Атайсал
15 Июль 2023, 03:54

Күмәкләһәң, эш ҡарышмай

Кисә тыуған яғыбыҙға битараф булмаған бер төркөм ир-егет Кесе Һүрәм буйындағы ял итеү урынына өмәгә сыҡты. 

Бер нисә йыл элек "Бөркөт" ойошмаһы тарафынан булдырылған был урынды күптәр үҙ итә, ғаиләләре, дуҫтары менән килә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙәр арттарынан йыймай, хатта сүп-сарын махсус һауытҡа ташларға "ҡулдары етмәй".

Шуға ла битараф булмаған ирҙәр тәбиғәттең гүзәл мөйөшөн таҙартыу буйынса экологик өмәгә сыҡты. Улар йылғаны йыйылған ағастарҙан арындырҙы, ял урынының кәртәләүен яңыртты. Дәррәү эшләгәс, өмә сәй эсеү менән тамамланы.

Ойоштороусылар саҡырыуҙы ҡабул итеп килгән һәр кемгә рәхмәтле. Айырыуса үҙ тракторы менән килгән Юрик Сәйфетдиновҡа, техника бүлгән эшҡыуар Рөстәм Нуржановҡа һәм уның тракторсыһы Рәис Ҡансуринға, шулай уҡ материал яғынан ярҙам күрһәткән эшҡыуар Александр Дуренков менән Ейәнсура урман хужалығы директоры Салауат Сәғитовҡа рахмәтлеләр.

Әйткәндәй, өмәселәр Иҫәнғол, Таҙлар биләмәләренән генә түгел. Хатта Байыш биләмәһенән Ришат Ҡыуатов менән Раян исемле егет тә килеп еткән. Афариндар! Ана шундай тыуған яғыбыҙ, тәбиғәтебеҙ өсөн яуаплы райондаштар күберәк булһа, йылғалар, ярҙар таҙа булыр. Йылдан йыл нығыраҡ һайый барған йылғалар оҙаҡ йылдар беҙҙе генә түгел, беҙҙән һуң киләсәк быуындарҙы ла һөйөндөрөр.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас