Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Февраль , 23:51

Был кескәйҙәр район данын яҡлаясаҡ

Кисә район үҙәгендәге физкультура-сәләмәтләндереү комплексында кескәйҙәр "Беҙ - гагаринсылар" олимпиадаһында көс һынашты.

5 балалар баҡсаһынан өлкәндәр һәм әҙерлек төркөмдәренә йөрөгән 20 бала физик әҙерлек буйынса ярышты. Сара күңелле, шул уҡ ваҡытта бик сәмле барҙы.

Һөҙөмтәлә, "Беҙ - гагаринсылар" олимпиадаһының республика кимәлендә үтәсәк этабында тиҫтерҙәре араһында район данын түбәндәге кескәйҙәр яҡлаясаҡ:

Өлкәндәр төркөмө:

Кәрим Дәминев - "Ләйсән" балалар баҡсаһы;

Даринан Джуманиязова - "Аленушка" балалар баҡсаһы.

Әҙерлек төркөмө:

Әмир Ибраһимов - "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы;

Самира Хәлитова - "Ләйсән" балалар баҡсаһы.

Кескәй спортсыларға уңыштар теләйбеҙ!

Автор:Әлмира Әйүпова
Читайте нас: