Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Март , 12:32

Изге айҙа – “Изге подписка”

Рамаҙан айында һәр бер изге ғәмәлгә сауаптары ла арттырылып биреләсәк (гонаһтарға язаһы ла), тиелә. Тимәк изгелектәр эшләүҙе арттырайыҡ, йәмәғәт!

Изге айҙа – “Изге подписка”
Изге айҙа – “Изге подписка”

 Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһи үәссәләм үҙенең бер хәҙисендә:   “ كل مَعروف صدقة “  "Һәр бер изге эш саҙаҡа" – тине. (Бохари риүәйәте).

Ошо изге айҙа, изге йома көнөндә "Ейәнсура таңдары" гәзите редакцияһы матур йолаға ингән "Изге подписка" акцияһын башлап ебәрә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, гәзит-журналдар уҡырға яратып та, баҫмаларға яҙыла алмағандар бар арабыҙҙа. Әйҙәгеҙ, Сәләмәтлек мөмкинлектәре  сикләнгәндәр тураһында хәстәрлек күреү йылында, ошо изге айҙа кемгә лә булһа "Ейәнсура таңдары" гәзитенә яҙылыу бүләк итеп ҡыуандырайыҡ, һауаптар алайыҡ! 

Изге эшкә ҡушылырға теләһәгеҙ, 89272377396 телефоны буйынса шылтыратығыҙ, йә ватсаптан яҙығыҙ. Кемгә яҙылырға белмәһәгеҙ, шулай уҡ әйтербеҙ, ярҙам итербеҙ.

"Ейәнсура таңдары" гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы - 1107,54 һум. 3 айға - 553,77 һум.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: