-“Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына әҙерлек барышында халыҡ менән кәңәшләшеп, ошондай арт-объекттар эшләп ҡуйырға булдыҡ. Бергәләп йыйған аҡсаға материалдар һатып алдыҡ та, эшкә тотондом. Тәүҙә һыҙмаларын һыҙып, компьютерҙа проектын эшләнем. Унан һыҙмаларҙы металл киҫәктәренә күсереп ҡырҡытым да, иретеп йәбештерҙем, – ти Руслан.
Мәктәптән һуң Сибай ҡалаһында күп профилле колледжда белем алған Руслан Ғилфанов, әрме сафтарынан һуң өс йыл Себерҙә эшләй, унан өс йыл Өфөлә контракт буйынса 29-сы махсус тәғәйенлешле отрядта хеҙмәт итә. Ә 2018 йылда һөнәре буйынса Ырымбур өлкәһенең “Росгеология” ойошмаһына эшкә урынлаша. Әле лә шунда иретеп йәбештереүсе булып эшләүен дауам итә. Вахта араһында заказға тимерҙән ҡапҡалар, мунса мейестәре, автомобилдәр өсөн түбәлектәр, мангал кеүек кәрәк-яраҡтар эшләй.
-Үҙемде, тәғәйенләнешемде таба алмай оҙаҡ йөрөнөм. Хәҙер күңелемә ятҡан һөнәр ошо икәнлеген аңланым. Иретеп йәбештереү шундай мауыҡтырғыс, ижади ҡараш талап итә. Эштә металдан төрлө конструкциялар эшләһәм, ялда ижади һәләт талап иткәненә тотонам, – ти Руслан.
Киләсәктә ошо йүнәлеш буйынса үҙ эшен асырға, тыуған ауылында төпләнергә тигән уйы бар егеттең. Төҙөп ятҡан өйө әҙер тиергә лә була. Инде ғаилә ҡорорға, иркен йортта балалар үҫтерергә генә ҡала.
Русландың ата-әсәһе Миңзәлә апай менән Малик ағай ҙа өс ҡыҙҙан һуң донъяға килгән көтөп алған кинйә улдарының булдыҡлылығына ҡыуанып бөтә алмай. Өлкәнәйә барғанда балаларҙың яндарында булыуы ҙур ҡыуаныс инде ул. Әйткәндәй, күптәр ҡала тип сығып киткәндә, Кинйәбулатта Руслан кеүек бер нисә егет үҙ йортон һалып, ҡайһылары үҙ эшен асып, ауылда төпләнергә ҡарар иткән. Тимәк, ауыл йәшәйәсәк, уның киләсәге ышаныслы.