Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Август , 09:46

Ҡәберлектәр кәртәләнде

Абзан ауылының “Зөләйхә” мәсете йыйылған хәйер-саҙаҡаларҙы изге эшкә йүнәлтте.

Ҡәберлектәр кәртәләнде
Ҡәберлектәр кәртәләнде

Өлкән быуын кешеләре һөйләүе буйынса, борон баҫҡынсылар хәҙерге Ырымбур өлкәһе яғынан ҡасып килеүсе ололарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ҡыуып етеп, үлтергәндәр. Мөхәмәтйән ауылы халҡы мәрхүм булған 350-ләп кешенең кәүҙәһен йыйып алып, ике урында ерләгәндәр. Был тирәлә таш ҡатламы өҫтә генә булғас, тупраҡты ситтән ташып күмгәндәр. Шулай итеп бында ҡургандар барлыҡҡа килгән. Был Мөхәмәтйән ауылынан ун саҡырымдай алыҫта урынлашҡан Яҙғы йорт тигән ерҙәге уба “Мәйеттәр ҡыуағы” тип йөрөтөлә. 11 майҙа ойошторолған өмәлә ошо ҡәберлектәр, кургандар яңынан кәртәләп алынды.

Был маҡсатта алдан Абзан ауылы “Зөләйхә” мәсетенә йыйылған 70 мең һум хәйер-саҙаҡа менән Өфө ҡалаһында йәшәгән ауылдашыбыҙ Рәхим Мәһәҙиев биргән 100 мең һумға тимер бағаналар, һайғауҙар, тимер ҡалайҙар, цемент һәм башҡа төҙөлөш материалдары һатып алынғайны. Шулай уҡ Мөхәмәтйән зыяратын кәртәләгәндән артып ҡалған материалдар ҡулланылды.

190 метр оҙонлоғонда булған ике ҡәберлектә кәртәләү күтәрелеп, буялды. Был эштәрҙе Мөхәмәтйән ауылы мәсете имамы Рәүеф Аҙнабаев, ауыл егеттәре Динислам Буранғолов, иретеп-йәбештереүсе Заһит Даутов ауыл старостаһы Дамир Иҫәнов һәм аталы-уллы Сәлим һәм Самат Фәйзуллиндар башҡарҙы. Дүрт көн дауам иткән эштәр тамамланғас егеттәрҙән: “Башҡарған эшегеҙ өсөн күпмешәр түләйем?” – тип һораным. Улар бөтәһе бер тауыштан: “Беҙ Аллаһының ризалығы өсөн эшләнек, мәрхүм шәһиттәр тыныс ятһын, һауаптары насип булһын!” – тине.

Бик борон монгол-татарҙарға ҡаршы яуға сыҡҡан башҡорт батырҙары шәһит булып, хәҙерге Әбүләйес ауылы эргәһендә ошо ете батырҙы ерләгәндәр. Үткән йылдың 2 сентябрендә ауылдың ир-егеттәре ошо ҡурған-ҡәберлекте кәртәләү буйынса өмәгә сыҡты. Дим Яубаҫаров, Әбүләйес ауылы мәсете имамы Фәррәх Бикбаев, ауыл егеттәре Рәшит Кинйәғолов, Сәғит Рәхмасов, иретеп-йәбештереүсе Варис Бикбаев һәм уның улы Артур, Илһам Мусин һәм улы Байрас, Борис Яубаҫаров, Фәнис Аҡбутин ҡатнашлығында ике көн эсендә 65 м оҙонлоғонда булған кәртәләү күтәрелде. Тимер бағаналар, һайғау-кәртәләр, тимер ҡалайҙар һәм башҡа төҙөлөш материалдары һатып алыу өсөн Абзан ауылы “Зөләйхә” мәсетенә йыйылған 110 мең һум аҡса тотонолдо. Аллаһы тәғәләнең ризалығы өсөн тип хәйер-саҙаҡа биреүселәргә, шулай уҡ кәртәләү эшләүселәргә сауаптары насип булһын.

Әхмәт-Булат хажи, “Зөләйха” мәсете имамы.

Абзан ауылы.

Автор:
Читайте нас: