Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
7 Март , 03:15

“Үҫеш нөктәһе” мөмкинлектәр аса

Районда тормошҡа ашырылған проекттың балаларҙы фән донъяһына йәлеп итеүҙә роле ҙур.

“Үҫеш нөктәһе” мөмкинлектәр аса
“Үҫеш нөктәһе” мөмкинлектәр аса

“Үҫеш нөктәһе” тигән һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге илебеҙҙә 2019 йылда барлыҡҡа килде. “Мәғариф” милли һәм “Заманса мәктәп” төбәк проекттары буйынса булдырылған бындай үҙәктәр Ейәнсураның 15 мәктәбендә эшләй.

Иҙелбәк мәктәбендәге үҙәк тәбиғи-ғилми йүнәлеш – “Биология”, “Химия”,  “Физика” һәм техник йүнәлеш – “Робототехника” буйынса эшләй.

– Балалар һәр яҡлап үҫергә тейеш. Был йәһәттән проект ҙур мөмкинлектәр бирә. 2024 йылдың сентябрендә “Үҫеш нөктәһе” асылғас, мәктәпкә һанлы микроскоптар, нейротехнологиянан һанлы лабораториялар, ноутбуктар, киңәйтелгән робототехника йыйылмаһы, сәнәғәт робототехник системаларын төҙөү өсөн йыйылма һәм башҡа приборҙар ҡайтарылды, – ти мәктәп директоры Светлана Закирова.

Уҡыусылар хәҙер күнекмәләрҙе заманса техник ҡоролмалар ярҙамында башҡара. Тәнзилә Шатилова (химия, биология), Миниса Дәүләтбәкова (физика), Марат Ныяҙғолов (робототехника) уҡытҡан дәрес-түңәрәктәрҙә балалар заманса технология, һөнәрҙәр менән таныша. Балалар бында шө­ғөл­ләнеп, үҙҙәренең белем­дәрен үҫтерә. Был уларға киләсәктә һөнәр һайлауҙа һис шикһеҙ ярҙам итер.

 Гөлсиә Тимербулатова, район мәғариф бүлегенең методик кабинет мөдире:

– Беҙ мәғлүмәт ифрат күп булған йәмғиәттә йәшәй­беҙ. Балаларҙың ҡыҙыҡ­һы­ныу­ҙары көслө. Әммә белем алыу өсөн мөмкин­лек­тәр ҙә күп. Фән донъяһында гиҙеү улар­ҙы төр­лө яҡлап үҫтерә, һә­ләттәрен асырға ярҙам итә. Килә­сәк­тә ниндәй һөнәр һай­лаһалар ҙа, “Үҫеш нөк­тә”һендә ал­­ған белем яңы офоҡ­тар асырға булышлыҡ итер.

  Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

"Беҙ белем биреүгә айырыуса хәстәрлек бирергә тейешбеҙ. Балалар өсөн һәр мәктәптә – төпкөл ауылда булһынмы, йәки ҡалаламы – сифатлы уҡытыу һәм тәрбиә биреү өсөн бөтә шарттар булдырылыуы мөһим”.

(Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһенән).

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: