Атайсал
17 Август 2023, 04:43

Илмир иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте

Тормош шулай ҡоролған...Кемдер килә, кемдер китә. Киткәндәрҙең кемеһелер иҫтә, кемеһендер йылдар ағымында иҫкә лә алыусы юҡтыр. Яҡты донъяларҙа кешеләрҙең күңелендә ,хәтерҙә ҡалыр өсөн әллә ниндәй батырлыҡ та түгел, тик ваҡытында бүтәндәр менән яҡшы мөнәсәбәт, яҡшы дуҫ булыуың да етә. Ҡаты сирҙән йәшләй генә китеп барған Юлдаш ауылы егете Ишеғолов Илмир ҙа иптәштәре араһында изге, алсаҡ күңелле дуҫ булып ҡалды. Шулай булмаһа иптәштәре уны инде күпме ваҡыт үтһә лә яҡты хәтирәләр менән иҫкә алырҙар инеме.

Илмир иҫтәлегенә волейбол ярышы үттеИлмир иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте
Илмир иҫтәлегенә волейбол ярышы үтте

6 август Юлдаш йәштәре быйыл икенсе йыл рәттән Илмир Ишеғолов иҫтәлегенә  волейбол ярышы үткәрҙе. Ярыш урынын тәртипкә килтереп, уйынсыларға аш-һыу урыны әҙерләргә лә бер аҙ ваҡыттары китте. Тик ярышҡа килергә вәғәҙә биргән командаларҙың ҡайһы берҙәре төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алманы. Шулай ҙа Юлдаш ауылынан - ике , Өмбәт-Муйнаҡ , Иҙәш, Абзан ауылдарынан - берәр, барлығы биш команда көс һынашты.

Һөҙөмтәлә Өмбәт-Муйнаҡ - беренсе, Юлдаштың бер командаһы - икенсе, Иҙәш өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Еңеүселәргә ауыл йәштәре һәм дә спонсор ауылдаштар Исмәғилев Таһир һәм Илмирҙың ҡәрсәһе Ишеғолова Гөлсирә инәй тарафынан әҙерләнгән приздар тапшырылды. Ата-әсәһе Светлана апай һәм Ирек ағай уйынсылырға йылы аш әҙерләне, ауылдың бер нисә ҡатын-ҡыҙҙары ла ярҙамға килде. Уйынға баһа биреүсе булып ултырыусы ла ауылыбыҙҙың йәш килене, спорт менән дуҫ Ишеғолова Фирүзә (әйткәндәй яңыраҡ ҡына спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн район башлығынан грамота ла алды, ҡотлайбыҙ!)

Йәштәр киләһе йылда ла бындай уйындарҙы дауам итергә уйлайҙар. Изге эштәре уң булһын, ҡылған изгелектәре үҙҙәренә ҡайтһын.

Башҡаларға үрнәк булһын Юлдаш ауылы йәштәре.

Гөлфиә Ишмөхәмәтова, китапханасы.

Юлдаш ауылы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас