Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ғинуар , 21:47

Самауырҙағы аҡсалар

Һикһәнде аша атлаған ата-әсәһе бер-бер артлы ҡапыл мәрхүм булғас, Гөлсирә ауылға ҡайтып өйҙө йыйыштырып-таҙартып китергә булды.

Ҡаланың тынсыу һаҫыҡ һауаһын еҫкәп йонсоп ултырмаһын әле тип, аяҡтан ҡалған һеңлеһе Сәкинәне лә мең бәләләр менән машинаға ултыртып алып ҡайттылар. Иренә рәхмәт инде, төпсөк бала булыуға ҡарамаҫтан, туған йәнле булып сыҡты, бер ваҡытта ла ҡараңғы сырай күрһәтмәне. Ҡапыл бер-бер артлы ауырып киткән ата-әсәһен үҙе барып алып, һуңғы көнөнәсә ҡарап-тәрбиәләп, оҙатыу-күмеү хәстәрен дә үҙ өҫтөнә алды.

 – Ата-инәң барҙа хөрмәт ит, үлгәс, зыярат ҡыл, – тип ҡәйнә-ҡайныһы ла, иренең ағай-апайҙары ла ҡоҙаҡоҙағыйҙарын оҙатышып йүгереп йөрөнөләр. Бәлә бер килһә, мулдан килә бит: шул ваҡытта Сәкинә лә аяғына операция эшләтеп, больницала оҙаҡлап ятты. Врачтар операция уңышлы үтте тиһәләр ҙә, нишләптер аяғына баҫманы, бына хәҙер инвалид креслоһында ултыра.

Өмәгә ҡустыһы ла ғаиләһе менән ҡайтҡайны. Тәүҙә күмәкләп өй эсен йыйыштырҙылар: йыуаһын йыуып, елләтәһен елләтеп, ялт иттереп ҡуйҙылар. Әсәһе хәстәрлекле ине: түшәк-мендәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Йыл һайын әллә күпме ҡаҙ, өйрәк үҫтерәләр ине, шуның бер мамығын дә әрәм итмәй ҙур-ҙур яҫтыҡтар яһар ине ул. Аҙаҡҡы йылдарҙа иҫке мендәрҙәрен сиғандарға һатып, әллә күпме аҡса эшләнем, тип маҡтанып та алғайны.

– Бер юлы аласыҡты ла таҙартып ҡуяйыҡ инде, – тип Гөлсирә ике самауырҙы ике ҡулына тотоп, ишек алдында йәтеш кенә эскәмйәлә ултырған Сәкинә алдына килтереп ултыртты.

– Туғаным, бынауҙарҙы көлләп ышҡый тор әле, үҙем йыуырмын, – тип иҫке тасҡа көл менән йүкә йыуғыс һалып килтерҙе.

– Рәхәтләнеп урамда өҫтәл ҡороп, бер самауыр сәйе эсәйек әле. Сәкинәнең дә күптәнән самауыр сәйе эскәне юҡ ине, шуға, исмаһам, минең дә бер файҙам тейер тип, шатланып риза булды. Береһе бик боронғо ҙур самауыр – уға туғыҙ литр һыу һыя ине, икенсеһе «Тула» тип яҙылғаны – ете литрлыҡ. Аҙаҡ әсәһе: “Эйй, хәҙер ҡалай эрәхәт!” – тип, электр сәйнүгенә күскәйне. Сәкинә аяҡтарын киреберәк ҡуйып, тәүҙә оло самауырҙың конфоркаһын таҙартты, шунан ҡапҡасын күтәреп алды ла, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмайынса, ҡатып ҡалды.

– Аҡса??? Ниндәй аҡса? Кем һалған? – тип күҙҙәрен ныҡ итеп ҡыҫып йомоп торҙо ла кире асты. Бер аҙ иҫенә килгәс, самауырҙы күтәрҙе лә ергә түңкәрҙе. Тип-тигеҙ итеп һалып ҡыҙыл еп менән бәйләнгән 25 һумлыҡ совет аҡсалары бер өйөм булып ятты.

 – Апай!!! Кил әле!!! – тип бар көсөнә ҡысҡырҙы ул. Гөлсирә бер-бер хәл булдымы икән тип борсолоп, абынаһөрөнә аһылдап йүгереп килеп тә етте.

Сәкинә бер һүҙ ҙә өндәшә алмай, ҡулын һуҙып ерҙәге аҡсаларға күрһәтте.

 – Туғаным?! Былар... ҡайҙан?!! – тип ҡурҡып ҡына бышылданы апаһы.

Шунда Сәкинә икенсе самауырҙың да ҡапҡасын асып атып бәрҙе лә, түңкәреп, йән асығына һелкетә башланы. Был юлы самауырҙың торбаһынан, әлеге лә баяғы, ҡыҙыл еп менән бәйләнгән 50- шәр һумлыҡ аҡсалар ҡойолдо... Уларҙың янына ҡустылары ла килеп баҫты.

– Һы! Әсәйем ғүмер буйы “аҡса юҡ” тине лә инде... – тине ул башын ҡашып. Өс туған бер-береһенә һораулы ҡараш ташланы, ләкин береһе лә аҡсаға ҡағылырға баҙнат итмәне. Ауыр тынлыҡ урынлашты, һәр береһе хәтирәләргә бирелеп тәрән уйға сумды.

 Гөлсирә үҙенең яҙлы-көҙлө тишек резина итектә аяҡтары өшөп зәңкегәнен, бишенсе класта алған бишмәтен топтоҡос булғансы дүрт йыл буйы кейгәнен, аяҡ-ҡулында гел ямаулы бейәләйбашалтай булыуын әсенеп иҫенә төшөрҙө.

Сәкинә лә, кәүҙәһен тотмаған аяҡтарын ҡосаҡлап, бала сағына байҡау яһаны. Алтынсы класта уҡығанда ҡышҡы һыуыҡ селләлә, башҡа балалар рәхәтләнеп йомшаҡ йылы быйма кейгәндә, мәктәптән ҡайтып еткәнсе аяғы ҡуша туңып, итегенең ҡунысын киҫеп алғандар ине. Шунан китте аяғы гөптәй шешеп... Врачтар елегенә һыуыҡ үткән, тинеләр. Райондан Өфө больницаһына ебәреп, айҙан артыҡ дарыуланып ятып “ревматизм” тип ҡайтарғас, әсәһе бутый алып биргәйне. Ишшү поезда ҡайтып килгәндә “ҡыҙыма әле ун йәш тә юҡ”, тип ярты хаҡҡа балалар билеты алып, оятҡа ҡалғайнылар. Ер тишеге булһа, билләһи, төшөр ҙә китер ине. Контролерҙар әсәһенән тәки штраф түләткәс, юл буйы тиреһенә һыйышмай ҡотороп ҡайтҡайны.

Балаларҙың бөтә йәйе урманда уҙҙы: еләк-емешен, муйыл-баланын күп итеп йыйҙылар. “Аҡса һанаулы, аҡсалы – танаулы” тип, әсәһе ҡышын бөтә нәмәне аҡсаға әйләндереп тә ҡуя ине. Атаһы ла көн дә иртә таңдан төнгөлөккә ҡуйылған мурҙанан балыҡ алды, уны киптереп тә, яңы тотолған “эп-эсвижей“ килеш тә әсәһе баҙарға алып барып һатып торҙо. Утын күп бөтә тип йәлләп, ҡыш буйы балалары мәктәптән ҡайтып инеү менән, урманға ҡоро-һарыға ебәрер ине. Донъялары балҡып торҙо: өйөн, кәртә-ҡураларын яңыртып, сынъяһау итеп ҡуйҙылар. Аҙбар тултырып ҡошҡорт, мал аҫрағас, баҡса тултырып бәрәңге ултыртҡас, ашарҙарына мул булды, ләкин магазиндан бер ҡасан да тәм-том алманылар. Ауыл ҡыҙҙары матур ойоҡтар, гольфылар кейгәндә, йәй ҙә, ҡыш та бер ҡат трикола булдылар, кейем-һалымға аҡсаһын ныҡ йәлләне әсәһе. Атайһыҙ үҫкән класташ ҡыҙы ҡурсаҡ һымаҡ кейенеп Һуңғы ҡыңғырау байрамына киткәс, Сәкинә ғәрләнеп тә, оялып та мәктәпкә бармай, йәшенеп ҡалғайны. Әсәһе үҙе лә ҡат-ҡат күлдәк, ҡара халат, кофта кейер ҙә йөрөр ине.

– Таба белгәс, баға ла бел, – тип атаһы төрлөсә әйтеп низағлашып та ҡараны, хатта бер шулай, ҡыҙып китеп, ауыл магазинынан мәктәп формалары, уҡыу кәрәк-яраҡтары алып ҡайтҡайны. Атаһы үҙе колхозда механик булып эшләһә лә өҫтөнән ялтырап бөткән куфайка төшмәне. Ғүмер буйы ул мәңге туҙмай торған бер бәз кремплин костюм кейҙе, аяғында йәйен дә, ҡышын да кирза итек булды.

Ҡыҙҙар икеһе лә һигеҙенсене бөткәс тә ҡалаға сығып киттеләр. Тиҙерәк аҡса эшләргә була Гөлсирә балалар баҡсаһына барып эшкә инде лә, кисен бухгалтерҙар курсын бөтөрҙө. Сәкинә лә бер генә йыл уҡып, 16 йәштән төҙөлөштә штукатур-маляр булып эшләй башланы. Апайҙары үҙҙәре аҡса таба башлағас, ҡустыларын алмаш-тилмәш кейем ташып кинәндерҙе. Ауыл малайҙары рәхәтләнеп күрше ауыл мәктәбенә велосипедта йөрөгәндә, Ғәли бер үҙе “туры атта” йөрөнө, улар мотоциклда елдергәндә, уфтана-уфтана мопед алып бирһәләр ҙә, әсәһе бер аҙҙан келәткә бикләп тә ҡуйҙы. Бөтә егеттәрҙе ауыл халҡы шаулап-гөрләп армияға оҙатһа, уның киткәнен күбеһе белмәй ҙә ҡалды. Гөлсирә бер йыл йәй аҙағында ауылда ял иткән балаларын алырға ҡайтҡайны. Әсәһе ҡаймаҡ-һөтөн тултырҙы, йомортҡаһын һалды ла: “Аҡсаға өҙлөктөм, тотонорлоҡ бир әле“, – тине. Ире менән яңыраҡ коопертив фатир алып, Гөлсирәләрҙең аҡсаға иң ҡытлыҡ кисергән саҡтары ине.

– Ярар, ҡайтҡас берәйһенән алып торормон инде, – тип аптырап, сумкаһында булған биш һумының өс тәңкәһен әсәһенә тотторҙо. Шунан башланды ла инде:

– Баш туған булһа ла, аҡса туған түгел, – тип балалары ҡайтҡан һайын “аҡса юҡ” тип мыжып һорап алып ҡалды, хатта итмайын да һатып бирә башланы. –

Беҙ түгел, ә балалар ата-әсәйгә ярҙам итергә тейеш, – тип аҙым һайын тылҡып торҙо әсәһе. Сәкинәһе ҡалала күпме ғүмер фатирға сират көтә, улы бурысҡа батып өй һала, ә үҙҙәренән ярҙам булмауға атаһының йөрәге әрнене. Ул, асыуы килеп, һыҡмыр әсәһенән магазиндан араҡы алдыра башланы. Шулай ҙа балаларына ғәҙел булды: “Ата ҡарғышын күк күтәрмәҫ, әсә һағышын ер күтәрмәҫ” тип, әсәләренә һүҙ әйттертмәне. Атаһының яйлап ныҡлап эсә башлауы, әсәһенең ашаған ризыҡтарын ҡыҙғанып, йәлләп ултырыуы яйлап балаларын тыуған тупһанан һыуындырҙы, һирәк-һаяҡ ҡына ҡайтып йөрөй башланылар...

Өс туған ҡосаҡлашҡан килеш бик оҙаҡ ултырҙы: әйтерһең дә, күңел төпкөлөндә тыуған нигеҙгә бәйләп торған бер ҡыл өҙөлдө лә, өйҙөң йылыһы, ҡото осоп киткәндәй тойолдо.

 Гөлсирә ҡапыл һикереп торҙо ла ерҙә туҙышып ятҡан аҡсаларҙы ярһып-ярһып бер тоҡсайға йыйып һалды һәм шәпшәп атлап ауыл осондағы күл буйына китте. Ул һулҡылдап илай-илай йөрәгенә һеңгән бөтә әрнеү-һыҙланыуҙарын, аһзарҙарын, туғандарының шул аҡсалар арҡаһында яфаланыуын, һеңлеһенең хатта инвалид булып ҡалыуына әсенеп, тоҡсайҙы дер һелкетеп бушатты ла, ҡулланыу мөҙҙәте сыҡҡан аҡсаларға ут төрттө. Уларҙан тиҙерәк ҡотолғоһо килеп, ептәрен шатырҙатып өҙөп, ҡаҙ ҡанаттары һымаҡ һыҙырып-һыҙырып услап-услап утҡа ташланы. «Янған» аҡсаларҙың көлө көслө ел ыңғайына төрлө яҡҡа йәйелеп һибелеп юҡҡа сыҡты... Тик йөрәк әрнеткес бала саҡ хәтирәләрен ошолайтып ҡына юҡҡа сығарып булһасы...

Гөлназ НАФИҠОВА-ҒӘБИТОВА.

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: