Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Декабрь 2023, 21:15

Баланы бала тарта

Бына һалҡын көҙ ҙә килеп етте, иртән торғо килмәй, ә эшкә барырға кәрәк, тышта һалҡын тип автосервиса эш туҡтамай.

Заһир бөгөн көндәгесә шым ғына тороп, сәй ҡуйҙы, иртәнге аш әҙерләне, һуңынан ғына һөйөклө ҡатыны Зиләне уятты. Сөкөрҙәшеп сәй эскәс, ниндәйҙер көс тәҙрәгә тартты.

Тышта беренсе һыуыҡтар. Күләүектәр туңған. Кешеләр тегеләй-былай үтә, барыһы ҡалын кейенгәндәр. Бәй, анау 7-8 йәштәрҙәге малай ялан баш, аяғына резина итек, еңел генә куртка әҫәре кейеп алған.

Был бала мәктәпкә барыр урынға яйлап ҡына урам буйлап китеп бара. Кем балаһы? Ни эшләп ул шулай кейенгән? Әллә уны өйөнән ҡыуып сығарҙылар микән? Бер минут эсендә башынан төрлө уйҙар үтте. Уйламағанда үҙенең дә ошо малай һымаҡ сағы иҫенә төштө.

... Заһирҙың атаһы Ғәлим, әсәһе Миләүшә яратышып өйләнештеләр.

Миләүшә ғаиләлә баш бала ине, һеңлеһе тыуғансы берҙән-бер иркә ҡыҙ булып үҫте. Ә бына Ләйлә тыуғас, ул икенсе планға күсте. Миләш һеңлеһен бик яратты, әсәһенә һәр саҡ ярҙам итеште. Мәктәпте матур ғына тамамланы. Һөнәрселек техникумына уҡырға инеп, парикмахер һөнәрен үҙләштерҙе. Шул эшендә осрата ла инде буласаҡ тормош иптәше Ғәлимде. Ул сәсен киҫтерергә Миләүшәгә генә йөрөй.

Ғәлим ғаиләлә яңғыҙ бала. Мәктәпте тамамлап, әрме хеҙмәтенан ҡайтҡас һөнәре буйынса эшкә керә. Ул электрик ҡына түгел, бар яҡтан да оҫта була. Ағастан юнып эшләй, тимерҙән семәрләп ҡапҡалар эшләй, телевизор- радиоларҙы ла һә тигәнсә йүнәтеп ҡуя. Ундайҙарҙы ҡулы алтын тиҙәр.

Йәштәр бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң өйләнешергә ҡарар итә. Ғәлимдең аталарының өйө ҙур, йәш ғаилә шунда йәшәй башлай. Ғаилә бәхете булып, мөхәббәт емештәре ҡап-ҡара күҙле, тумалаҡ улдары донъяға ауаз һала. Заһир тип исем ҡушалар. Әсәһе улы бәләкәй булғанда ла тик ултырмай, өйҙә сәс киҫә, прическалар эшләй. Ғәлим дә эшендә һынатмай, тырышып эшләй, тормош үҙ ҡуласаһында тәгәрәй.

Тик тормош беҙ уйлағанса ғына бармай шул. 90-сы йылдар аҙағында, донъя буталған саҡта, ҡайһы бер ғаиләләр ҙә болара. Эш хаҡы түләмәй башлайҙар, күптәр эше өсөн шешә менән ала. Ғәлим дә шул осорҙа "йәшел йылан"дың ҡапҡанына эләгә. Өйҙә аҡса юҡ, Миләүшә тырышып ҡарай. Тик уның да түҙемлеге тиҙ бөтә, ире менән бергә һалдыра башлай.

Иң ҡыйыны Заһирға була. Ул күп саҡтарҙа ас йөрөй, садикка йөрөтмәйҙәр. Өләсәһе яҡында йәшәй, ҡайһы саҡта барып, шунда тамаҡ туйҙырып ҡайта. Тик унда үгәй олатаһы ла һәр саҡ иҫерек. Заһирҙы ситнәтә, бер ҡайсан да ҡунырға ҡалдырмай. Күпме шулай йәшәгәндәрҙер, Заһир хәтерләмәй. Бәләкәй ине шул.

Иң иҫтә ҡалғаны шул - бер көндө атаһы эштән ҡайтманы. Эскән килеш бағана башына менеп, тоҡтан һуғылып мәрхүм булған.

Атаһы үлгәс тамам тамуҡ башланды. Элек әсәһенең әҙерәк булһа ла айныҡ йөрөгән көндәре булһа, хәҙер көнө-төнө иҫерек, һәр саҡ өй тулы  ят кешеләр. Әсәһе хатта Заһирҙың был донъяла барлығын да онота ине ахыры.

Бер шешәләш ир менән йәшәй башлай. Заһир беренсе класта уҡый ине. Мәктәптән ҡайтып керһә, теге ир әсәһен тәгәрәтеп иҙәндә туҡмай. Заһир әсәһен йәлләп, нәфрәтләнеп, өҫтәлдә ятҡан бысаҡты ала ла теге ҡәбәхәттең аяғына ҡаҙай. Үҙе өләсәләренә йүгерә.

Шул ваҡиғанан һуң әсәһе бер нисә йыл эсмәй. Эх, шул йылдар, иң бәхетле саҡтар. Әсәһе эшләй, өй һәр саҡ бөхтә итеп йыйыштырылған, аш-һыу бүлмәһенән тәмле еҫтәр боҫрап тора.

Тик яҙмыш һынауҙары алда була шул. Парикмахерский ябылгас, Миләш эшһеҙ ҡала. Төшөнкөлөккә бирелә, тағы шешәне иҫенә төшөрә...

Тағы Заһир өсөн ҡара көндәр башлана. Уға инде 10-11 йәштәр тирәһе. Күп ваҡыт урамда йөрөй, тимер йыйып һатып, үҙ тамағын үҙе туйҙыра. Әсәһе улын онота. Һаман шул ғибрәт ирҙәр, үҙе кеүек ҡатындар менән көнө-төнө сафа ҡора.

Ни менән бөтөр инде был, билдәһеҙ. Әммә бер ваҡиға Миләүшәнең тормошон ҡырҡа үҙгәртә.

Ул көндө айныҡ әсәй, көн эҫе булғас, Заһирҙы алып һыу буйына ял итергә баралар. Яр буйында кәмә тора. Миләүшә улын шунда йөрөтөргә була. Күлдең уртаһына еткәс Заһир шаярып, һыуға ҡолап төшә. Миләүшә ҡурҡышынан ҡатып ҡала. Йөҙә лә белмәй бит, һыуға һикерһә, икәүләшеп батып үләсәктәр. Шуға бар көсөнә ҡысҡырып, ярҙам һорай башлай. Ярҙан кешеләр йөҙөп килеп, Заһирҙы күл төбөнән сығарғанда ул тын алмай ине инде.

Улына тиҙ ярҙам күрһәткән арала Миләүшәнең бар үткән тормошо күҙ алдынан йүгерә: ғәмһеҙ бала сағы, күңелле студент йылдары, тормош иптәше менән бәхетле ғаилә ҡороп йәшәгән, һуңынан ошо яман "йәшел йылан"дың тотҡонона эләгеүе... Миләүшәгә бик оят булып китә. Үҙенең ошондай гүзәл доньяның ҡәҙерен белмәй, заяға үткәргәнен аңлай.

Заһирҙы ҡотҡаралар. Тик ашау етмәүҙән хәле юҡ тип дауаханаға һалалар. Миләүшә улы янында ике тәүлек күҙ ҙә йоммай ултыра. Ҡасандыр өләсәһе өйрәткән "Аятел Көрси" доғаһын уҡый, бөтә күңеленән ғәфү үтенә.

Ошонан һуң Заһирҙың тормошо әкиәттәгеләй дауам итә. Әсәһе элекке матур, мөләйем ҡатынға әйләнә. Намаҙға баҫа. Заһир мәктәпте тамамлағас, автомеханик һөнәрен үҙләштерә. Тәүҙә автосервиста ябай механик булһа, бер нисә йылдан дуҫы менән үҙенең автосервисын асып ебәрә. Атаһына оҡшап ҡулы оҫта, нимәгә тотонһа ла бар эше лә бик яҡшы килеп сыға.

Тормош иптәше Зиләне осратып, сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Кәләше үҙәк дауаханала балалар табибы булып эшләй. Миләүшә улар менән йәшәй, киленен ҡыҙы кеүек күрә. Ул йәштәргә һәр яҡлап терәк, таяныс. Барыһы ла һәйбәт. Тик бына биш йыл йәшәйҙәр, икеһе лә сәләмәт булыуға ҡарамаҫтан, бәпәйҙәре юҡ. 

Заһир урамда күргән малай тураһында онота алманы: белешергә кәрәк кем балаһы икән, бәлки ярҙам кәрәктер?. Ҡатыны менән күрше-тирәләрҙән һорашып белештеләр ул малай тураһында.

Малайҙың ата-әсәһе яңыраҡ эскән килеш янғында мәрхүм булған. Ә Айҙарҙы, исеме шулай икән, атаһының ағаһына биргәндәр. Ә улар баланы аҡса өсөн генә алған дә, ҡарамай. Хатта туҡмай, үлмәҫлек кенә ашата. Малай мәктәпкә лә барһа бара, бармаһа юҡ.

Заһир опекаға барып бар хәлде һөйләп бирә. Документтар йыйып, Айҙарҙы үҙҙәренә алдылар.

Айҙар бик алсаҡ, аҡыллы малай булып сыҡты. Заһирҙы - атай, Зиләне әсәй, тип әйтеп шатландырҙы. Миләүшә лә өләсәй булып китте. Түңәрәкләнгәндәй булды тормоштары. 

Ғаиләләренә Айҙарҙы алып ярты йыл да үтмәне, Зилә йөклө икәнен белде." Баланы-бала тарта" тигәндәре шулдыр инде...

Лена Шәйәхмәтова.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: