Атайсал
24 Сентябрь 2023, 08:35

Әгәр һалҡын тейһә...

Һалҡын тейеп сирләү ғәҙәттә шунда уҡ түгел, бер нисә сәғәт үткәс кенә башлана.

Әгәр һалҡын тейһә...Әгәр һалҡын тейһә...
Әгәр һалҡын тейһә...
Хәлһеҙлек, баш ауыртыуы, тамаҡ ҡымырйыу, сөскөрөү, та­нау менән тын ала алмау - бына уның тәүге билдә­ләре. Һеҙҙә уларҙың бер нисәүһе күҙәтелһә лә, ви­рус инфекцияһы организ­мығыҙға үтеп ингән, 24-48 сәғәттән уны тулыһынса яулап аласаҡ, тиергә мөмкин. Ни эшләргә?
– Киҙеү мәлендә та­науға оксолин майы һөртөп йөрөргә кәрәкле­ген барыһы ла беләлер. Ул вирустарҙан һаҡлай, сирҙе иҫкәртә.
– Тутыҡмай торған бысаҡ менән ваҡ ҡына ту­ралған лимон менән бал­ды бергә бутап ултыр­таһың. Бал яйлап иреп бөтә. Аҙаҡ һалҡын тей­гәндә, тамаҡ ҡымыр­йығанда бик килешә. Бәләкәй балаларға ла имеп йөрөргә кәңәш ителә.
– Әгәр ҡан баҫымы юғары булмаһа, бронхит, астма менән йонсоған­дарға түбәндәге ысул һәйбәт: таста тоҙҙо ире­тәһең дә эҫе ташҡа һибеп, ләүкәлә бер тына ултырып тораһың. Тын алыуҙары иркенәйеп, йүтәл йомша­рып китә. Үҙенә күрә «тоҙ­ло шахта» була.
– Өшөп ҡайтып ингәндә аяҡтарҙы йылын­ғансы эҫе һыуҙа тотоу үҙен аҡлай. Аҙаҡ ҡоротҡансы һөртөргә онотмағыҙ. Шулай уҡ табандарға ҡоро горчич­ник һалып йөрөү ҙә килешә.
– Вирус­тарға организмда үрсеү мөмкинлеге бирмәҫкә кәрәк. Бының өсөн ни эшләргә? Вирустар юғары температураны яратмай, шунлыҡтан һал­ҡын тейеүҙең тәүге билдә­ләре беленгәс тә танау тирә­һен, маңлайҙы, тамаҡты йылытырға кәрәк - был ви­рустарҙы юҡ итергә ярҙам итә; аяҡ табандарын йылы­тыу ҙа файҙйлы.
Был ашығыс саралар ва­ҡытында ҡулланылһа, үрсеп китмәҫ борон вирус­тарҙы юҡ итергә, сирҙе баш­ланмаҫ борон иҫкәртергә ярҙам итер. Айырыуса был буласаҡ әсәләргә, сабыйҙар­ға, ғөмүмән, теге йәки был дарыу ярамаған кешеләргә файҙалы. Сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас