Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Июнь , 17:34

Байышта - "Үҫәргән тәүарихы"

Бөгөн Байыш ауылында районда уҙғарылған бренд саралары бәйгеһе сиктәрендә, “Үҫәргән тәүарихы” байрамы үтте.

Муса хәҙрәттең тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған сараның  ошолай аталыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Был хаҡта сараны асыу тантанаһында ойоштороусыларҙың береһе, Өфө ҡалаһынан ҡайтҡан Ғилман Мөхәмәтйәнов аңлатып үтте. Баҡһаң, бөгөн Башөортостан Республикаһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми тикшеренеү институтында һаҡланған “Үҫәргән тәүарихы”н Муса хәҙрәт – Айтуғанов Муса Мөхәмәтйән улы (1824-1888 йй) бер нисә нөхсәлә күсереп яҙып, таратҡан. Шулай тарихтың һаҡланып ҡалыуына булышлыҡ иткән.

***

Байрам саралары ауылдың обелискыһы янында Хәтер һәм ҡайғы көнө уңайынан ойошторолған митинг менән башланды. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, яу яланынан ҡайтып вафат булған яугирҙәр, тыл хеҙмәтсәндәре бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Улар хөрмәтенә ҡуйылған, исемдәре мәңгеләштерелгән обелискыға венок һәм сәскәләр һалынды.

***

“Хөснөтдин баҡсаһы” – Байыш мәктәбе янында урынлашҡан, ауыл халҡының яратҡан урыны. Сара шунда дауам итте. Бында Байышта тыуып-үҫеп, Салауат ҡалаһында йәшәгән Иҙел Хәлимов ауылынан сыҡҡан ғалимдар менән таныштырып, үҙенең тап ошо сараға арнап ижад иткән поэмаһын уҡып ишеттерҙе.

***

Төп саралар иһә мәктәп янындағы спорт майҙансығында дауам итте. Әйткәндәй, ойоштороусылар урынды бик уңышлы һайланған – ул амфитеатрҙы хәтерләтә ине. Тамашасылар рәхәтләнеп күләгәлә, еләҫ урында ултырҙы, ә сәхнә - бар яҡтан да асыҡ күренеп торҙо.

Шунда уҡ йәрминкә лә, күрәргәҙмә лә ойошторолғайны. Сәхнәләге сығыштар иһә төрлө уйын һәм конкурстар менән үрелеп барҙы. Ауылдаштары алдында биләмәнең таланттары сығыш яһаны. Район башлығы Дәмин Юланов та байыштарҙы байрам менән ҡотлап, бындай сараларҙың үткәреүҙең әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Сара тураһында тулыраҡ – гәзиттең киләһе һанында.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: