Рафиҡ Ноғоманов, Иҫәнғол ауылы:
– “Путь Ленина” колхозының (үҙәге Абзан ауылы) элекке комсомол ойошмаһы секретары, комсомолдың Ейәнсура район комитеты ойоштороу бүлеге мөдире булдым. Юғары сәйәси училище һәм умартасылыҡ училищеһын тамамлағас, район партия комитеты: “Олоғайғас та умарталыҡта эшләп өлгөрәһең”, – тип колхозға эшкә ебәрҙе. Йәштәр менән эшләүе күңелле булды. Барыһы ла дәртле, ихлас. Һәр ауылда комсомол йыйылыштары, өмәләр, ярыштар, клубтарҙа концерттар, уйындар ойошторола ине. Ә район кимәлендә комсомол пленумдары үтә ине. Йәштәр комсомол путевкаһы менән уҡырға инде, йә ҡырға эшкә юлланды. Һөнәре буйынса, йә профсоюз, партия эшендә профессиональ кимәлдә үҫте. Бер-береһе менән танышып, ғаилә ҡороуҙарҙа еңел булды. Иң мөһиме – комсомол йәштәре эшме, өмәме, эскерһеҙ эшләне. Татыу, көслө бал ҡорто ғаиләһе кеүек, геүләп, гөрләп йәшәне комсомол!
Гөлсинә Ҡунысбаева, Ҡужанаҡ ауылы:
– Йыл да был көндә тәрән хәтирәләргә бирелеп, йәшлеккә ҡайтып әйләнәм. Яңы уҡып ҡайтып, “Победа” колхозында баш бухгалтер урынбаҫары булып эшләп йөрөгәндә, мине колхоздың комсомол ойошмаһына секретарь итеп һайлап ҡуйҙылар. Шулай ике эште бергә алып барҙым. Оҫта ойоштороусы, партия ойошмаһы етәксеһе П. Евстифеев ҡулы аҫтында эш башланым. Колхоздағы өс ферманың, МТМ-ның “Ҡыҙыл мөйөш”тәренә көн дә яңыртып мәғлүмәттәр яҙып элеү, комсомолец-тракторсы, шофер, һауынсылар араһында социалистик ярыштар ойоштороу, алдынғы комбайнсыларға йондоҙҙар беркетеү, күсмә флажоктар тапшырыу... Биш көнлөк эш һөҙөмтәһен һәр комсомолец ҡыҙыҡһынып көтөп ала торғайны. Ә фермаларға, МТМ, ырҙын, ялан-баҫыуҙарға йөрөп политинформация үткәреү, концерттар менән сығыш яһауҙар. Хәҙер барыһы ла һағындырып иҫкә төшә.
Комсомолецтарҙан ғына торған төҙөлөш-ремонт бригадаһы бик әүҙем эшләне. Йәштәр ситкә китмәне, ғаилә ҡорҙо, өй күтәрҙе. Уларға колхоз ныҡ ярҙам күрһәтте. Ҡайҙа эшләһәләр ҙә алдынғы йәштәрҙе туристик путевка йә башҡа ҡиммәтле бүләктәр менән ҡыуандырҙылар. Колхоздан-колхозға эстафеталар, “переходящий вымпел”, “взаимопроверка”, тип альбом, транспаранттар әҙерләү, йыр-бейеү, икмәк-тоҙ менән ҡабул итеп, артабан тапшырыу... Хәҙерге һымаҡ сағыу яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары булһа, эх, рәхәтләнгән булыр инек.
Комсомол эшен партия комитетында баһалай торғайнылар, ә эш боҙғандарға комсомол йыйылышында “яза” бирҙеләр.
Беҙҙең менән бер булып эшләгән Т.Әбделмәнов, Р.Сарбаев, Абдуллин, Сәүиә апайҙы һәм башҡа комсомол ойошмалары етәкселәрен һағынып иҫкә алам. Аҙнабай Бәҙәмшин һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙҙы. Кемебеҙ бар, кемебеҙ юҡ инде хәҙер. Үҙебеҙҙең быуынды Комсомол байрамы менән ҡотлайым. Күп йылдар үтһә лә комсомол заманының дәрте-дарманы һүнмәһен, һүрелмәһен!