Зифа буйлы шәфҡәт туташы уға эйелеп ниҙер эшләй, шуға күрә Хәйҙәрҙең йөҙө күренмәй. Әммә мин шунда уҡ уның терһәккә тиклем ҡырҡылған сулаҡ ҡулын күреп ҡалдым. Тәбиғи булмаған бөтә нәмә, ғәриплек миндә ытырғаныу ҡатыш йәлләү уята. Ошо тойғонан күңелем болғанып палата ишегенең тотҡаһына йәбештем. Тиҙерәк китергә кәрәк, сөнки ошо мәлдә генә ниндәй хата яһағаным башыма барып етте. Әммә аяҡтарым тыңламай. Мине иркәләргә яратҡан матур ҡулдарының ҡалдығы – йөйө ҡып-ҡыҙыл, йәмһеҙ булып сөрөшкән утын ағасы... Ул минең бөтә донъямды томаланы. Шул саҡ Хәйҙәр шәфҡәт туташына ниҙер әйтте. Нисәмә йылдар моңо менән минең аҡылымды юйған гөрөлдәк тауыш. Уның яғымлы ағымы күңелемә килеп яғылды ла күҙҙәремде йәш менән йыуҙы. Тағы берәй нәмә әйтһәң ине... Һағайып тыңлайым. Ҡыҙ ҙа көлөп ниҙер яуаплай. Көләләр. Минән башҡа ғына көләләр. Көтмәгәндә әллә ҡайҙан көнсөллөгөм ҡутарылып сыға, уның менән бергә асыу ҡабара.
«Һин бында көләһең... Көләһең!» Яһиллығымдан көс алып атлар хәлгә килдем. Ишекте астым. Шул саҡ тыным быуылып көрһөнөүем ишетелдеме – икеһе лә миңә боролдо.
Йә Хоҙа, ҡайһылай матур ул... Хәйҙәр! Үҙәгемде өҙөп һаташтырған һөйкөмлө ҡаҡса йөҙөнә өлкәнһыу төҫ ингән, ҡырыҫланған. Кисергән ғазаптары уның булмышына моңһоу яғымлылыҡ булып яғылған. Көлөүе лә һүнеп өлгөрмәгән әле. Миңә төбәлгән ҙур ҡара күҙҙәрендә ана һаман елпенеп тора.
Хәйҙәр! Төштәремә инеп ҡуҙ кеүек өткән, тормошомдоң балҡышы булған күҙҙәреңдән кисерештәреңдең елеп уҙғанын хайран ҡалып ҡарап торам. Ғәжәпләндең, танының, тетрәнеп киттең. Йәшен уты кеүек һыҙырып алған һыҙланыуың әҙәм күтәргеһеҙ ғазапҡа әйләнеп сырайыңды боҙҙо. Ыңғырашыуың ҡарлығыу булып тамағыңа торҙо, йөҙөң көлһыуланып мәйет төҫөнә инде.
Аптырап миңә текләп торған шәфҡәт туташы ла, ыңғырашыуҙы ишетеп. Хәйҙәргә боролдо. Аяныс итеп ҡысҡырып ебәрҙе:
– Нимә эшләттегеҙ уны?
Ҡотом осоуҙан ҡужрайып ишек яңағына сытырман йәбешкәнмен дә һис ни ҡылыр әмәлем юҡ. Үлмә ҡабат! Күҙ алдымда үлмә!
– Һин уны үлтерҙең! – Шәфҡәт туташы илап-ҡысҡырып мине бәрә-һуға коридорға атылды.
«Ә ул бик матур ҡыҙ», – тип ирекһеҙҙән башыма теркәп ҡуя булмышымдағы көнсөл ҡатын.
Хәйҙәргә мәйет төҫө кергән, һушһыҙ. Эргәһенә барырға ине, ҡосаҡларға ине. Елпелдәк керпектәремә ирендәрем ҡағылыу менән ул күҙҙәрен асыр. Тик... юрған өҫтөндә ятҡан аяныс сулаҡтар!
«Ҡағылыуым дауамы, ыумы – белмәйем бит», – тип үҙемә аҡлау эҙләйем. Енәйәт өҫтөндә тотолған йәлләт кеүек мөйөшөмә боҫҡанмын.
Бына ике-өс шәфҡәт туташы менән йүгереп килеп ингән врач ҡатын талапсан, ҡырҡыу итеп: «Шок, ауыртыу өйәнәге, укол!» – ти, һәр береһенә эш ҡуша.
Мин стенама һырығып язаға сират көтәм. «Ҡотҡарығыҙ уны! Эй, Аллам!» Ә ул һаман мәйет кеүек ята. Мәйет кеүек. Әллә ҡайҙан килеп йәбешкән был ытырғаныс һүҙҙе мейемдә әйләндерәм дә тулғандырам. Мәйет кеүек. Был һүҙ йөрәгемә бысаҡ кеүек ҡаҙала ла... Йәне елпенде кеүек. Күбәләк ҡанатылай ғына. Бына йөҙөнә ҡото ҡайтты. (Мин быны уның фәрештәләренән алдараҡ тойҙом.) Күҙҙәре генә йомоҡ.
Ҡотҡарыусылары ла еңел тын алды. Ни өсөндөр бөтәһе бер юлы мине хәтерҙәренә төшөрҙө – боролдолар.
– Һеҙ һаман бындамы ни әле?! Бер юлы үлтереп сығайым тип көтәһегеҙме? – Шөкәтһеҙ врач ҡатындың тауышы тупаҫ, мыҫҡыллы, зәһәр. Эргәһендә һаҡсы кеүек баҫҡан медсестра ҡыҙҙарҙың ҡарашында – үлән ҡыуартырлыҡ нәфрәт. Ҡурҡышымдан әлеге лә баяғы мөйөшөмә боҫтом. Сөнки хәҙер улар миңә ташланыр ҙа сәсемде йолҡҡослар, битемде тырнап ташлар кеүек, шул саҡ зиһенем зирәкләнде: улар барыһы ла Хәйҙәрҙе ярата бит! Шул тиклем ярһыу бары ғашиҡтарға ғына хас. Ә бындай госпиталдәрҙә, зәғифтәр йортонда тормошо китек, бәхетһеҙ ҡатын-ҡыҙ эшләүсән. Асышымдан тиҫкәрелегем ҡуба.
– Мөхәббәттән үлмәйҙәр, – тип әйтеп һалам маңлайыма төшкән сәстәремде елпеп. Был ишарам нишләптер ҡатын-ҡыҙҙы гелән сығырынан сығара.
– Хәҙер үк сығып кит, – ярһыуҙан врачтың тыны ҡыҫыла, шуға күрә тауышы йыландыҡы ише ыҫылдап сыға.
Ә мин яһилланып үҙемде уғата тыныс, тәкәббер тотам. Тик артыҡ киреләнһәм, улар мине һөйрәкләй башлар ҙа ситтән үтә мәрәкә күренермен, тигән аҡыллы уй арҡаһында ғына палатанан сығам. Башты текә тотоп.
...Һаман иҫерек кеүекмен. Бары Хәйҙәр янынан былай ғына китергә ярамауын аңлайым. Баш врачты эҙләп киттем. Уныһы был «ҡаҡланған балыҡ» кеүек төҫһөҙ, енесһеҙ бер йән эйәһе булмаһа ярар ине, исмаһам. Шөкәтһеҙ кешеләр ни өсөндөр мине тере биреһе кеүек күрә...
Бәхетемә күрә госпиталь башлығы урта йәштәрҙәге олпат, күркәм кеше булып сыҡты. Сибәр ирҙәрҙе йылан арбағандай мөкиббән итә беләм мин. Ниңә, нисек? Үҙем дә аңламайым. Аңларға бик теләмәйем дә. Үтенесемде кире ҡағып сығармаһалар – шул.
Баш врачтан Хәйҙәр янында күпме теләйем шул саҡлы булырға рөхсәт ҡағыҙы алып, палатаға кире индем. Мөйөшөмә ҡабат һыйындым. Ә ул баяғыса ята. Өнһөҙ-тынһыҙ. Әммә ҡиәфәтендә хәүеф уятырҙай нәмә юҡ. Тора торғас ҡына төшөнәм, моғайын, уға йоҡо дарыуы һалғандарҙыр.
Медсестраларҙың әле береһе, әле икенсеһе туҡ-туҡ баҫып инеп сыға. Йә маңлайын һыпыра, йә пульсын ҡапшай. Юрый йөрөйҙәр кеүек.
Хәйер, уны ҡыҙҙар һәр ваҡыт үлә яҙып ярата торғайны. Дөрөҫөрәге, уға бөтә кеше лә тартылды. Йәше-ҡарты. Ниндәйҙер бер шифалы нурға ынтылған кеүек. Ә минең уны ҡыҙғаныуҙан йәнем ҡарая торғайны. Хатта был тамуҡта ла (миңә ул үлгән дә тамуҡҡа эләккән, ә мин уның янына төшкәнмен кеүек) уның, бер ғәриптең, ихтыяр көсө үҙенә тарта, тимәк. Ул һынмаған. Ул һаман да көслө. Ә юрған өҫтөндә ятҡан сулаҡ ҡулы йәнемде теткеләй.
Күҙҙәре менән өтөрҙәй булып йөрөгән шәфҡәт туташы, ҡарашымды абайлап (унда, моғайын, ытырғаныу яҙылғандыр – ҡайһылай оят миңә!) сулаҡтарҙы юрған менән ябып ҡуя.
Бысраҡ көҙҙөң ҡараңғы эңере донъяны баҫты. Коридорҙа ла тауыш тынды.
Иҙән йыуған санитар әбей өндәшмәй генә алып инеп биргән иҫке матрасты иҙәнгә түшәп яттым. Баш аҫтыма ҡулымды һалып һуҙылғас ҡына үҙемдең ни тиклем йонсоғанымды тойҙом. Талсыҡҡан тәнемә ял рәхәте йүгергән ыңғайға айнығандай булдым. Нисәмә ай эсендә тәүге тапҡыр уйлау һәләте ҡайтты, ахыры. Быға тиклем бер генә теләк бәғеремде көйҙөрөп, һушымды алды: «Уны күргем килә!» Бына килдем, күрҙем. Ә хәҙер: «Ни эшләнем мин?» – тигән һорау, аҙаплы үкенес булып, йәнемде кимерә башланы.
Студент саҡтағы дуҫым Вәсиләнән көтмәгәндә хат килеп төштө. Заманында беҙҙе энә ҡайҙа, еп шунда тип йөрөтһәләр ҙә яҙмыш айырғайны.
Химия факультетын тамамлағас, ул Мәскәүгә аспирантураға уҡырға инде, шунда кейәүгә сыҡты, һирәк-һаяҡ осраштырһаҡ, йылы тойғолар һаҡлаһаҡ та, хат алыша торған ғәҙәтебеҙ юҡ ине аптырайым.
«Студент ваҡытындағы көндәлегемде ҡарап ултырғанда күҙгә салынды: «Шул тиклем яратып та Райхан да Хәйҙәре менән ҡауыша алмаһа – был донъяла хәҡиҡәт юҡ!» – тип яҙып ҡуйғанмын». Сәләм юҡ, ни юҡ, хатын шулай сәйер башлаған Вәсилә.
«Хәйҙәрҙе һөйләп бөтәбеҙҙең дә башын ҡатырып бөтә торғайның. Хатын алған көндө үк яуап яҙаһың да һанай башлайһың. Йәнәһе, биш көндән ала, шунда уҡ яуап яҙа, хаты биш-алты көн килә. Йәмғеһе – 10-11 көн. Ошо ваҡытҡа хат килеп өлгөрмәһә, үҙеңә урын таба алмайһың. Инде лә нығыраҡ оҙаҡлаһа, ҡайғыңдан ҡара көйөп: «Цинк табутҡа ғына һалып алып ҡайтырҙар инде», – тип илай башлайһың. Шул мәлдәрҙә һине ғазаплаған вайымһыҙ Хәйҙәрҙе йолҡҡослап ырғытырҙай була торғайным.
Ҡайҙан беләйек инде ул саҡтарҙа беҙҙең егеттәрҙең Афғанда нишләп йөрөгәнен. Хәйҙәрең дә хаттарын шаян, ҡыҙыҡ итеп яҙа торғайны: йәнәһе, Ҡабул паркында ағас ултыртҡандар, афған малайына борғо ҡысҡыртырға өйрәткән, афған баҙарында һиңә бүләк һайлап йөрөгән. Уларға шулай яҙырға ҡушылған булғандыр. Күрәһеңме, ҡайһылай яҡшы хәтерләйем. Шул осорҙа үҙем дуҫлашып йөрөгән егеттең исеме иҫемдә юҡ, ә Хәйҙәрҙең хаттары күҙ алдымда.
Һинең шундай ғазапланып яратыуыңдың, һағыштан сәсәп йәшәүеңдең шауҡымы беҙгә лә теймәй ҡалмағандыр, моғайын. Мөхәббәттең илаһилығын төшөндөрөп биргәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ һеҙгә, Райхан».
Хатты артабан уҡырға хәлем етмәне. Ырғытып бәрҙем. Вәсиләнең, нескә күңелле, наҙлы Вәсиләмдең бәғерһеҙлеге хайран ҡалдырҙы мине. Йылдар үтте, яраһы бөтәшкәндер тип ҡабат ҡанға туҙҙырмаҡсымы? Хәйҙәрҙең үлем хәбәре килгәс, йәшәүҙән ваз кисеүемде тасуирлағанмы артабан?
Венамды ҡырҡып, реанимацияға эләккәс, ярты институттың мине ҡотҡарыр өсөн ҡан биреп йөрөүен иҫемә төшөрмәксеме?
«Ҡурҡмағыҙ, мин бер нәмәне лә онотманым!»
Шулай һамаҡлай-һамаҡлай илап, шешенеп, буҫлығып бөткәстен, хатты ҡабат ҡулыма алдым. Юҡтыр, уның шулай тәфсилләүе тиктәҫкә түгелдер.
«Ҡайғыңды яңыртҡаным өсөн ғәфү ит, Райхан, тип дауам иткән Вәсилә, әйтерһең дә, кисерештәремде алдан күреп тороп. – Быларҙың барыһын да мин үҙемдең икеләнеүҙәремде еңер өсөн шулай теҙеп яҙам. Оҙаҡ уйланым, бер яҙайым, тинем, туҡталдым, йәнә уҡталдым. Яҙам инде, һин белергә тейешһең. Хәйҙәрең иҫән. Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ хәлдә афған һуғышы ветерандары йортонда йәшәй».
Бына мин Хәйҙәрҙе килеп таптым. Ғүмерлек әрнеүемдең тын алышын тыңлап эргәһендә иҙәндә ятам. Ул яҡында, ҡул һуҙымында ғына, әммә ҡағылып наҙларға ла, сығып ҡасырға ла дарманым юҡ.
«Күргем килә!» тигән дыуамал теләккә бер уйһыҙ буйһоноп, мин уны йәнә ғазап донъяһына быраҡтырҙым, ахыры. Ҡайһылай үкенес.
– Килдең, күрҙең. Инде хәҙер нишләп килдем, ни ҡылдым мин тип аптырап ятаһыңмы?
Ҡараңғылыҡта яңғыраған әрнеүле тауышты мин ҡапылда үҙемдең уйым кеүек ҡабул иттем. Бары карауаттың шығырлап ҡуйыуынан ғына Хәйҙәрҙең өндәшеүен аңланым. Ҡаушап тороп ултырҙым. Күҙҙәре асыҡ. Тик ул миңә түгел, ҡайҙалыр алыҫҡа ҡараған. Моғайын, байтаҡтай уянып минең уйҙарымды уҡып ятҡандыр.
– Эйе, тип яуаплайым ирекһеҙҙән. Хәйҙәрҙе бер тапҡыр ҙа алдай алғаным юҡ. Ул һәр ваҡыт мине үҙенә тулыһынса буйһондора белде. – Минең һине күргем килде. Түҙгеһеҙ.
Ҡалҡынып, уға ҡағылырға теләнем. Тик унан һалҡынлыҡ, ятһыныу ипкене бәрелеп тора. Әйтерһең дә, арабыҙға боҙ быяла ҡороп ҡуйҙы. Тауышы өшөткәс.
– Бөтөнләй үҙгәрмәгәнһең. Уйламай эшләп, аҙаҡтан үкенә торған холҡоң да шул килеш ҡалған, һин теләнең дә бөттө-китте. Ҡалған донъя сәсрәп ятһа ла була!
Беҙҙе ҡараңғылыҡ солғап алған. Епшек ҡара төн һырып алған беҙҙе, бысраҡ, күшектергес. Ҡара ғәрип, шөкәтһеҙ яҙмыш үҙенең ҡосағына алып быуған. Хәйҙәрҙе баҫҡан, иҙгеләй, ә мине киҫәктәргә йолҡҡослай: йәнем тегендә, йөрәгем бында...
– Нимә етмәй ине һиңә? Ниңә эҙләп килдең? Һине күрергә теләмәгәндәрен аңламаныңмы ни? – Ул шул тиклем ҡырыҫ.
Ул, ғөмүмән, миңә талапсан булды. Үҙен мине үтәнән-үтә күргәндәй тота ла, ихтыярына буйһондороп кинәнә торғайны. Минең химия менән мауыҡҡанымды белгәнлектән: «Һин башҡалар янында маңҡа кеүек лайлалы шыйыҡсаһың. Мин генә һине кристалға әйләндерә алам», – тип мәрәкәләй ине. Мин ысынлап та магнитланған кеүек уның артынан ҡалмай йөрөйөм, уның янында ғына үҙемде матур, һөйкөмлө, саф итеп тоям. Әйтерһең дә, ул әйтмешләй, кристалға әйләнәм. Хәйҙәрҙең нурында яҡтыра, йымылдай башлайым.
– Мин үҙемде эҙләп килдем һинең яныңа, – тип яуап бирәм үҙемә лә, Хәйҙәргә лә. Ниһайәт, төнө буйы мейемде сереткән һорауҙың яуабын таптым. – Һинең яныңда ғына мин үҙемә үҙем оҡшайым. Донъяла бары һинең яныңда ғына, башҡа ундай кеше юҡ.
– Һин һәр ваҡыт ҡот осмалы эгоист булдың. Шулай булып ҡалғанһың. – Хәйҙәр көлә. Ә мин йылан һиҙгерлеге менән унан үҙемә табан ағылған йылылыҡ тулҡынының тирбәлгәнен тоям. Уның мыҫҡыллы һүҙҙәре мине башҡа ҡурҡытмай, «һөйлә, һөйлә генә».
– Нисә йыл күрешмәнек беҙ?
– Ун ике йыл. Һинең үлгәнеңә лә ун йыл тулды, – тинем.
– Ун ике йыл саҡ ҡына ла үҙгәртә алмаған. Донъя кендегендә һин һаман үҙең тораһың.
– Бөтә нәмә кешенең үҙен үҙе яратыуынан башлана бит, – тип ҡаршы төшәм. – Әгәр ҙә һинең яныңда миңә ҡыйын булһа, һине ярата алмаҫ инем. Ә яратмаһам, бер тойғо ла: миһырбан, ҡыҙғаныу, бурыс – бер нәмә лә мине һинең яныңда тота алмаҫ ине.
Мин үҙемде һинең эргәңдә генә ярата, хатта ихтирам итеп китә инем. Шул «үҙемде», үҙемә оҡшаған үҙемде юғалттым, шуға күрә арып, йонсоп бөттөм, һинһеҙ мин бөтөнләй икенсе кеше: ҡотһоҙ, нурһыҙ, йәмһеҙ, алйот бер бәндә.
Һинең нурыңда бриллиант булһам, әле бер ябай быяла ярсығымын. Һин кәрәкһең миңә. Шул алып килгән мине бында. Әле генә шуны төшөндөм. – Шулай тием дә, төндөң йәбешкәк ҡараңғылығы ҡәтрә ҡәҙәре генә сигенә.
– Ә һинең елбәҙәк башыңа: «Мин уға кәрәкменме һуң?» – тигән уй һыймай инде, ибет.
– Һыймай түгел, инеп тә сыҡмай, һин бит беләһең: мин һәр ваҡыт үҙем тураһында ғына уйлайым.
– Хатта балаларың тураһында ла уйламайһыңмы? Һин әсә бит, шулаймы?
– Балалар минең өлөшөм. Улар һыҙланғанда мин икеләтә нығыраҡ әрнейем. Шулай булғас, улар хаҡында ҡайғыртҡанда, мин үҙемде ҡурсалайым, һин битәрләгән эгоизмда – бөтә донъям, минең бөтә донъям, хатта һин дә.
– Ҡот осҡос йән эйәһе һин! Һинең бер тинлек тә кәрәгең юҡ миңә! – Хәйҙәрҙең тауышы ҡырҡыу, сәнскеле. Хатта мин унан ағылған йылыны ла тоймайым. Ул нишләп тағы үҙгәрҙе? Сәбәбен аңлай алмайым. Шуға йәнем көйә.
– Уныһы һинең ҡайғың! – тием. Моғайын, сәбәп – теге һылыу шәфҡәт туташылыр. Көнләшеүҙән эсем өҙөлә, унан үс алғым килә.
– Ярай, мин йүнһеҙмен. Мин кәрәкмәйемдер. Ә һин, кеше хаҡында ҡайғыртҡан изге йән, эгоист булмағас, ниңә тере икәнеңде әсәйендән йәшерҙең? Үлем хәбәрең менән уны ҡәбергә илтеп тыҡтың? – тип йөҙөнә бәрәм.
...Мин уны тағы үлтерҙем. Ул ярҙа тыбырсынған балыҡ кеүек тонсоға башланы. Башын саңҡайтып бер аҙ ята биргәс ҡарлыҡҡан ҡурҡыныс тауыш менән һораны:
– Әсәйем үлдеме? Ҡасан?
– Һин белмәй инеңме ни?
Йә Хоҙа, ҡалай иҫәүән мин! Әлбиттә, ул белмәгән. Уға үҙем һалған яраның әрнеүе үҙемдең күкрәгемде телде, һыҙланыуҙан аҡылымды юғалтып мин уға ташландым.
Ҡулдарым уның сикәһен һыйпаны ла уларҙың йылыһын хәтеренә төшөрҙө. Бармаҡтарым сәстәренә ҡағылғайны – һәр күҙәнәге уларҙың наҙлы йомшаҡлығын таныны. Ирендәрем уның күҙҙәренең төпһөҙ ҡоҙоғонан татырлы тамсыларҙы ҡомһоҙланып эсте. Тәнемдең уны таныған һәр бер күҙәнәге: «Был ул, ул бит!!!» – тип кинәнде. Бер ниндәй аҡыл да ул ләззәт дауылын тыйып, туҡтатып ала алмай ине инде. Мин юғалтҡан бәхетемде ҡабат таптым. Шунда ғына мин ул юғалтыуҙың дәүмәлен төшөндөм. Төшөндөм дә ҡысҡырып илап ебәрҙем.
– Әсәйең башымды күкрәгенә терәй ҙә, икәүләшеп илайбыҙ. Илайбыҙ ҙа илайбыҙ. Ул минең янға, больницаға иң тәүҙә килеп етте. Әсәйем менән атайымдан да алдараҡ. Көнө-төнө эргәмдә ултырҙы. Беҙ өҙлөкһөҙ һинең турала һөйләшәбеҙ. Ул һинең бәп-бәләкәс саҡтарыңды, тормошоңдағы мин белмәгән мәлдәрҙе иҫенә төшөрә. Мин икәү бергә булған саҡтарҙы. «Үҙ-үҙеңә ҡул һалып мине иң һуңғы йыуанысымдан мәхрүм итергә теләгәнһең», – тип миңә бик рәнйене. «Беҙ икәү йәшәһәк, ул унда үҙен бәхетлерәк тойор», – тип мине өгөтләй торғайны. Ә һин ул ваҡытта тере булғанһың, һин дә ғазапланғанһың. Нишләп һин айырым, үҙең генә ғазапланырға иттең? Аңламайым, аңлат миңә!
– Һушыма килеп, хәлемде белгәс тә һине уйланым. Шунда уҡ йәлләү ҡатыш ытырғаныу тулы ҡарашың күҙ алдыма килде. Әле бөгөн, ишек төбөндә торғаныңда мин һине тәүҙә таныманым: ифрат та нәзәкәтле ханымға әйләнгәнһең. Екһенеү ҡатыш йәлләп ҡарауыңдан ғына таныным.
Нимә тиһең. Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ! Минең ҡаушап өнһөҙ ҡалыуым Хәйҙәрҙе кинәндерә.
– Ҡайһылай һәйбәт беләм мин һине, эйе бит! – тип дауам итте ул. – Юҡ, һин минән баш тартмаҫ инең. Тешеңде ҡыҫып, геройҙарса үҙеңде ҡорбан итер инең. Ә мин һинең бәхетһеҙлегеңде күреп үртәлеп ятыр инем.
– Ярар, һин мине беләһең, ти. Ярар, мин ысынлап яратырға һәләтле лә түгелмен икән. Ә ни өсөн һин әсәйең хаҡында ла шулай уйланың? Ҡайғынан гүргә кергән әсәйең хаҡында...
Хәйҙәр тештәрен шығырлатып, урттарын сәйнәп оҙаҡ ҡына өндәшмәй ятты.
– Хәсрәт күрмәгән иркә бисә, һин аңлайһыңмы ни кеше хәлен, тип үртәлде. – Үлемдең йәшәүгә ҡарағанда ләззәтлерәк булған мәлдәрен белерлекһеңме?!
Әле ул үлеп ҡотолған. Әгәр мин күҙ көйөгө булып янында ятһам, ул хатта үлергә лә ҡыймаҫ ине, форсат тапмаҫ ине.
Ғүмер буйы кеше ярауын түгеүҙән бушатмаған ниндәй аяуһыҙ яҙмыш һуң ул... Йылдар буйы өлкән кешенең ярауын түгеү генә лә... Ғәфү ит, һиңә былары ят нәмә.
– Һип мине елбәҙәк күбәләк, еңел-елпе бисә тип уйлайһың. Ә, бәлки, мин һинең был медсестраларыңдан бер ҙә кәм түгелмендер. Мин дә үлеп терелдем, белгең килһә! Һин үлгәс, минең дә йәшәгем килмәгәйне. Ярһыйым. Туҙынам.
– Сигенергә урының ҡалмаһа, һин тешләшә башлайһың. – Хәйҙәрҙең тауышы тағы тыныс.
– Ә һин ғүмер буйы мине ыҙалайһың, һәр ваҡыт! – Үҙемә үҙем шул тиклем йәл булып киттем. Күҙемдән йәшем сорлап аға башланы. Аға ла аға. Һөрткө лә килмәй. Илауы шул тиклем рәхәт.
Хәйҙәр мине йәлләргә уйламай ҙа, күҙҙәрен көлдөрөп ҡарап тик ята. Ул элек тә шулайта торғайны. Ҡулдары менән яңағына таяна ла. Ҡулдары менән... Илауҙан шып туҡтаным.
– Ила, ила, – ти ул. – Дауам ит. Һинең илауыңа ҡарап ултырыу шул тиклем күңелле. Хатта матур...
Тағы илайым. Тик был юлы әрнеп үкһейем.
– Бала-саға... Елбәҙәк түгелмен тигән була бит әле, – ти Хәйҙәр. Уның наҙынан күңелем бөтәйә.
– Ҡатын-ҡыҙ елбәҙәк булырға тейеш инде ул, – тигән булам, мырш-мырш танау тартып.
– Нишләп тейеш?
– Елбәҙәклек – шампан шарабының күбеге кеүек. Күбекһеҙ шампанский булмай бит инде.
– Ҡайҙан уҡының?
– Әллә ишеттем, әллә үҙем уйлап сығарҙым, иҫләмәйем инде.
– Үҙеңә файҙа булғанды ғына иҫләп, ҡалғанын оноторға оҫта инде һин. – Хәйҙәр һынап ҡарап торҙо ла кинәт кенә:
– Тынысландыңмы? – тип һораны. – Тыңла, улайһа.
...Үҙең беләһең, атайым ун бер йыл буйы түшәктә ятты.
Уның кисергәнен ул да, уны ҡараған кеше генә беләлер. Шулай ҙа ул тормошҡа сытырман йәбешеп ятты. Үҙенә тәтер-тәтемәҫ ҡыуаныстарҙы өҙөп-йолҡоп булһа ла алып ҡалырға тырышты. Кеше көнлөләргә хас булғанса, ул ифрат ғәрсел, рәнйеп барыусан, ныҡ шиксел булды.
Үҙе өсөн өлтөрәп торған әсәйемдең ихласлығына ла ышанмай ине атай. Үлгәс, туғандарына яҙған васыятын уҡыныҡ: «Үлеп китһәм, нисек кенә булмаһын, больницаға алып барып ярҙыртығыҙ. Вазифа ағыулап үлтермәһен тип ҡурҡам», – тигән. Шунда ғына үҙенә биргән һәр ризыҡты иң тәүҙә миңә ауыҙ иттереүенең серен төшөндөм.
Әсәйемде шул тиклем ҡыҙғана, һәр һүҙенән сөй табып бәйләнә торғайны. Ул саҡ ҡына оҙаҡлаһа, ҡурҡыныс итеп ярһый. Уны хатта әхирәттәре, күрше-күлән менән дә аралаштырмаҫҡа тырышты.
Һөйләгәндәремә ышаныуы ҡыйындыр, сөнки бөтә кеше уны итәғәтле, йомшаҡ һүҙле, алсаҡ тип белә. Хатта ил ағаһы тип йөрөттөләр.
Донъялағы хәлдәргә уның кеүек хәбәрҙар, уҡымышлы, осҡор аҡыллы кешене үҙебеҙҙең ауылда, ысынлап та, мин белмәйем. Сир бына шундай кешенең дә тәнен генә түгел, холоҡ-фиғелен дә ғәрипләй икән. Ул бит үҙенең генә түгел, беҙҙең тормошто ла ғазапҡа әйләндергәйне. Ирекһеҙҙән йыш ҡына: «Ошолай йәшәгәнсе үлеп ҡотолоу яҡшыраҡ түгелме икән?» – тигән ҡурҡыныс фекер башыма килә лә үҙ-үҙемде әрләп йөрөй торғайным.
* * *
Хәйҙәр уйға батты. Мин һәр ваҡыт уларҙың сынъяһау итен йыйыштырылған өйөн, тәҙрә төбөндә йәйен-ҡышын сәскәлә ултырған гөлдәрен күҙ алдына килтерәм, һәр ваҡыт таҙа итеп кейенгән, ҡырынған, хушбый еҫе аңҡытып торған атаһын күрәм. Уның йөҙөндә гелән мөләйем йылмайыу ине. Һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Әсәһе лә көләс, күңелсәк. Мин һәр ваҡыт улар хаҡында, ҡайһылай бәхетле ғаилә, тип уйлай торғайным.
Хәйҙәр ҙә ҡараңғылыҡҡа төбәлгән. Уның да күҙ алдынан бала сағы үтәлер. Бер үк ваҡиғалар кеүек, әммә икебеҙҙең ҡабул итеүебеҙ араһында ер менән күк. Ғазап даръяһы. Тормоштоң уңы менән тиҫкәреһе. Әммә минең тиҫкәрене лә улай ҡурҡыныс итеп танығым килмәй. Мин барыбер йәшәйештең һауыҡтырғыс ҡеүәтенә ышанам. Ышанысымдың иң ҙур дәлиле булып, ҡаршымда Хәйҙәр үҙе ята.
– Ә һин үҙең ошо хәлдә лә йәшәйһең дә баһа, тип әйткең киләме? Ул миңә ҡыҙыҡ итеп ҡарай. Мин һозлап илар мәлдәрҙә лә уның тыныс ҡалыуы шундай шомландырғыс.
– Афған өҫтөнән самолетта осоп барғанда, бигерәк тә төндә, үҙеңде табут эсендәге кеүек тояһың. Үлем һине һәр яҡлап һағалай. Юл туп-тура ҡәбергә илтә.
Душмандарҙа американдарҙың «стингер» ракетаһы күбәйгәс, бындай үлемдәр бигерәк тә йышайҙы. Шулай ҙа ул көндө тәғәйен урынға имен-аман барып еттек. Ергә һикерҙек. Тик минең парашют асылманы. Баҡа кеүек лап итеп барып төшкәнемде хәтерләйем. Шул арҡала ғына тере ҡалғанмын. Парашют менән төшкән һәр бер десантсыны «дух»тар автоматтан атып торған.
Ташкентта госпиталдә иҫемә килдем. Йәшәргә һис теләгем юҡ. Ҡуҙғала башлағас, тумбочка өҫтөндә ятҡан бысаҡты тешләп венамды астым. Тағы алып ҡалдылар үлемдән. Иҫ белә башлағас, мине киҫәктәргә йыйын, ямап, ҡоршап ҡуйған ҡарт профессор яныма инде. Балаһы кеүек итеп ҡосаҡлап, үкһеп-үкһеп иланы ул. «Бына ҡырҡ көн инде тормошомдоң мәғәнәһе һин, улым. Күңелемә яғылдың. Етем итмә мине», – тип һамаҡланы. Үткән һуғышта ғаиләһен юғалтҡан, шунан бирле толҡа таба алмай, Ер йөҙөндәге бер һуғыштан икенсе һуғышҡа йөрөгән бәхетһеҙ әҙәм балаһы булып сыҡты был изге кеше.
Бына шулай ғүмер һөрәм. Янымдан кеше өҙөлмәй. Хатта баш врач та йыш инә. Хәсрәтен-ҡайғыһын һөйләй. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән, һарыға һабышҡандарҙы минең янға һалалар. Ҡарап торһаң, робот-психотерапевт кеүекмен инде.
– Һин барыһын да йыуатаһың, һеҙҙең ҡайғы миндә булһын ине, тиһең...
– Башҡа бер ниндәй ҙә дәлил ярҙам итмәгәндә әйткеләйем. Ғөмүмән, кешенең тиреһе үтә йоҡа. Күңелен китеүе лә еңел. Ниңәме? Үтә күпте теләгәнгә. Ә һәр бер теләктең юлдашы – әрнеү. Теләгеңә ынтылаһың, ә тормош ағымы һиңә ҡаршылаша, туҡмай – ауыртынаһың.
Ә һеҙ һәр ваҡыт ниҙер теләйһегеҙ. Тере кеше шулайҙыр инде. Юғалтыуҙарҙан дер ҡалтырайһығыҙ. Шул ҡурҡыуҙар сиргә һабыштыра, фажиғәләргә килтерә. Тағы әрнеү, тағы һыҙланыуҙар. Минең иһә теләгем дә, хыялым да, ынтылышым да юҡ. Мин үҙемде бөтәһен дә юғалтҡаныма ныҡлап күндерҙем. Шунан бирле бер генә ауыртыныу ҙа тоймайым. Сөнки тормош мине урап үтә.
– Ағымды ярып торған ҡая кеүекһеңме?
– Ҡая ҡаршылаша бит. Һыу ыңғайына елберләгән ҡыу ҡамыш тиһәң, отошлораҡ булыр.
– Ул бит серей...
– Ҡәҙерен белгән кешегә тәбиғи үлемдән дә татлы нәмә юғын аңлар осон һин үтә бәхетлеһең, Райхан.
Ниһайәт, ул исемемде әйтте. Үҙенсә, матур итеп. Ә шулай ҙа миңә уны тыңлауы ҡурҡыныс.
– Кешеләр һинән көс-ҡеүәт алыр өсөн килә, һинең йылыңда имшей, һинән нур алған кеүек, тип өгөтләйем.
– Юҡ, мин үҙемде йыуынты һыу соҡоро кеүек тоям. Кеше миңә бар ғазабын бушатырға инә. Үҙемдең тормошом булмағанлыҡтан, мин, әйтерһең дә, ул кешенең үҙенә әүереләм. Уның игеҙәге кеүекмен. Кешеләр бит шундай яңғыҙ. Шундай ярҙамһыҙ. Мин уларҙың зарын тотошлайы менән йотам. Физикалағы «ҡара тишектәр» кеүек, иҫләйһеңме? Шуның өсөн мине яраталар. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ. – Хәйҙәр минең көнсөллөктө белә, шуға юрый үсекләй.
– Үле ҡыяҡ, – тип мыҫҡыллайым. Ауыртыуҙы һиҙмәй, имеш. Ә ни өсөн мине күреү менән һуштан яҙҙың? Саҡ аяҡ һуҙманың. Фәрештәләрең көскә алып ҡалды.
– Үҙем дә аптыраным. – Ул ысынлап та аптырай. – Үҙ үҙеңде белеп булмай икән...
– Кипкән ҡаҙыҡты уңдырышлы ергә ҡаҙаһаң, көтмәгәндә ул япраҡ яра. Шуның кеүек...
– Юҡ, өҙөлмәй ҡалған иң һуңғы ҡыл шартлағандыр, моғайын.
Минең улай тип уйлағым килмәй. Уны япраҡ ярҙырғым килә. Көсһөҙлөгөмә асыуланып уның эргәһенән тороп китәм. Уны әрнеткем килә: илаһын, ярһыһын, битараф булмаһын ине. Мине элеккесә яратһын ине. Элеккесә...
– Гонаһтар өсөн фанилыҡта яуап бирергә кәрәк тиҙәр бит. – Хәйҙәрҙең тауышының һалҡынлығы йөрәгемә килеп сәнсә. – Ғәҙәти тормошта кеше үлтереүселәргә үлем язаһын ҡайһылай ярһып талап итәбеҙ. Ә ниңә һуғышта үлтергәндәрҙе аҡлайбыҙ, хатта маҡтайбыҙ. Мин бит һуғышта бик күп кешенең йәнен ҡыйҙым. Шуның өсөн миңә орден бирҙеләр. Ә беләһеңме, кеше һуйыу – сусҡа салған кеүек. Имәнес, әммә күнегәһең.
– Һин бит врач булырға тейеш инең. Институттың икенсе курсынан Афғанға олағырға кем ҡушты һиңә? – тип асырғанып тимер карауатҡа һуғам. Беҙ бит шул тиклем бәхетле инек. Мин һине ҡайһылай яраттым.
– Унда һуғыш барғанын белгәйнем. Шуға ашҡындым. Илдең хәлен хәтерләйһеңдер. Брежнев хакимлығының һуңғы йылдарындағы һаҫыҡ һаҙлыҡты... Шунда тонсоғоп йәшәгәнсе, утта яныуы һәйбәтерәк тигән тойғо алып киткәндер. Ысын ирҙәрҙе осратырмын тип тә өмөтләндем. Ялған тормош, меҫкен кешеләр шул тиклем ялҡытҡайны...
– Үҙен ир тип тойор өсөн ир-атҡа мотлаҡ һуғыш, ҡан ҡойош кәрәк инде, – тип туҙынам.
– Ә үҙегеҙҙе ҡатын-ҡыҙ тип тойор өсөн һеҙҙең эргәгеҙҙә мотлаҡ ир булырға тейеш инде. – Хәйҙәр көлә.
– Теләһә ниндәй ир түгел. Ҡатынын ҡол да, алла ла итә алырлығы ғына. Ә ундайҙар юҡ. Башҡалар йә ҡол йәки илаһи йән генә итә белә...
– Ә һине ирең бик ярата...
– Ҡайҙан беләһең?
– Үҙем хасил иткән аҫылташ бит һин, Райхан, һинән бөркөлгән һәр бер нур ҡыяғын беләм кеүек. Тик һәр саҡ яңылышам, яңыса балҡыйһың, һине асыҡ китап кеүек уҡый алам, әммә унда һәр саҡ миңә таныш булмаған биттәр осрай. Бер ҡаршылыҡһыҙ күңелеңдең барлыҡ шырлыҡтарына, упҡындарына, шарлауыҡтарына сәйәхәт ҡылам, тик һәр саҡ аҙашам.
Ҡолаҡтарыма ышанмай йөҙөңә текәлгәнмен, һинең ауыҙыңдан сығамы был һүҙҙәр, Хәйҙәр?!
Күҙҙәрең мөлдөрәп көлөп торған ҡара рауза гөлө. Һәр ваҡыт, һәр саҡ миңә шулай ҡараһаң ине һин?!
– Мин хушлашам һинең менән, Райхан. Таң һыҙылғанда уянайыҡ. Төнгө һаташыуҙар еңелерәк онотола, – ти Хәйҙәр.
– Минең һинең яныңда булғым килә. Киткем килмәй минең. Ҡыумаһаң ине, – тип ялбарғым килә. Әммә уның ашығып-ашығып арабыҙға боҙ ҡәлғәһен ҡорғанын тоям.
– Иҫәрләнмә. Хәйҙәрҙең тауышы ҡәтғи, хатта уҫал. – Алма кеүек балаларың, өҙөлөп торған ирең бар. Улар юғалтҡандыр. Ҡайт.
Уларҙы онотҡаным юҡ. Иремдең яратып, аңлап баҡҡан һөйкөмлө ҡараштарын күҙ алдыма килтерәм дә үҙәгем өҙөлә. Йәнемде уртаға телер инем. Ә шулай ҙа:
– Киткем килмәй. – Мин Хәйҙәргә кәрәгерәкмен кеүек. Әлегә мин шуны ғына беләм, шуны ғына ҡабатлайым. Күңелемдән генә: «Мине ҡол да, Алла ла итәһе кеше ул һин генә бит, Хәйҙәр», – тип ҡысҡырам.
– Теләктәрҙе үлтереү ҡыйын түгел, – тауышы хисһеҙ, төҫһөҙ.
– Юҡ, ауыр, ғазаплы!
– Ғөмүмән, үлтереүе еңел. Күнегергә генә кәрәк. Ул минән торған һайын алыҫлаша. Арабыҙға ҡорған диуарынан үрелеп-үрелеп ҡарайым. Саҡ-саҡ күрәм.
– Мин тағы килермен! Хәйҙәр! – Йәш аралаш бышылдап ҡысҡырам, һүҙҙәрем һиңә барып етерме?!
– Мин көтмәм. Хуш.
Ул күҙҙәрен йомдо. Йөҙө үлек. Ул үлтереп өйрәнгән.
...Госпиталдән сыҡтым. Тар ғына һуҡмаҡ буйлап ҡара көҙҙөң алһыу таңына таба барам. Үҙемә юлдаш итеп доғамды алдым, һөйөүем доғаһын. «Әй, Хоҙайым! Мин ялбарам һинән: ул мине яратһын! Уның мине яратыуын теләйем. Ысын яратыуҙың ғазаплы ләззәтен татып кинәндер уны, әй Аллам!
Мине оноторға теләп ҡырталашһа, тыңлама уны, Хоҙайым. Мине һыйындырған мөйөш, мине әйҙәп уның янына алып барған көҙ, көҙгө ямғырҙың һәр бер тамсыһы, һәр бер тамсының меңәр ярсығы хәтерендә мине яңыртып тик торһон. Ирендәре ирендәремде һағынһын, һәр күҙәнәге ҡулдарымдың наҙына шатланһын. Йөрәге минең йөрәгемдең ауазын ишетәм, тип зарыҡһын. Әрнет уны, терелт уны, йәшәт уны, әй илаһым!
Ул мине яратһын! Ул яратһын мине, йә Хоҙа!»
Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.