Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Апрель , 14:21

Өйҙә эшләнгән сыр

Абзан ауылында райондағы бренд саралары бәйгеһе сиктәрендә, "Һыйлы көнөң - һыйырҙа" байрамы ойшторолдо. Унда һөттө һыйырҙан һауып алыуҙан алып ул табынға килеп ултырғансы башҡарылған эштәр күрһәтелеп кенә ҡалманы, биләмәнең төрлө ауылдары уңғандары үҙҙәренең һөт ризыҡтары әҙерләү серҙәре менән дә бүлеште. Әйҙәгеҙ, Юлдаш ауылынан Рәйлә Бикбулатованың сыр әҙерләү серҙәре менән танышайыҡ.

Рәйлә Бикбулатованан сыр әҙерләү сере
Рәйлә Бикбулатованан сыр әҙерләү сере

Рәйлә БИКБУЛАТОВА:
- Сыр яһау бик ауыр булып тойолһа ла, бер ғәҙәткә инһә, бер ауырлығы ла юҡ. Мин уны айыртылған һөттән ошондай рецепт менән эшләйем. 10 литр һөттө 1-2 көн йылы урында тотоп ойотҡас, таҫтамалдан (вафель) тегелгән тоҡҡа ҡойоп, һарҡытырға ҡуям.

Һарҡығас, тоҡтағы һөҙмәне ҡаҙанға  бушатам. Өҫтөнә 1 литр ҡуйы һөт ҡойоп, утҡа ҡуям. Ҡайнап сыҡҡансы болғатып торорға, ҡайнап сыҡҡас тағы ла һарҡытырға кәрәк. Килеп сыҡҡан эремсеккә 2 йомортҡа, берәр балғалаҡ сода менән тоҙ һалып, төйөрө ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә  кәрәк.

Ҡаҙандың төбөнә 200-300 грамм май һәм массаны һалып,  утҡа ҡуябыҙ ҙа, болғатып торабыҙ. 10-15 минуттан сыр әҙер була. Алдан эҙерләп ҡуйған һауытҡа  һалып, һыуыҡ урыға ҡуйырға. Һәр кем үҙе яратҡан тәмләткесте (укроп, паприка, борос) ҡуша ала. Сыр торған һайын тығыҙлана, тәмләнә бара.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: