Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Декабрь 2023, 11:10

Ылыҫтарҙың файҙаһы

Яңы йылда һәр йорт түрендә тиерлек йәшел ҡупшыҡай урын аласаҡ. Беҙҙә, ғәҙәттә, ҡарағай ултырталар. Ә байрам үткәс улар сүплеккә "оса"...

Ашыҡмағыҙ! Кисә генә байрам кәйефе бүләк иткән матурҡайҙы һаулыҡ өсөн дә ҡулланырға буласаҡ! Ҡарағай ылыҫы халыҡ медицинаһында төрлө ауырыуҙарҙан килешеүе билдәле. Энәләренән төнәтмә лә,  мазь дә, ванна ла эшләйҙәр. Бай химик составҡа эйә ҡарағай ылыҫы:

  • Йүтәл булғанда ҡаҡырыҡ айырылып сығыуға булышлыҡ итә;
  • Тын юлдары ялҡынһыныуын ала;
  • Бәүел һәм үт ҡыуыу сараһы;
  • Зараралы микрофлораны юҡҡа сығара;
  • Организмды витаминдар менән байытып, иммунитетты күтәрә;
  • Спазмдарҙы бөтөрә;
  • Ҡан баҫымын төшөрә;
  • Йөрәк һәм ҡан тамырҙарына яҡшы тәьҫир итә;
  • Тынысландыра, неврозды бөтөрә;
  • Ҡанды таҙарта;
  • Тиренең торошон яҡшырта, йәшәртә;
  • Организмдан токсиндарҙы, шлактарҙы ҡыуалай;
  • Яраларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә;
  • Яман шеш күҙәнәктәре менән көрәшә.

Һәр сирхауға дауа үҙенсә әҙерләнә. Беҙ һәр ҡайһыһына туҡталып тормайбыҙ. Әммә был осорҙа һәр кем өсөн файҙалы булырҙай бер генә рецепҡа туҡталабыҙ.

Ҡарағай ылыҫынан төнәтмә

Был төнәтмә организмдың тонусын күтәреүе, иммунитетты яҡшыртыуы, һыуыҡ тейеүҙе дауалауы менән килешә. Төнәтмәне спиртта эшләргә лә, һыу ҡулланырға ла була. Беҙ һыу менән әҙерләйек.

400 гр энәне (кипкәне лә ярай) ваҡ ҡына итеп турап, быяла һауытҡа һалабыҙ. Унда 500 мл һыу ҡоябыҙ ҙа, 2 балғалаҡ лимон һуты өҫтәйбеҙ. Болғатғас ҡапҡас менән ябып, һалҡын, ҡараңғы урынға3 көнгә ултыртабыҙ.

Әҙер булғас, 5 көн дауамында көнөнә 200 мл-ҙан эсәбеҙ. Курсты бер аҙнанан ҡатларға була.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: