Күп тә дуҫлашып йөрөмәй, әҙ генә таныш булып та ҡапыл кейәүгә сығып киткәнен уйлап бара Әмилә. Бер ҡарауҙан яратты шул тыныс ҡына, аҡыллы ғына күренгән ирен. Ире лә, ныҡыш булды, бер ҡарауҙан ғашиҡ булдым тип, тиҙләтеп ата-әсәһе менән таныштырып, алып та ҡуйҙы үҙен. Тормош тураһында әллә ни уйланманылар ҙа, бер-береһе өсөн борсолманылар ҙа... Ышандылар, бигерәк ышандылар мөхәббәттәренең таҙалығына, ысынлығына.
Тик бына ҡәйнәһе генә аптырата. Юҡтан йөй табып, биш минут һайын шылтыратып, үҙ ғүмерендә бер-ике генә күргән киленен яманлап ҡыялана. Ире Әмиләне яҡлағандай, тик әсәһенә бер ҙә ҡаршы әйтмәй. “Иң яҡшы ҡәйнәнән дә “ш-ш-ш” тигән өн сыға” тигәнде белә йәш ҡатын, шуға ла артыҡ борсолмай. Шулай булһа ла, әле бына юлға сығыр алдынан ҡаты бәрелгән ҡәйнәһе арҡаһында ире менән һүҙҙәрен ялғай алмай ҡайтып киләләр бит әле. Нимәне яңылыш эшләйем һуң, әллә, улын табып, үҫтереп биргәнгә рәхмәт әйтеп, йылы һүҙҙәр әйтеп ҡарайым микән, тип уйланды ҡатын.
– Нимә уйлап бараһың? – тигәнгә терт итеп ҡалды. – Әсәйҙең ҡаты бәрелгәненә үпкәләнеңме?
– Юҡ та... Үпкәләмәнем, аптырайым бары, – тип әйтә һалды Әмилә, ире үҙенә һүҙ ҡушҡанға ҡыуанып.
– Иғтибар итмә, һиңә уның менән йәшәргә түгел дә инде. Минең менән йәшәргә...
– Шулай ҙа ул... Бер уйлаһаң, һинең әсәйең дә баһа... Барыбер аралашып йәшәргә кәрәк. Әле туй булмаған, матур итеп туйҙы үткәреп ебәрергә кәрәк. Камил, мин нимәнелер әллә яңылыш эшләйем микән, бәлки, мин уға шылтыратып “ҡәйнәм, шундай ул табып, үҫтереп биргәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә” тип йылы һүҙҙәр әйтеп ҡарайымдыр, ә?.. Нишләп өндәшмәйһең? Бәлки...
– Әмилә, туҡта...
– Нимә?
– Ней... – Ире нимәнелер әйтә алмай ыуаланды.
– Нимә булды?
– Ней... Мин уның балаһы түгел бит...
– Нимә?
– Мин уларҙың балаһы түгел. Мине ул тапмаған. Мин детдомдыҡы... Бәләкәй сағымда алғандар үҙҙәренә...
– Алдама!
– Ысын...
– Әй, һин шаяртаһың, ышанмайым... – Ҡыҙ иларға етеште.
– Ундай нәмә менән шаяртмайҙар инде. Уларҙың сәпсим балалары булмаған. Мине алғандар... Өфөнән детдомдан...
Был һүҙҙәрҙе тоноҡ ҡына ишеткән Әмиләнең үҙенән-үҙе күҙ йәштәре субырлай ине.
– Камил, туҡта... Һин алдайһың бит... Эйе, тип әйт, шаярттым, тип әйт...
Машинаһын юл ситенә сығарып туҡтатҡан иренең ҡосағына ауып, оҙаҡ иланы Әмилә. Ирен йәлләп, үкһеп-үкһеп илаған арала: “Ә ысын әсәйең бармы? Ҡайҙа?”– тип һорай алды.
– Белмәйем... Һораманым да... Ташлап киткәстәре кәрәкмәйем инде. Уларҙы нимәгә эҙләргә? – тип һөйләнде Камил. Үҙенең дә күңеле тулып, ҡатынын ныҡ итеп ҡосаҡлап: – Тик һин генә мине ташлама, йәме. Яратҡан кешеләр ташлаһа, шул тиклем ҡыйын, – тине.
Оҙаҡ ҡына шулай ҡосаҡлашып ултырып күңелдәрен бушатты улар. Ҡайтып еткәндәрендә төн уртаһы ине. Өйгә инеп тәҙрә ҡорғанын ябырға килгән Әмиләнең күҙ алдында меңәр уттарын балҡытһа ла, үҙендә әллә күпме ҡараңғылыҡ, сәйерлек һәм миллионлаған серҙәр һаҡлаған төнгө ҡала йәйелде.
***
– Атай, уҡытыусы апай шәжәрә эшләп килтерергә ҡушты, – тине Ҡыҙрас мәктәптән үҙен алырға килгән атаһын күргәс тә. – Атай, ишетәһеңме... Бөтәһе лә килтергән ти Маратовна...
– Ярай, улым. Әсәйең менән һөйләшербеҙ ҙә олатайҙарын яҙып бирербеҙ.
Өйгә ҡайтҡас та, үҙенең һорауҙарына яуап алырға тырышты бәләкәй малай.
– Әсәй, Маратовна әйтте, шәжәрә атай яғынан булырға тейеш ти, дөрөҫмө?
– Эйе, улым. Тик ҡайһы берҙә әсәй яғынан олатайҙарҙы ла яҙырға ярай.
– Ә нишләп атайҙың олатайҙарын яҙмайбыҙ? Мин бит малай, малайҙарҙы ғына яҙырға тейешбеҙ ҙә һаң...
Бер нисә йыл элгәре һөйләшкәндән һуң, артабан был хаҡта һөйләшкәндәре юҡ ине Камил менән Әмиләнең. Улар бындай әңгәмәгә әҙер түгел ине. Атаһының балалар йортонан алынғанын, ә аҫрауға алған ата-әсәһенең инде мәрхүм булғандарын, уны үҙ шәжәрәләренә индермәгәндәрен, ысын ата-әсәһе тураһында бер нәмә лә һөйләмәгәндәрен нисек итеп аңлатаһың кескәй балаға. Шуға ла бөтә класс менән шәжәрәләр бәйгеһендә ҡатнашабыҙ тип йөрөгән улдарының күңелен ҡыймаҫ өсөн, әсәһе яғынан булһа ла шәжәрәһен яҙып бирҙеләр. Бирҙеләр ҙә, ире өндәшмәһә лә, ҡатынының башына уй төштө. Ысынын белмәйбеҙ ҙә, ниндәй кешеләр булған улар, Ҡыҙрастың гендары ниндәй булыр, бәлки, уға әйтмәһәк тә, үҙебеҙ өсөн генә булһа ла эҙләп ҡарарғалыр?!
Был тәҡдимдән оҙаҡ ҡына баш тартты Камил. Ҡасандыр үҙен ташлап киткән кешеләрҙе эҙләп табыу түгел, улар тураһында ишетергә лә теләмәне. Ирҙең башында бер генә “ташлап киткәстәре, тимәк, кәрәкмәйем” тигән хәҡиҡәт ятты. Сөнки, балалар йортонда саҡта, ҡышҡы бер көндә, тәрбиәселәрҙән йәшенеп тышта тороп ҡалып, әсәһенең килеп алырын өшөп бөткәнсе көткәнен әле лә яман төш кеүек хәтерләй ул. Арыу ғына туңып өлгөргәйне. Ә инде дауаханала ятҡанында илағас, табип апайҙың: “Илама теңкәне ҡоротоп. Илаһаң да, үлһәң дә, бер кем дә килеп алмай һине, һин кемгә кәрәк”, – тип әрләгәнен оноторға тырышһа ла, йөрәкте өйкәп, иҫенә төшөп тик торҙо. Оҙаҡ көттө шул әсәһен...
Тик Әмилә иренең был һүҙҙәренә ҡаршы төшә алмаһа ла, уны баш ҡаланың балалар йорттарына ярҙам итергә күндерҙе. Бизнестары алға китә башлаған йәш ғаиләнең һалымдары өсөн дә бик ҡулай тәҡдим ине был. Бер уйлаһаң, ҡасандыр, бер тамсы йылылыҡҡа мохтаж сағында уны һыйындырған ошо йорт нисектер үҙенең дә күңеленә яҡын ине, ысын күңелдән изгелек эшләгеһе килде Камилдың.
***
Телевидение журналистарына интервью биреп торған Камилдың күҙенә бер ҡатын салынды. Балалар йортоноң юбилей кисәһенә бағымсы булараҡ уны ла саҡырғайнылар. Журналистарҙың һорау алып бөткәнен көтөп кенә торған оло йәштәге был ҡатын, килеп Камилдың ҡулынан тотоп алғас, ир һиҫкәнде. Әллә шул микән, тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үтте.
– Камил, балам, һинме? Һин бит Кәримов Камил Йәүҙәтович? Һин бит ошо балалар йортонан сыҡтың? – тигән күп һорауҙарға ир:
– Эйе... – тип кенә әйтә алды.
– Мин һин бәләкәй саҡта тәрбиәсе булып эшләнем. Һин мине танымайһыңдыр ҙа инде. Ә мин һине иҫләйем, ҡараҡай ғына башҡорт малайын, иҫләйем. Үҙ ҡулдарым менән аҫрауға алған атай-әсәйеңә биреп ебәргәйнем, иҫәндәрме? Ҡалай матур булып буй еткәнһең, кеше булып китеүең ҡалай ҡыуаныс, – тип теҙҙе генә был әбекәй. Әсәһе микән, тигән өмөттәре аҡланмағанға бер аҙ ҡыуана биргән Камил, бик танымаһа ла, үҙен танып яҡын күргән тәрбиәсеһе менән ихлас һөйләште. Шул саҡ ҡатынының һүҙҙәрен иҫләп, уңайһыҙланып ҡына кем килтергәнен дә һорашты.
– Уныһын дөрөҫ кенәһен белмәйем дә инде. Әммә фамилияң икенсе ине, быныһын икенсе атайың биргән исем-шәрифең инде. Ә һине ҡалдырыусы йәш кенә ҡатынҡай МВД-ла эшләй тип аптырап һөйләгәндәрен иҫләйем. Тик артығын һөйләй ҙә алмам мин һиңә, улым, белмәйем дә... Уны опека ойошмаларынан һорарға кәрәк, балиғ булғанһың, документтарыңды тотоп барып һораһаң, һиңә әйтергә тейештәр, – тип һүҙен тамамланы, Камилды осратҡанға бик ҡыуанған ветеран-тәрбиәсе.
Тик ирҙең генә башына һуҡҡандай “МВД-ла эшләй” тигән һүҙҙәр яңғырап тик торҙо. Өйөнә ҡайтып еткәнсе нимә генә уйламаны, ахыр килеп, бәлки, ысын атай-әсәйем яҡшы кеше булғандарҙыр ҙа, ғәҙәттән тыш хәлгә тарыһалар, көтөр кеше юҡ, тип берәй алыҫ туғаны килтереп ҡалдырғандыр, тигән ҡарарға килеп ҡуйҙы.
Ҡатыны ла был һүҙҙәрҙе ишеткәс, дөрөҫөн эҙләргә ашыҡтырҙы. Опека органдары кәрәкле мәғлүмәтте тиҙ бирҙе. Тик эҙләп барған адреста инде башҡа кешеләр йәшәгәне асыҡланғас, хәл ҡатмарлашты. Ир, эш буйынса, ошо яҡтан тегеләй-былай үткән һайын туҡтап ҡарап китергә тырышты. Бәлки, берәй нәмә иҫләрмен тип өмөтләнде. Уға һаман “МВД-ла эшләй” тигән һүҙҙәр тынғы бирмәне.
Ә бер көндө күршеләге бер ҡартты осратҡас, уныһы, элекке күршеләренең айырылып, төрлө яҡҡа күсеп китеүҙәрен, ҡатындың бынан алыҫ түгел ерҙә йәшәүен әйтте. Камил йәһәт кенә ул яҡҡа ла барып ураны, тик үҙенә кәрәклене таба алманы, йорт буйында үҫкән ағастар ышығында бәхәсләшкән бер нисә асарбаҡтан башҡа һорашырлыҡ кешеләр ҙә осраманы. Уларға сирҡанып ҡараған ир, аҡса һорай башламаҫ элек тип, тиҙерәк китеү яғын ҡараһа ла, һөйләшкәндәре ҡолағына салынды.
Ир тауышы:
– Бөтә кешегә бәйләнмә... Типкеләп киткәндәрен көтәһеңме? – ти ине.
Ә ҡатын үҙенекен тылҡыны:
– Беҙҙең кеүек ябай халыҡты талап, әллә кем булып йөрөйҙәр... Беҙ күргәнде улар күрмәгән әле... Йәш кенә булып, әллә кем булып, кәстүм кейеп алған булған, беҙҙең кеүек эшселәрҙең миллиондарын урлап, сереп байып яталыр әле, свулыч...
***
Башлаған эштең осона сыҡмағандан күңелдәренә урын тапмай, сираттағы ял көнө, әҙ генә булһа ла мәғлүмәт табылмаҫмы тип, Камил менән Әмилә малайҙарын алып, тағы киттеләр.
Кәрәкле йортҡа тиҙ генә килеп еттеләр. Икеһе ике подъезға инеп, ҡасандыр МВД-ла эшләгән ҡатындың бында күсеп килеүен һораша башланылар. Бына таптылар, берәү әйтеп һалды үҙенең күршеһе икәнен һәм һеҙ нимә эшләп йөрөйһөгөҙ тигәндәй, быларға аптырап ҡараны. Йәштәр был һорауҙарға ла әҙер түгел ине, мотлаҡ табасаҡтарына, тапҡас, нимә тип әйтерҙәренә ышанмайҙар ине шул. Шуға ла Әмилә, ыҡ-мыҡ килеп булһа ла, дөрөҫөн әйтергә булды. Күршеһенең улы булыуын ишеткәс тә, был ҡатын йәнләнеп китте:
– Э-эй, бына бит, һөйләйҙәр ине шул, Гуляның балаһы бар тип. Үҙе лә әйткән һымаҡ булғайны. Ләкин уға кем ышана инде?! Әйтәләр ине, Гуля йәш сағында сержант булып МВД-ламы шунда, ҡайҙалыр эшләгән. Ире майор-фәлән булған, тиҙәр. Тик был бисәгә нимә етмәгәндер инде, һөйәре менән тотолғас, иренән туҡмалып, айырылышҡандар, тиҙәр. Ире, малай минеке түгел, уйнаштан тыуған, тип алмай, икенсе бисәгә сығып киткән. Ә был бисәне эштән ҡыуҙырған да, уныһы ҡайғыһынын эскегә һалышып, һиңә лә кәрәкмәгәс, миңә лә кәрәкмәй тип ҡайҙалыр апарып олаҡтырған, тиҙәр. Йә, ниндәй кешеләр булғандар үҙҙәре, беҙҙең кеүек ябай кешеләрҙе һаҡлай-яҡлай торған кешеләр бит. Маральный ненормальныйҙар булған инде...
Тағы әллә нимәләр теҙҙе лә теҙҙе был ҡатын. Иҫе инәрле-сығарлы торған иренә ҡарап, Әмиләнең йөрәге өҙөлөп төшә яҙҙы. Нишләп кенә килдек икән, нишләп кенә дөрөҫөн белергә теләнек икән, тип үкенде. Иренә, эҙләп ҡарайыҡ, тигәне өсөн терһәген тешләрҙәй, булды, тик һуң инде...
– Ана, үҙе лә... Көнө буйы урамда шулай өйһөҙ-нейһеҙ кеүек, эсергә эҙләп йөрөп тик ята, үҙе кеүек бумыждар менән. Ана, ана, күрәһегеҙме, һаман шул формаһын кейеп алған булған, башҡа кейер нәмәһе булмағас. Бөтә милицәйҙәрҙе позорить итеп... Ә тучны шул микән, фамилияһы Ҡәҙербаевамы, Ҡәҙербәковамы... Исемен белгән юҡ, Гөлназмы, Гөлшатмы шунда, Гуля ти ҙә ҡуялар...
Хатта фамилияһына ҡарағанда ла иң ҡәҙерле кеше була торған кешеһен шундай рәүештә осратырмын тип уйламаған Камил, башына һуҡҡандай, иҫәңгерәп урамға атланы. Уның артынан – улы менән ҡатыны. Бына урам, бына тыш, шундай таҙа, саф һауа. Әле ишеткәндәрҙән тыны быуылғандай ине, күкрәк тултырып һауа һуланы ла теге асарбаҡтарға ҡарай атланы. Күҙҙәренә ҡарарға ине шул кешенең, үҙ балаһын ташлап китеп, ошоға тиклем типтереп йәшәп ятҡан шул әҙәм йоратының күҙҙәренә ҡарарға ине, тип уйланды ул. Бына ағаслыҡ, бына улар... Камил алдарына килеп баҫты... Теге ир, таныны булһа кәрәк, ҡурҡышынан:
– Әйттем бит... Туҡмалаһың, тинем бит, – тип мығырҙаны.
Тик эскесе йөҙлө ҡатынға ла, Камилға ла ул ишетелмәне. Ҡараштары осрашты... Ҡатын тертләне, ҡалтыранған ҡулдары менән, керләнеп ҡаҡашҡан кәпәсен систе, сал төшкән, бысранып ҡатҡан сәстәрен һыйпаштырған булды. Бысранып, йыртылып бөткән алам-һалам кейемдәренән оялыпмы, алмаш-тилмәш баҫҡылап, китергә теләгәндәй ҙә итте. Йыуыныу күрмәгәндән ҡарағусҡылланып ярылып ҡатҡан битен ышҡып алды. Ә күҙҙәрен генә, күҙҙәрен генә Камилдан ала алманы. Таныны улын... Әшнәләре менән эсеп, алйып алған һайын, “улым бар, улымды табам да бына гөрләтеп йәшәрмен әле”, тигәйне. Ирешкән-талашҡандары һайын, “улымды табам да бөтәгеҙҙең дә ауыҙын йырҙырам”, тип маһая ине... Әле бына улын күрҙе лә, бер һүҙ әйтә алмай, һынташ булып ҡатты. Ә үҙенә ике түгел – алты күҙ төбәлгән ине. Ул күҙҙәрҙең хатта береһенән дә бөртөк тә йәш төшмәне. Шундай үткер, уҫал да, ғәҙел дә күҙҙәр уны тишә ҡаранылар. Ҡатын нимәлер әйтергә итте, тик “сушняк”тан кипкән теле әйләнмәне. Эргәһендәге ирҙәр нимә булғанын аңламай, был бай кешеләр, бәлки, йәлләп аҡса бирерҙәр тип, үҙҙәрен йәлләтергә, бахырыраҡ ҡарап торорға тырышты.
Ниһайәт, йәш ир ҡуйын кеҫәһенә үрелде. Тегеләр ҡыуанышырға әҙер ине. Ә Камил кеҫәһенән бәләкәй сағындағы берҙән-бер фотоһының күсермәһен алды ла, уйланып торғас, асарбаҡ ҡатынға һондо. Ҡалтыранған ҡулдар фотоны алған ыңғайына Камилдың ҡулдарына тейергә тырышты. Тик уғата ерәнгән ир, тайшанды ла, бер һүҙ ҙә өндәшә алмай, машинаһы яғына ыңғайланы. Бара биргәс, туҡтап, тағы кеҫәһен ҡапшап ҡараны ла, тик банк карталарында ғына йөрөткән аҡсаһынан тыш, ни ғиллә менәндер кеҫәһендә йөрөгән мең һум аҡсаны алып, кире тегеләргә боролдо. Уның ҡулындағы аҡсаны күргәс, быларҙың күҙҙәре янып китте. Гуля инде башҡалар алдында маһайырға тырышып ҡына аҡсаны алды. Тик, улым, рәхмәт тип әйтергә теле әйләнмәне. Улар был аҡсаға иҫе китеп ҡыуанышып торғансы, күҙ сағылдырырлыҡ ялтырауыҡ, ҡеүәтле сит ил машинаһы ҡала урамдарына инеп олаҡты. Машина эсендә ауыр тынлыҡ ине. Бер-береһенә һүҙ әйтә алмай шаңҡынылар. Хатта кескәй Ҡыҙрас та нимә булғанын аңланы...
Көндәр, айҙар, йылдар үтте... “Минең улым – бай кеше!” – тип шешәләштәренә маҡтанған Гуля, көн һайын, миллионлап уттар ҡабыҙған сәйер ҙә, серле лә ҡала урамына ҡарап, улын көттө. Хас та бәләкәй сағында балалар йортоноң һыуыҡ тәҙрәләренә маңлайын терәп юлдарҙан күҙен алмай көткән кескәй Камил кеүек. Улы килер ҙә, тағы мең һум, юҡ, хатта тағы күп итеп аҡса бирер, тип хыялланды. Шәбәйтер, үҙенә йәшәргә алыр, ни тиһәң дә, мин уның әсәһе лә баһа, тип уйланы ул.
***
– Әсәй, бөгөн мәктәптә психолог уҡытыусы беҙгә уйын уйнатты, – тип хәбәр һалды Ҡыҙрас киске аш мәлендә.
– Ниндәй, улым? – тип ҡыҙыҡһынды тиктормаҫ булып үҫеп килгән улына һөйөп ҡараған әсәй кеше.
– Уҡытыусы апай мең һум аҡса күрһәтте лә, дуҫыңдың насар ғәҙәтен һөйләһәң, һиңә ошо аҡсаны бирәм, тип психологик уйын уйнатты...
– Шунан, һин һөйләнеңме дуҫың тураһында?
– Ней... Миңә ныҡ ҡына аҡса кәрәк ине.
– Нимә-ә-ә? – тип атай менән әсәй бер тауыштан ҡысҡырып ебәрҙеләр.
– Ней, атай, иҫләйһеңме, мин дронға аҡса йыям тигәйнем бит әле...
– Шунан, улым? – тип ҡәтғи итеп һораны атай кеше.
– Шунан, ней... Мин дронға бүтән аҡса йыймаҫҡа булдым, яҡшы уҡыһам, матур итеп кенә һораһам, һеҙ барыбер миңә алып бирәһегеҙ ҙә һаң! – тип көлөп ебәрҙе Ҡыҙрас.
Атай менән әсәй ҙә улдарының шаянлығынан көлөп, еңел һуланылар. Улының дуҫын мең һумға һатмағанынан күңеле булған Камил шул саҡ:
– Ә беләһеңме, улым, ерҙә иң алама нәмә – ул дуҫыңа, яҡындарыңа хыянат итеү, – тине.
– Ә хыянат нисек була? – тип һораны улы.
– Хыянат – ул яҡын кешеңде, яратҡан кешеңде икенсе кешегә насарлап һөйләһәң йәки ташлап китһәң, ул кешенең өмөттәрен аҡламаһаң...
Уларға һағайып ҡарап ултырған ҡатынына ҡарап, Камил дауам итте:
– Мәҫәлән, бынан утыҙ йыл элек, бер ҡатынға ныҡ аҡса кәрәк булған. Башы ныҡ ауыртҡан да төҙәтергә кәрәк булған. Шунан уның менән бергә йәшәгән иптәше: “Улыңды балалар йортона алып барып ҡалдырһаң, аҡса бирәм”, – тигән. Ә был ҡатын шулай эшләгән дә! Улын алып барып ташлаған һәм... мең һум аҡса алған!
Бирелеп тыңлап ултырған улы:
– Шунан ул ҡатын менән аҙаҡ нимә булған? – тип һораны.
– Уға башта күңелле булған, – тине Камил. – Мең һум аҡса күпкә етмәһә лә, балаһы юҡ, бер кемде лә ашатырға-кейендерергә кәрәкмәй, күңелле генә йәшәгән оҙаҡ йылдар.
– Шунан? – тип ныҡышты һаман улы.
– Шунан шул, улым, күп йылдар үткәс, теге ташлап киткән улы уны тапҡан да, тағы бер тапҡыр мең һум аҡса биргән. Башта иптәше биргән мең һумға утыҙ йыл йәшәгән бит, улы биргән мең һумға ла тағы утыҙ йыл йәшәр... – Ҡыҙып китеп тауышын күтәрә башлаған иренә ипләп кенә:
– Һин уны ғәфү итмәнеңме? – тине Әмилә.
– Ғәфү итергә, ней... Үпкәләмәнем дә, шикелле, мин уға. Ул минең күҙҙәремә шул тиклем итеп ҡараны, уға ярҙам кәрәк ине, өйгә алып ҡайтып йәшәтер тигән өмөт менән ҡарай һымаҡ ине... Ләкин... Ул бит мине мең һумға һатҡайны... Мин дә уны!
– Нишләп? Нишләп һин улайттың? Һин улай түгел бит, – тип күҙҙәре йәшкә төйөлдө ҡатынының.
– Ней... Һуң... Үҙемә лә ҡыйын булды. Әммә мин бит һеҙҙе, иң яҡын кешеләремде яҡшы йәшәтергә вәғәҙә иткәйнем. Бер ҡасан да һеҙгә, үҙемә, үҙемдең бала сағыма хыянат итмәҫкә һүҙ биргәйнем...
Тормоштоң төрлө сағында ла иренә таяныс булған Әмилә, был юлы ла уның был һүҙҙәренә һәм ныҡлығына һоҡланды ла, күҙҙәренә һөйөп ҡарап, иңдәренә башын һалды.