ерҙәрҙән граждандар ҙа йыш мөрәжәғәт итә. Ғөмүмән, иғтибарымды урындағы үҙидараны үҫтереүгә һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтергә тырышам. Көйөргәҙе районын төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү ҙә бик мөһим. Шуға ла район биләмәһендә тәртип һаҡлау, уның инфраструктураһын үҫтереү, халыҡтың мәҙәни ялын ойоштороу һәр саҡ контролдә. Бигерәк тә старосталар һәм ирекле халыҡ дружиналары кеүек йәмәғәтселәрҙең эшенә, уларға ярҙам күрһәтеүгә иғтибар бүләм.
Һеҙ ни өсөн Дәүләт Йыйылышы кандидаттарын һайлауҙа ҡатнашырға ҡарар иттегеҙ?
Миңә төрлө һорауҙар буйынса тыуған районым халҡы ғына түгел, ә республиканың башҡа төбәктәренән, хатта сит тарафтарҙан да мөрәжәғәт итәләр. Милләттәштәремдең ышанысын аҡларға, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итергә тырышам. Шуға ла Рәсәйҙә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәр үҫешенә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәттәренә, халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ярашлы, әүҙем булышлыҡ итеүҙе; уларҙың сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни, экологик һәм башҡа хоҡуҡтарын яҡлауҙы үҙемдең бурысым тип һанайым. Тап ошо, яҡташтарыма проблемалы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итеү мөмкинлеге булһын өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙарҙа ҡатнашырға булдым да инде. Йомағужа һайлау округы халҡы минең ҡарарымда ярҙам итер һәм артабан республикала тормошто яҡшыртыу буйынса дөйөм пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышанам. Барығыҙға ла изгелек, бәхет, ғаилә именлеге һәм тыныс тормош теләйем!