- Беҙҙә даими рәүештә 2,175 миллион кеше физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был республика халҡының 60 проценты тиерлек.
- 2018 йылда спортты финанслау 4,4 миллиард һум тәшкил итһә, хәҙер 10,2 миллиард.
- Башҡортостанда 13 363 спорт ҡоролмаһы бар. Объекттар һаны буйынса беҙ Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән ҡала 3-сө урында торабыҙ.
- Былтыр бер нисә ҙур спорт объекты асылды, улар араһында Өфөлә ябыҡ футбол манежы, Шаран, Борай, Бүребай Ауылдарында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, Аҡъяр ауылында бассейн, Октябрьскийҙа боҙ аренаһы, шулай уҡ Өфөлә Өлфәт Мостафин исемендәге бр спорт әҙерлеге үҙәге.
- 2024 йылда уларға Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, Көрәш һарайы һәм Фехтование үҙәге һ.б өҫтәлә.
- Тағы ла 11 ҙур спорт объекты төҙөлөшө дауам итә. Мәҫәлән, Өфөләге «Бал» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Октябрьскийҙағы бассейн һәм Стәрлетамаҡтағы «Алға» спорт комплексы.
- 2023 йылда республика спортсылары 3 382 миҙал яуланы.
- 2023 йылда 759 спортсы һәм тренер ҙур ярыштарҙа еңеү өсөн 44,7 миллион һум күләмендә түләү алған.
- 2020 йылдан Рәсәйҙә беренсе булып Башҡортостанда «Ауыл тренеры» проекты старт алды. Программа буйынса ауыл тренерҙары 1 миллион һум түләм ала.
10. Бөгөн «Ауыл тренеры» программаһы, иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе булараҡ, илдең 20-нән ашыу төбәгендә индерелгән.