

Иҙәш ауылы халҡы әүҙемлеге менән айырылып тора. Ауылдаштар кәңәшләшеп аҡса йыйып әрүахтәр йортон тәртипкә килтергәндәр.
Үткән йылдарҙа ҡоймалары һәм ҡапҡа алыштырылһа, бөгөн көндөң яуынһың тороуы менән файҙаланып, ауылдың әҙем ир-егеттәре зыярат эсендәге хужалыҡ кәрәк-яраҡтары һаҡлау өсөн ҡоролма төҙөп ҡуйҙы.
Барыбыҙҙың да мәңгелек йорто буласаҡ зыяраттарҙы тәртиптә тотоу бөтәбеҙҙең дә изге бурысы. Башҡалар ҙа шуны аңлаһа икән...