Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Апрель 2025, 14:05

Милли ризығыбыҙ булһын өҫтәлдә!

Талҡан – дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған милли ризыҡ, халҡыбыҙ ғорурлығы. Туҡлылылығы өсөн борон яугирҙәр алыҫ походтарға алыр булғандар. Талҡан менән туҡланған ата-бабаларыбыҙ быуын, умыртҡалыҡ ауырыуҙарының ни икәнен дә белмәгән. Уйлап ҡарағыҙ: ниндәй шифаға эйә был ризыҡ!

Милли ризығыбыҙ булһын өҫтәлдә!
Милли ризығыбыҙ булһын өҫтәлдә!

Шөкөр тимен, динебеҙҙәҡайтты,
Онотолған талҡан – өҫтәлдә.
Рух ныҡлығы, быуындарбәйләнеше
Кәрәкбит ул бигерәк тә йәштәргә.

Бикшәп бит улталҡан, ҡурмас–
Тәнебеҙгәсихәтбирерлек.
“Химиялы” аҙыҡтарҙыонотоп,
Өҫтәлдәрҙе көн дә биҙәрлек.
Фәйрүзә Таймасова.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талҡан күпмелер ваҡыт юғалып торғандай булды. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли ризыҡ файҙаһын ҡайтанан өйрәнеп белеүе, киң ҡулланыуы бик ҡыуаныслы. Ә арабыҙҙа талҡан етештереүсе оҫтабикәләр булыуы бигерәк тә һөйөнөс.
            Ибрай ауылында йәшәүсе Зилбәр Иҙрисова – халҡыбыҙҙың изге шөғөлөн дауам итеп, милли ризығыбыҙҙы бар илгә таратып, уның тәмен, файҙаһын, данын таратыусы ҡатын-ҡыҙ.

Арҙаҡлы ил инәһе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева тыуған ауылында талҡан етештереү буйынса цех асҡас, Зилбәр Ғәрифйән ҡыҙы башта ябай эшсе була. 2018 йылда, цех үҙ эшен туҡтатҡас, тирә-яҡтан талҡан һораусылар күп булғас, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Зилбәр апайға – иң уңған, иң әрһеҙ эшләүсегә:

– Талҡанды күп һорайҙар бит. Был эште туҡтатырға ярамай. Һиңә ҡалдырам, һиңә ышанам – тик эшлә инде, – тип мөрәжәғәт итә.

Шул көндән алып Зилбәр Ғәрифйән ҡыҙы милли ризығыбыҙҙы етештереүҙә арымай-талмай хеҙмәт итә. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙының ышанысын күптән аҡлаған ул. Ибрай ауылының иң уңған ҡатын-ҡыҙҙарынан торған команда йыйып, йыл әйләнәһенә килеп торған заказдар өҫтөндә эшләйҙәр.

–Беҙҙең талҡанды бер ашап ҡараған кеше башҡа төрлөһөнә әйләнеп тә ҡарамай: шул тиклем оҡшатып, тағы-тағы һатып ала. Беҙ етештергән милли ризыҡ хатта интернет-магазиндарҙа бар. Ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән заказдар килеүе хаҡында һөйләй башлаһаң... Улар бик күп! – ти ғорурланып Зилбәр Иҙрисова.

Булдыҡлы, уңған хужа һәм уның талҡаны – Ейәнсурала ғына түгел, ә республикала ойошторолған күргәҙмәләрҙең айырым бер биҙәге, йәме. Артабан да милли ризығыбыҙҙың данын башҡа төбәктәргә таратып, тырышып эшләргә булһын һеҙгә, Зилбәр Ғәрифйән ҡыҙы!

Айнә Иманғолова. Автор фотоһы.

Автор:  Айна Имангулова 
Читайте нас