Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Сентябрь 2023, 11:45

Ниндәй сәскәләрҙе көҙөн ултыртыу яҡшыраҡ?

Күп йыллыҡ үҫемлектәргә яҡшылап үҫеп китеү өсөн һалҡын һауа кәрәк.Белгестәр һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер сәскәләрҙе сыныҡтырыу өсөн көҙөн ултыртыу хәйерле.

Ниндәй сәскәләрҙе көҙөн ултыртыу яҡшыраҡ?
Ниндәй сәскәләрҙе көҙөн ултыртыу яҡшыраҡ?

Дельфиниумды октябрь башына ҡәҙәр ултыртырға кәрәк. Уның ботаҡ көпшәләренә һыу инеп ҡалмаһын, юҡһа ҡышын сереп бөтөр. Уны көҙөн ултырһаң, киләһе йылда уҡ сәскә атыр.

Люпинга тупраҡ ниндәй булыуы мөһим түгел, улар ҡояш ярата, күләгә урынға ултырмағыҙ. Көҙөн ултыртҡан люпин яҙын сәскә ата башлай инде.

Пионнарҙы ла октябрь уртаһына ҡәҙәр ултырталар. Ямғырлы һауа булһа, киҫелгән урындарға күмер һибергә кәрәк. Пиондар өсөн дренаж яҡшы булырга тейеш. Тупраҡҡа ҡом ҡушыу хәйерле.

Флокстарҙы тамырҙары менән хатып алһағыҙ, уларҙы ҡара көҙгә ҡәҙәр ултыртып була.

Эхинацеяны сентябрь уртаһына ултыртып ҡуйыу хәйерле. Был сәскә күләгәле урынды яратмай.

Примуланы сентябрь аҙағында ултыртығыҙ. Уға дымлы һәм туҡлыҡлы тупраҡ кәрәк.
Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: