Республикала бынан өс йыл элек барлыҡҡа килгән “Атайсал” проекты ауылда тыуып-үҫкәндәргә кесе Ватаны мәнфәғәтендә изге эштәр башҡарыуға этәрҙе. Һөҙөмтәлә, күп ауылдар күркәмләнде, үҙгәрҙе: халыҡтың берҙәм көсө менән мәсеттәр төҙөлдө, шишмәләр төҙөкләндерелде, спорт һәм балалар майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Быйыл Үрге Муйнаҡта үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында ла шулай, ошо ауылда тыуып үҫкәндәрҙең тырышлығы менән төҙөлгән мәсет ишектәрен асты. Был төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергәндәр араһында Өфө ҡалаһынан Гөлнур Ғөбәйҙуллина ла бар.
Бынан алты йыл элек ул атаһының тыуған ауылы Ҡырғыҙ Муйнағында иман йорто төҙөтөү ниәте менән яна башлай. Биш-алты йорттан ғына торған ауылда мәсет төҙөү урынһыҙ икәнен аңлатһалар ҙа, Гөлнур Фәһим ҡыҙы уйынан ҡайтмай, күңелендә йөрөтә. Шуға ла тыуған ауылы Үрге Муйнаҡта иман йорто төҙөйәсәктәрен белгәс, бик шатлана. Мәсет һалыуҙың һәр этабында аҡсалата ярҙам күрһәтә. Яңы иман йортоноң иҙәненә лә ул һатып алған затлы балаҫтар түшәлә.
– Мин хәйриәлек менән күңел ҡушыуы буйынса шөғөлләнәм. Барыһы ла йөрәк әмере буйынса эшләнә, – ти яҡташыбыҙ.
Үрге Муйнаҡ ауылында тыуып-үҫкән Гөлнур Фәһим ҡыҙы урта мәктәпте тамамлағас, мәҙәниәт техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, 25 йыл дауамында кешеләрҙең байрамдарын йәмләй: тамада булып йөрөй. Бынан тыш инде 20 йыл хәйриәлек менән шөғөлләнә. Ҡасан һәм кемгә нисек ярҙам итеүҙәрен ул барыһын да хәтерләмәй ҙә. Даими рәүештә ҡорбан салдырып, мохтаждарға тарата. Уның аҡсалата ярҙамын тойоусылар ҙа күп. Тыуған ауылындағы мәҙәниәт усағында капиталь ремонт барғанда ул аҡсалата ярҙам күрһәтә.
Үрге Муйнаҡтың илһөйәр ҡыҙы – Гөлнур Ғөбәйҙуллинаның тыуған яғы, кешеләр өсөн изге эштәр башҡарыуы тик һоҡланыуға, маҡтауға лайыҡ. Шундай кешеләр барҙа ауылдар тик күркәмләнәсәк һәм артабан йәшәйәсәк.
Айнә Иманғолова.
Фото шәхси архивтан.
Даян Атнағолов, Муйнаҡ ауыл биләмәһе башлығы:
– Ҡырҙа йәшәүсе ауылдаштарҙың матди ярҙамы булмаһа, беҙ мәсет төҙөү кеүек был ҙур эште атҡарып сығара алмаҫ инек. Айырыуса Гөлнур Ғөбәйҙуллинаның ярҙамы ҙур булды. Ошондай ауылдаштарыбыҙ барында рәхәтләнеп эшләргә була.