Был бер ҙә осраҡлы түгел. Сөнки үргендәрҙең һәр табындың йәме, тәме булған, үҙенсәлекле рецепт менән бешерелгән картуф бәлешенең даны тотош республикала билдәле. Был хаҡта байрамда ҡатнашҡан район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов та әйтеп үтте:
- Һәр биләмәнең бренд булырлыҡ йүнәлештәрен асыҡлау, уны башҡаларға танытыу йәһәтенән конкурс үткәрергә ҡарар иткәс, бер нисә биләмә башлығы уйлап та тормай, темаһын атаны. Шуларҙың береһе – Салауат Сәми улы. Ысынлап та, ауылдарҙа ниндәйҙер йолалар бар икән, беҙ уларҙы һаҡларға һәм иң мөһиме, киләсәк быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Бәйгенең маҡсаты ошоға ҡайтып ҡала ла инде.
Ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлығына мәҙхиә йырлаған “Бәлеш-фест”тан, моғайын, биләмәнең бер генә гүзәл заты ла ситтә ҡалмағандыр. Һәр округының уңғандары берләшеп иҫ китмәле табындар әҙерләгәйне. Улар бешергән бәлештәрҙең эслеге, биҙәлеше буйынса төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамашты! Тәмлекәстәрҙе самауар сәйенә ҡушып ауыҙ итергә лә мөмкин ине.
Ә сараның үҙәгендә, әлбиттә, “Үрген бәлеше”! Ниндәй һуң ул бәлеш, башҡа картуф бәлештәренән нимәһе менән айырыла?! Моғайын күптәргә, шул иҫәптән комиссия ағзаларына ла, ошо һорау тынғы бирмәне. Һүҙҙе ағинәйҙәр алды:
- Был бәлеш беҙҙең табындарҙа ныҡлы урын алыуына, беренсенән, уның тиҙ әҙерләнеүе, икенсенән, уны бешереү өсөн бөтә кәрәк нәмәнең йыл әйләнәһе булыуы сәбәпселәр, – тип “Үрген бәлеше” серҙәрен һүҙҙә генә түгел, эштә лә – оҫталыҡ дәресендә күрһәтте. Ысынлап та, эслек өсөн картуфты сабыу бысаҡ менән турағанға ҡарағанда күпкә тиҙ булып сыҡты. Унан үргендәр ҡунаҡтарға эҫе генә бәлеште ауыҙ итерҙе – был сара өсөн улар “үҙ бәлеше”н махсус рәүештә ҙур итеп бешергәйне.
Сара тамаша залында дауам итте. Биләмәнең һәүәҫкәрҙәренең сығышы тәмле байрамды тағы ла йәмләп ебәрҙе.
- Миңә бөгөн ҡарап йөрөүсе лә, тәмләп ҡараусы ла булдым. Берегеҙҙекен дә айырып билдәләй алмайым. Бөтәгеҙҙеке лә настоящий “Үрген бәлеше!”, – тип һүҙ алды биләмәнең ветерандар советы рәйесе Әкрәм Солтанбаев һәм ауылдаштарына мөрәжәғәт итте. – Арабыҙҙа ветерандар күп булыуы һөйөндөрә. Һеҙ – һәр сараның биҙәге. Әйҙәгеҙ, инде киләсәктә байрам булһынмы ул, концертмы – балаларыбыҙҙы, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе йәлеп итәйек. Лайыҡлы алмаш әҙерләп, йолаларыбыҙҙы ышаныслы ҡулдарға тапшырайыҡ.
Биләмә башлығы Салауат Ейәнбирҙин да ағайҙың һүҙҙәрен ҡеүәтләп, сарала ҡатнашҡан һәр округты татлы бүләктәр менән билдәләп үтте.
Ағинәйҙәрҙән “Үрген бәлеше” рецебы
Эслек өсөн сей картуфты турайбыҙ ҙа, уға 2-3 баш һуған, самалап тоҙ, ҡара борос һалып бутайбыҙ. Эслек әҙер.
Ҡамырын һәр хужабикә үҙенсә эшләй. Мәҫәлән, онға самалап тоҙ, әҙерәк сода (разрыхлитель дә бара), ҡатыҡ йәки кефир, берәр ҡалаҡ май, майонез ҡушып, әҙерәк йылымыс һыу менән йомшаҡ ҡына итеп сөсө ҡамыр баҫабыҙ. Уны ике: ҙурыраҡ һәм бәләкәй өлөшкә бүлеп, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Ҙур өлөшөн табаға һалып, өҫтөнә эслекте һалабыҙ. Һәм иң мөһиме – эслек өҫтөнә мул ғына итеп һыйыр майы һалып сығабыҙ. Шунан ғына өҫтөн икенсе йәймә менән ҡаплап, ситтәрен семәрләп бөрәбеҙ. Инде мейескә оҙатырға ғына ҡалды.
Тәмле булһын!