Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Февраль , 11:23

Көнсөллөк бәләһе

(Хикәйә)

Ялҡытты был донъя! Ҡайҙа тәгәрәй ул? Исмаһам, элек эшләгәнгә күрә аҡсаһын да ваҡытында ала торғайныҡ. Иң тәүҙә аванс, унан һуң расчет. Теп- теүәл үҙ ваҡытында. Ә хәҙер… өйгә ҡайтып инеүе лә оят бит, ишек асып инеүең була, бисәңдең һынаулы ҡарашына осрайһың, ә балалар уны-быны уйлап тормай: “Атай, аҡса алдыңмы?”- тип ҡысҡырып та ебәрәләр. Нимә эшләйһең, башыңды аҫҡа эйеп, ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Бер аҙнанан бәлки булыр”, - тип мөңгөрҙәйһең. 

Шундай уйҙарға батып килгәндә, ҡапыл сигнал биргән машинаға юл бирәм тип, Ишкилде юлдан ялтаныуы булды, бысраҡ һыу эсенә йығылып та китте. Ә тегенеһе тиҙлеген дә кәметмәне, Ишкилденең өҫтөнә бысраҡ һыу һибеп, “жыйт” итеп үтеп тә китте. 

“Дөмөккөр, - тип үрһәләнде Ишкилде, өҫтөндәге бысраҡты ҡаға- ҡаға. – Йә, хәҙер өйҙә нимә тип әйтергә, дауыл ҡупҡанын көт тә тор. Шашты ҡайһы берәүҙәр, аҡ- ҡараны күрмәйҙәр, әгәр ҡулыма килеп эләкһәң… теткеләр инем”, - тип һөйләнә-һөйләнә килгәндә, ҡапыл күҙе күршеләренең ҡапҡа алдына төштө. Ҡара әле, ҡара әле… был бит миңә бысраҡ сәсеп киткән өр-яңы “девятка” түгелме? Ә эргәһендә ауыҙын йырып, күршеһе Заһит тормаһынмы? Ана, йүгереп ҡатыны ла килеп сыҡты. Яңы өйләнешкәндәрме һуң ни, ҡосаҡлашып үбешеп тә алдылар, исмаһам, кешенән оялырҙар ине. Ай, кафыр, яңы ғына ер ҡарҙан әрселгән, ә ул ҡайҙан алды икән ул хәтлем рауза гөлләмәһен? Асияһының шатлығынан ауыҙы ҡолағына еткән. Шул арала Заһит багажнигын асып, ике ауыр сумканы күтәреп, өйөнә лә инеп китте. Теге сәскәләрҙе бисәм күреп ҡалмаһын тип, Ишкилде үҙҙәренең тәҙрәһенә күҙ һалды. Юҡ, күренмәй тип, еңел һулап ҡуйҙы.  

Өйөнә тура инмәне Ишкилде, ишек алдындағы эскәмйәгә ултырып, кеҫәһенән махорка сығарып, яйлап ҡына тәмәкеһен төрҙө. Тәмләп-тәмләп уны һурып, оҙаҡ ҡына бер нөктәгә текләп ултырҙы. 

Иртәгеһен ул иртә торҙо. Күптән онотолған электр ҡырғысын табып, һаҡал-мыйыҡтарын ҡырҙы. Хатта өлкән ҡыҙының хушбуйын алып, өҫ-башына һирпеп алды. Уның был ҡыланышына хатта ҡатыны аптырап: “Нимә, әллә колхозда йыйылышмы?” - тип һорап ҡуйҙы. Ишкилде уға: “Бара торған ер бар”, - тине лә, костюмын, курткаһын кейеп, сығып китте. 

Элекке кеүек кәнсәгә ҡабаланманы ул. Унда барыуҙың файҙаһыҙ икәнен белә. Урам тышына сығып, ара-тирә ипләп кенә тирә-яғына күҙ һирпеп алды. Әһә, күршеләрҙә ҡапҡа шығырҙаны. Ана, Заһит үҙе лә күренде. Ишкилде, ҡояштай йылмайып, уның ҡаршыһына атланы: “Ә, Заһит ҡустым ҡайтып төшкән икән”, - тип һаулыҡ һорашты. Уныһы быны көтмәгәндәй: “Һаумы, Ишкилде ағай”, - тигән булды.  

Күрше генә йәшәһәләр ҙә, күптән инде улар ҡатнашмайҙар. Үҙгәртеп ҡороу тигәне башланғас, Заһит күп уйлап тормай, йәш кәләшен ауылда ҡалдырҙы ла, Себергә сығып китте, ә Ишкилде ауылда тороп ҡалды. Ул саҡта Заһиттың өй тигәне тауыҡ кетәге ояһындай ғына, бер сите ауышҡан, өләсәһенән ҡалған мал өйө ине. Бер-ике тауыҡтан башҡа малы ла юҡ. Ә Ишкилде яңы ғына алты мөйөшлө өй һалып ингән, бала-сағаһы ла ишәйгән мәл. Ике малай, бер ҡыҙ, етмәһә, ҡатыны тағы ла балнис тупһаһын тапай ине. 

Ә хәҙер күр! Ун йыл Себерҙә эшләгән дәүерҙә Заһиттың ихатаһында хәҙер бер түгел, ике ҡатлы йорт. Уныһы ла ағастан түгел, таштан һалынған, бына тигән гараж. Ишкилденең өйө хәтле мал өйө. 

Ә машинаны бирсәткә кеүек алыштыра, теге ҡайтҡанында ғына алтынсы марка ине, ә хәҙер өр-яңы “девятка”! 

 Һүҙ бер аҙ берекмәйерәк торғас, Ишкилде: “Яңы машина алған икәнһең”, - тигән булды. Тегенеһе маһая биреп: “Эшләгәс, алабыҙ инде”, - тине. “Беҙ ҙә эшләмәй йөрөмәйбеҙ ҙә ул”, - тине, эстән генә теш ҡыҫып, Ишкилде. Шул саҡ күбәләктәй төрлө кейем кейгән ике ҡыҙ бала йүгереп сыҡты ла, аталарына: “Атай, беҙҙе ҡалаға циркка алып бар”, - тип иркәләнеп, атаһына һырындылар. Заһит, гараж ҡапҡаһын асырға юнәлде лә, артына боролоп: “Ярай, Ишкилде ағай, ваҡыт юҡ, ана балалар көтә”, - тине ҡоро ғына. “Мин ни шуны ғына әйтергә туҡтағайным, теге арт яҡтағы эҙҙәрҙе әйтәм… һин йөрөмәгәнһеңдер ул?” - тине лә Ишкилде, бик ҡабалан кешеләй, ауыл уртаһына табан атланы. 

Кис өйөнә әйләнеп ҡайтҡанда ҡатыны унан: “Ҡайҙа йөрөйһең, Заһит әллә нисә инеп сыҡты, мине машинаһына ултыртып кәнсәгә лә, апайыңдарға ла, хатта үрге ос Сабир дуҫыңа ла алып барҙы”, - тип ҡаршыланы. Ишкилде, шуны ғына көткәндәй: “Нимәгә Заһитҡа кәрәк булдым икән? Иртәнсәк һөйләшер-һөйләшмәҫ тора ине. Ә мин балниста йөрөнем, районға направление бирҙеләр”,- тине. 

Шул саҡ ишек асылып, Заһит үҙе лә күренде. Ишкилде ағай, һөйләшергә ине, тигән булды. Яуап бирергә ашыҡманы хужа, кейемемде алмаштырам тигән булып, йоҡо бүлмәһенә инеп китте, унан оҙон-оҙаҡ ҡул-битен йыуҙы. Заһит, Заһира еңгәйе ҡуйған ултырғысҡа ла ултырмай, уйнаҡлаған ат шикелле, бер урында тапана бирҙе. “Донъя шулай алмаш килә ул - тине эстән генә Ишкилде. - Өсөнсө йыл һин өй төҙөткән ваҡытта мин дә һинең мал өйөңдә бер сәғәт тапаландым, бәлки, мине лә өй төҙөшергә яллар тип, ултыр тип тә әйтмәй, сығарып ебәрҙең”. 

Заһит, Себер күстәнәсе тигән булып, өҫтәлгә бер ярты ултыртты. Элегерәк булһа, шешә башын күреү менән, Ишкилде иреп төшөр ине, был юлы ул эре генә: “Рәхмәт, эсмәйбеҙ”, - тине лә, шешәне кире Заһитҡа һондо. Быны көтмәгән Заһит хатта бер аҙға юғалып ҡалды:  

- Нисек инде? - тигән булды. 

- Бына шулай, был донъянан тиҙ генә китке килмәй бит, ярты йыл элек кенә операция эшләнеләр, язва желудка. 

- Ә- ә- ә, - тигән булды һуҙып Заһит. 

Инде Заһит һүҙҙе нимәнән башларға тигәндә, Ишкилде, иҫке куфайкаһын кейеп, ишек яғына юнәлде. Хатта ҡатыны ла уның сәйер ҡыланышына аптырап: 

- Ҡайҙа бараһың, кеше килгән бит, - тип өндәште. 

- Малды, кәртә-ҡураны ҡарайым, - тине лә тышҡа сыҡты. 

Бер нәмә лә булмағандай, Ишкилде көрәк алып, мал аҫтын таҙартырға тотондо. Уның артынса Заһит һарайға килеп инде. Үҙен ғәйепле һанағандай: 

- Ишкилде ағай, һин мине ғәфү ит, иртәнге өсөн, - тине. 

- Күнегелгән баш. 

- Мине әллә шаяртырға уйланыңмы?, - тигән булды Заһит. Һаман Ишкилде өндәшмәгәс. – Баяғы кәртә артындағы эҙҙәрҙе тием. Һин шаяртып һалдыңмы? 

- Шаярыуҙан үткәнмен инде, - тине ҡоро ғына Ишкилде, - ул эҙҙәрҙе, ана, ҡатыныңдан һора, ул беләлер. Бер ҡыҙыңдың урыҫҡа оҡшап һап-һары икәнен күрмәйһеңме ни? Бәлки хәҙер һары малай көтәһеңдер? 

Шул һүҙҙәрҙе әйтте лә, шарт итеп өй ишеген асып, келәне элеп тә ҡуйҙы Ишкилде. 

Иртә менән туҡталышҡа сыҡҡанда, Заһиттың өйөндә бөтөн бүлмәлә лә уттар яна, өйҙәге тауыш бар ауылға яңғырай ине. “Ана шулай, күгәрсендәр, һеҙ ҙә әҙерәк шаулашып алығыҙ, - тип ҡыуанды Ишкилде. - Гел беҙгә генә талашырға тимәгән”. 

Дауаханала ятҡанына өс көн тигәндә, ҡатыны килеп төштө. Иренең хәлен һорашып та тормай, ауыл яңылыҡтарын теҙә башламаһынмы: 

- Иҫ китмәле хәл, Һөйләһәм, ышанмаҫһың, нисә йыл бөтә ауылға үрнәк булған Заһиттарҙа ыҙғыш-талаш, үҙе көн-төн иҫерек, кешенән дә тартынып тормай, ҡаланан мәрйәләр тейәп ҡайтып… 

Ишкилденең ҡолағына шыбырҙаны. “Кит, кит”, - тигән булды Ишкилде, бер нәмә лә белмәгән кешеләй ҡыланып. Уның һайын ҡатыны, ышандырырға теләп, үҙ ҡолағы менән ишеткәнен, йә күршеләренең күргәндәрен бер тамсыһын да ҡалдырмай, һөйләне лә һөйләне. 

Ҡатынын оҙатып, ауыл күстәнәстәрен тәмләп-тәмләп ашап алғас, бик ҡәнәғәтләнеү тойғоһы менән карауатына ауҙы ла, ҡатыны һөйләгәндәрҙе күҙ алдынан үткәрҙе. “Минеке барып сыҡты, - тип тантана итте. – Шул кәрәк һиңә, күркә! Маҡтансыҡ! Хәҙер аяҡ баҫмаҫтай булғанһыңдыр инде Себереңә! Тик бына ҡатыны йәлке, ғәйебе юҡ бит бахырҡайҙың”, - тип Асияны йәлләп тә алды. 

Тағы ике көн үткәс, ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙы ялдан ҡайтып килешләй, атаһының хәлен белешергә ингәндә, Заһиттың Асияны туҡмағанын һөйләп китте. Быға хәтлем эстән генә тантана итеп йөрөгән Ишкилденең, был хәбәрҙе ишеткәс, тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ул көндө ашағаны аш, йоҡоһы йоҡо булманы. Уйындан уймаҡ сығып ҡуймағайы, тигән уй әллә нисә тапҡыр башынан үтте. 

Икенсе көн иртә менән торҙо ла, табиптан рөхсәт алып, ҡайтмаҡсы булды. Уныһы ҡан баҫымын үлсәп ҡараны ла: “Юҡ, ағай, ҡан баҫымың юғары, сығара алмайым”, - тине. Был көндө лә тамағына аш барманы Ишкилденең, төнө буйы һаташып сыҡты. Ниндәйҙер йыландар муйынын быуҙы, йыландарҙы йырып сыҡтым тигәндә, ҡот осҡос бүреләр араһына барып юлыҡты. Шул саҡ бүреләр араһында ап-аҡ кәзә бәрәсе, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, Асияның тауышы менән: “Ишкилде ағай, ҡотҡар мине, ҡотҡар!” - тип ялынды. 

Йоҡонан ул шыр тиргә батып уянды. Ипләп кенә кейемдәрен алды ла, дауахананан ҡаса-боҫа сығып, автовокзалға юлланды. 

Инде билет алып, автобусҡа ултырып ҡайтам тигәндә диспетчер: “Сәфәрғәле ауылына, юл насар булыу сәбәпле, автобустар ваҡытлыса йөрөмәй”, - тимәһенме?! Бына һиңә мә! Хәйерсегә юл ҡаршы. Етмәһә, көнө лә көнгә оҡшамаған! Иртән башланған ямғыр туҡтарға ла уйламай, күктең төбө тишелгәнме ни, яуа ла яуа. Вокзалда рәт сыҡмауын белгәс, район үҙәге осона юлланды Ишкилде. Эргәһенән жыйтлап машиналар үтеп торҙо, тик береһе лә туҡтаманы. Асыуы килгән Ишкилде, капюшонон күтәреберәк кейҙе лә, шоссе буйлап ауыл яғына атланы. Уның мейеһен тик бер уй ғына ярҙы: “Нисек тә ҡайтырға, ҡайтырға! Тиҙерәк! Тиҙерәк!” Шуға күрәме, бөтөн тәненең еүешләнгәнен дә арығанын да тойманы Ишкилде, атланы ла атланы. Тик ҡараңғы төшөүгә генә ауылға килеп етте, шул саҡ, бер аҙға туҡтап, еңел һулап ҡуйҙы. 

Туп-тура Заһиттарға юлланды ул. Тик ниңәлер уларҙың ҡапҡаһы шар асыҡ тороуы, хатта уҫал эттәренең өрмәүе сәйер тойолдо. Бер аҙға ишек төбөндә туҡталды. Инде ишекте туҡылдатам тип ынтылғанда, ул ҡапыл асылып китеп, Заһираһы күренде. Был ваҡытта ҡатыны ни эшләп бында тип, ауыҙ асырға ла өлгөрмәне, Заһираһы сеңләп, Ишкилденең муйынына һырылды: “Ҙур ҡайғыларға тарыныҡ, Ишкилдекәйем, ана, күрәһеңме, бер юлы икеһе лә” 

… Ишкилденең күҙ алдары ҡараңғыланды, ҡапыл башына күҫәк менән килтереп һуҡтылармы ни? Ул үҙенең ҡот осҡос тауыш менән ҡысҡырғанын, аяҡтары мамыҡҡа әйләнеп, быуындарының бушағандан бушағанын ғына һиҙҙе һәм гөрһөлдәп ергә ауҙы. 

Күҙҙәрен асҡанда ул ап-аҡ бүлмәлә ята, эргәһендәге өҫтәл янында аҡ халатлы ҡыҙ ниҙер яҙа ине. “Һыу…” Тик үҙ тауышын үҙе ишетмәне Ишкилде. Шул саҡ ҡапыл шәфҡәт туташы һикереп торҙо, эргәһенә килде, матур итеп йылмайҙы, ниҙер һорашты ла шикелле, тик Ишкилде генә уның тауышын ишетмәне. Бер аҙҙан эргәһенә табиптар йыйылды, үҙ-ара ниҙер ҡыҙып-ҡыҙып һөйләштеләр, тик Ишкилденең ҡолаҡтарын мамыҡ менән ҡаплағандармы ни, бер ни ишетмәне лә, ни өсөн бында ятҡанын аңламаны ла. 

Ун биш көн үткәс кенә уның хәле арыулана башланы. Яңы тыуған балалай карауат баштарына тотона-тотона атлай, сәй, компот, кеҫәлдән һуң, әҙләп-әҙләп ашай ҙа башланы. Тик тауышы ғына элекке һымаҡ көр сыҡманы, тамаҡ төбөнән сыйылдап ҡына ишетелде. Уныһына шөкөр, ошо хәлдән һуң, табиптар әйткәнсә, инсульттан һуң, иҫән ҡалыуына Хоҙайға рәхмәттәр уҡыны. 

Бөгөн уны дауахананан сығарҙылар. Бына Заһираһы уны ҡултыҡлап тышҡа алып сыҡты. Йәйҙең эҫе ҡояшына уның күҙҙәре сағылды, саф һауала тыны ҡурылды. Ниндәй матур көн! Ағастар, үләндәр йәшеллек менән ҡапланған, күҙҙең яуын алып торған хуш еҫле сәскәләр… 

Донъяның матурлығына, хозурлығына шаңҡып торғанда, ҡаршыһына ауыҙын йырып, Заһит килмәһенме? Йә, Хоҙай! Инде һауыҡтым, үлем тештәренән ҡотолдом тигәндә! Ул арала Заһит уның икенсе ҡулынан ҡултыҡлап та алды. Бөтөн тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте, электр тогы һуҡҡандай, тиреһе зымбырланы. Гөрҫ итеп ергә йығылды Ишкилде, Заһиттың аяҡтарын ҡосаҡланы, күҙ йәштәре үҙенән-үҙе атылып сыҡты: “Ғәфү ит мине, Заһит, зинһар, ғәфү ит! Мин, мин ғәйепле! Мин һалдым ул ҡәһәр һуҡҡан эҙҙәрҙе! Мин! Һиңә үс итеп, көнсөллөктән”, - тип ялбарҙы. 

- Булған хәл, бөткән, онотолған. Бына Заһира апайға рәхмәт, әгәр ботинкаңды алып килеп күрһәтмәһә, белмәйем, ни булып бөтөр икәнен. Тор, Ишкилде ағай, мин һине алырға килдем , - тип Заһит уны күтәрә башланы. 

- Юҡ- юҡ, бармайым, ебәр мине Заһит, ебәр! – тип, ергә тағы ла нығыраҡ һыйынды Ишкилде. 

- Ишкилде, нимә булды һинең менән? – тигән таныш тауыш уны бер аҙ иҫенә ҡайтарҙы. 

- Заһит, Заһит, - тип бышылданы ул. – Мине алырға килгән. 

- Эйе шул, Заһит һине алырға килде, - Жигулиҙа елдереп кенә, һә тигәнсе ауылға ҡайтып етербеҙ, Ишкилдекәйем, - тип, башынан һыйпап алды. 

- “Жигули”ҙа? - Шул саҡ ул балнис ҡаршыһындағы машинаны аңғарҙы. - Ә Заһит үлмәнеме ни?, - тип, Заһитҡа ҡараны. 

- Ни эшләп үләйем мин, Ишкилде ағай? Бына мин һинең ҡаршыңда торам. Теп-тере, - тип, тештәрен ялтыратып көлдө күршеһе. 

- Тере… ә кем… Асия үлдеме? – тип һорап ҡуйҙы. 

- Асия ла иҫән. Беҙ ҡайтыуға аш һалам тип ҡалды, - тине Заһит. 

- Ә кем үлде һуң? – тамам аптырауға ҡалды Ишкилде. 

- Бәй, ул көндө эттәр үлде бит, - тине иҫенә төшөп Заһира. 

- Эттәр? Ниндәй эттәр? – тине бер нәмә лә аңлай алмай яфаланған Ишкилде. 

- Ауылда, ҡотороу сире менән ауырый, тип эттәрҙе ҡырҙылар бит. Шунда икебеҙҙең дә эттәрҙе атып киттеләр, - тине Заһит. 

- Эттәр икән, - тип еңел һуланы Ишкилде, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй…

Әминә Яхина.

Читайте нас: