– Әсәәәй! Һағындым һине! Ғәфү ит, аҙаштым, ҡайтыр юлдар тапманым! Оҙаҡ көттөрҙөм һине. Ә бына бөгөн күрешергә насип булған! Һин һаман да йәш, матур!
Ошо һүҙҙәр менән ҡолас йәйеп улы, инде бик күп йылдар элек юғалған улы, Ғәйнилхағы бөгөн керҙе уның төшөнә!
Күпме һыуҙар аҡты, күпме йылдар үтте, ә Мәликә әбей көттө лә көттө улын! Илай торғас хәҙер инде күптән күҙ йәштәре лә кипте, ә өмөтө өҙөлмәне.
Ҡайтыр, “Һаумы әсәй! Мин ҡайттым! – тип ҡапҡанан уҡ хәлдәрен һөйләп килеп инер әле улы...
Әрме сафтарынан ҡайтып фермала аттар ҡарарға эшкә төштө ул. Эй яратты аттарын, улар менән кешесә һөйләште, береһенә лә бер ҡасан тауыш күтәрмәне, сыбыртҡы шартлатып ат ҡыуманы. Шулай эшләп кенә йөрөгәндә унлаған баш ат юғалды, һыуға батҡандармы ней, юҡ, эҙһеҙ юҡҡа сыҡтылар. Ғәйнилхаҡ инде нисәнсе төн йоҡламай, тамағына бер ризыҡ ҡапмай. Эҙләй, таба алмай.
Бер көн иртә менән милиция хеҙмәткәрҙәре килеп инделәр өйгә. Ғәйнилхаҡты ат урлап һатыуҙа ғәйепләйҙәр... Матурлап кейенергә лә ирек бирмәй, эткеләй-төрткөләй машинаға ултыртып алып киттеләр. “Минең улымдың ғәйебе юҡ! Теймәгеҙ!” – тип ҡаршы килгән әсәгә, бер милиция хеҙмәткәре тыныс тауыш менән: “Борсолмағыҙ, тикшерербеҙ. Ғәйебе булмаһа, кистән өйҙә булыр улығыҙ”, тип ситкә этәрҙе.
Ул кистә лә, иртәгәһен дә, ун, егерме йылдан да ҡайтманы улы....
Бөгөн тағы бер ҡат ошо хәлде күҙ алдынан үткәреп, хәтирәләргә бирелеп алыуы ла уның кәйефен ҡырманы...
Мунса яғып ебәрәйем әле, ҡоймаҡ ҡояйым, күрше-тирә әбейҙәремде сәйгә алайым. Бәй, бәлки ҡайтыр юлдарын табып улым ҡайтып инер, ана бит төшөмә керҙе, күрешергә насип булған тине, ҡайтыр. Шайтан ғына өмөтһөҙ, тип әбей өмөтөн өҙмәне һаман...
Әбейҙәрен былау, ҡоймаҡ менән һыйлап, бүләккә тип сумаҙан төбөндәге яулыҡтарын өләште, үҙе ике күҙен ҡапҡанан алманы. Тик көтөүе бушҡа ғына булды, ҡайтманы улы... Инде һикһән йәште аша атлаған әбей, мунсанан һуң һирәк састәрен тарап, төҫөн юғалтып бөткән таҫмаһы менән уреп ҡуйҙы, аҡ күлмәген кейеп, аҡ яулығын ябынып,доғаларын уҡып йоҡларға ятты. Күҙен йомдо... Мәңгелеккә йомдо, шул ятыуҙан торманы, күҙҙәрен асманы Мәликә әбей....
Уны теге донъяла, йәшләй генә ауырып, балаларын, Мәликәһен ҡалдырып киткән Миңнеғәлеһе менән улы Ғәйнилхаҡ ҡаршы алды...
Бөттө инде хәҙер ғүмер буйы интектергән билдәһеҙлек, тереме улы, үлеме... ҡайтырмы...